«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Самолетта скрипка уйнайҙар ине»



08.02.2013 «Самолетта скрипка уйнайҙар ине»

Был бик элек булған хәл. Иртәнсәк бер ҡарт ихатаһын һеперергә сыға. Самолет тауышын ишетеп, һауаға оҙаҡ ҡына ҡарап тора. Әбейенең, сәй эсергә ин, тип ҡысҡырғанын да ишетмәй. Тегеһе, йәне көйөп, калушын сисеп ала ла ҡартҡа бәреп, өйгә инеп китә. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡарты калуш тотоп килеп инә. «Әбей, ҡара әле, самолетта скрипка уйнап китеп баралар ине. Шуны тыңлап торһам, әллә кемеһенеңдер калушы самолеттан төшөп ҡалды», − ти был.
Шунан бирле берәйһе яңы калуш кейеп сыҡһа, самолеттан төшөп ҡалғайны, бына кейеп алдым әле, тип ебәрәләр. Хәҙерге ваҡытта тағы ла нығыраҡ арттыра башланылар. «Байҙар шашҡан, самолетта ғына туй үткәрә. Бына шешәләре төшөп ҡалған», – тип кеҫәләренән «аҡбаш» килтереп сығарғандары ла бар.

Рәмил СОЛТАНОВ.
Учалы районы,
ҡотой ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға