08.02.2013 БИЛМӘНЛЕ ТАБЫН
(Юмореска)
Ләбибә сабыйы йоҡлаған арала иртән иртүк бөгә башлаған билмәндәрен эшләп бөттө лә, туҡтап ҡалды. Абау, тоҙ бөткән икән дә баһа! Күрше Дәриғаға йүгереп инде:
– Тоҙом бөткән дә ҡуйған, күрше, ошо ыстакан төбөнә генә билмәнгә һалырға етерлек бирһәң... Салаттарымды кисә үк эшләп ҡуйҙым, уларға етте, билмәнлек кенә. Хәҙер Самат алып ҡайтыр ул, шылтыратып әйтәм.
Коммуналь фатирҙарҙың шуныһы һәйбәт, үҙеңдә булмағанды күршеңдән тиҙ арала инә һалып алып сығыу мөмкинлеге бар. Тәҙрә шаҡып, ҡыңғырау эҙләп тормайһың, кемдең өйҙә икәнлеген белгәс, йүгерәһең дә инәһең. Ана, Ләбибә лә тоҙло булды.
Ялтыр кәстрүленә һыу ҡойоп, тоҙ һалып ҡына өлгөрҙө, бәләкәсе Сабирҙың тызылдап илағаны ишетелде. Бәпескә бөгөн ай ярым була. Шул шатлыҡтан күрше-тирәһен төшкө ашҡа алырға уйланы йәш ғаилә. Бер коридорҙа йөрөгәс, саҡырып, бәпәй күрһәтмәү килешкән эш түгел. Етмәһә, был фатирҙа күрше-тирә бик татыу йәшәй. Йомош, тип ауыҙ асып өлгөрмәйһең, ярҙамға йүгереп килеп тә етәләр.
Ләбибә балаһын имеҙеп, аҫтын алмаштырып, йоҡлатып сығыуға, ире ҡайтып та етте. ҡатынының өлгөрмәгәнен күреп, инде ҡайнап сыҡҡан һыуға билмәндәрҙе төшөрөп, тоҙ һалып, болғатып тора ине.
– Тоҙ алып ҡайттым, ҡәҙерлем, билмәнең ете минуттан бешеп тә сығыр. Әйҙә, өҫтәлде ошонда, аш бүлмәһенә сығарайыҡ, Сабирҙың тыныс йоҡоһон бүлмәйек, – тип өҫтәл артынан инеп китте.
Шул арала Ләбибә, онотоп ҡуймайым, тип баяғы стакан төбөнә ире алып ҡайтҡан тоҡсайҙан тоҙ һалып алды ла, Дәриға күршеһенә индерҙе. Уныһы бүлмәһендә юҡ ине. Моғайын, бүтән күршеләренә ингәндер. Ишеге бикһеҙ булғас, Ләбибә тоҙҙо Дәриғаның аш өҫтәленә ҡуйҙы ла, үҙ эштәре менән булды.
Һыйға мул ҡатын, ҡулынан килгәненең бөтәһен дә бешергән-әҙерләгән. Салатты ғына биш-алты төр әҙерләгән. Бауырһаҡ-сәк-сәгенән бал тама, тоҙло ла, тоҙһоҙ ҙа йәшелсә-емешенең еҫе аш бүлмәһен биләп тә алды. Был еҫкә түҙмәй, Дәриға күршеһе матур күлдәген кейеп килеп тә сыҡты. Ярҙам кәрәк булһа тип, алдараҡ күренгәндер. Ул үҙенең өҫтәлендә тоҙ һалынған стаканды күреп алды ла, бешеп ултырған билмәнгә ауҙарҙы. Ләбибә, бәләкәй бала менән онотолоп, баяғы биргән тоҙҙо һалмаған, тип уйланы шикелле. Шул арала табын хужаһы йүгереп килеп билмәнде һүндерҙе лә, уны ике ҙур туҫтаҡҡа ауҙарып, ике урынға ултыртты. Ул-был иткәнсе, күршеләр йыйылды. Аш-һыйҙан һығылып торған өҫтәл тирәләй ултырышып, хужабикәнең уңғанлығына һоҡландылар. Иң тәүҙә икмәктән ауыҙ иттеләр. Ләбибә ҡала ерендә йәшәһә лә, уны үҙе бешерә.
– Бәләкәй бала менән өлгөрөүен әйтсәле! Бигерәк уңған күршекәйебеҙ. Үәт, Самат бәхетле! – тигән маҡтау һүҙҙәрен бер-бер артлы ҡабатланылар.
Бәләкәй Сабирҙың именлегенә арнап:
– Атайлы-әсәйле, бәхетле-тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле булһын! – тигән теләктәр яңғыраны.
– Әйҙәгеҙ, күрше-күлән, һыуынмаҫ борон Ләбибәнең үҙ ҡулдары менән эшләгән билмәненән ауыҙ итегеҙ, – тигән бойороҡ бирҙе Самат. ҡалаҡ-сәнскеләрҙе шатырлатып, тәрилкәләрҙе шалтыратып, барыһы ла өҫтәл уртаһында пар сығарып ултырған билмәнгә ынтылды. Шаян Шәфҡәт ағай:
– Бик тәмле күренә. ҡайҙа, әҙерәк тоҙ өҫтәйем, билмәнде әсе итеп ашарға яратам, – тип бармаҡ осо менән өҫтәне лә, барыһын ауыҙына ҡаратып, сәнскегә бер юлы өс билмәнде ҡаптырып, ауыҙына тыҡты. Бер-ике сәйнәгәс, барыһының ҡарашы уға төбәлгәнен абайлап, ауыҙын асмай ғына, ашағыҙ, бара, тигәндәй, сирылыуҙан саҡ тыйылып, ҡулын һелтәп ишара бирҙе. ҡалған ҡунаҡтар гөр килеп көлә-көлә билмән ашарға кереште һәм ҡапыл дәррәү туҡтап ҡалды. Ләбибә, эштең ниҙәлеген аңлап, уҫал ҡараштарын иренә ташланы. Был мәлдә Самат, ҡыҙарынып, Дәриғаға төбәлгәйне. Ә Дәриға, ни ҡылғанын аңлап, бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә алғандай, устарын күрһәтеп, ҡулдарын йәйҙе лә, башын аҫҡа эйҙе. Күршеләр ҙә барыһын аңланы шикелле, йылмайышып-көлөшөп, уйын-йыр менән коммуналь фатирҙы хуплауға борҙо. Табын аҙағына ике туҫтаҡтағы билмәндең бөртөгө лә ҡалмағайны.
Төн уртаһында Ләбибә ҡапыл тауышҡа уянып китте. Үҙенең ауыҙы кипкән. Эргәһендә Саматы ла юҡ, исмаһам, һыу алып бирергә. Тороп, графинға ынтылғайны, графин урынында булмай сыҡты. ҡатын, аптырап, коридорға сыҡты. Унда оҙон сират теҙелгән. Күршеләр, бөтәһе лә ҡараштарын аш бүлмәһенә төбәп, ауыр-ауыр һулап, ирендәрен ялай. Крандан һыу сөптөрләп аға. Ә Саматы, ишек артындараҡ ике ҡулына ике графин тотоп, уларҙан алмаш-тилмәш ғолт-ғолт һыу эсә ине...
Рәзилә ЫРЫҪҡУЖИНА.