«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Тәҙерлүк»



08.02.2013 «Тәҙерлүк»

Был хәл 1946 йылда булды. Үтәгән ауылында дүрт йыллыҡ мәктәп ине. Дүрт синыф балаларын да бер бүлмәгә индереп уҡыттылар. Беҙ, өсөнсө синыф уҡыусылары, тәүге йыл рус телен өйрәнәбеҙ. Бер дәрестә уҡытыусы «окно, двери» һүҙҙәрен өйрәтте. Яҡшы уҡыһам да, артҡа ҡарап һөйләшеп ултырғанға күрә был һүҙҙәр ҡолағыма инмәне. Хәҙер уҡытыусы уныһынан, быныһынан һорай башланы бит. Ләкин береһе лә башҡортса тәржемәһен әйтә алмай. Сират миңә килеп етте. Бына хәҙер Ноғман әйтеп бирә, ти уҡытыусы. Тик мин дә яуапты белмәйем. Ошо ваҡытта беренсе синыфта уҡыусы Хәдис Иғдисамов ҡул күтәрҙе. Уҡытыусы: «Бына һеҙ белмәйһегеҙ, ә Хәдис белә», − ти. ҡарайбыҙ, тегеһе ҡулын күтәргән килеш торған да: «Апай, мин әйтәм – тәҙерлүк», − ти. Балалар ҙа, уҡытыусы ла шау килеп көлөштө.
Бөгөн Хәдис Асҡарҙа йәшәй. Тап булһа, әллә ҡайҙан көлөп: «Һеҙҙең тәҙерлүк килә бит, әй», − ти.
Ноғман ЙӘНБИРҘИН.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға