05.02.2013 Комиссия халыҡтың фекерен көтә
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу буйынса Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы комиссия конкурсҡа дәғүә итеүселәрҙең исемлеген иғлан итте. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы Рауил Ғәлин урта һәм өлкән синыфтағы мәктәп уҡыусылары өсөн ижад ителгән «Дүрткүҙ» исемле китабы өсөн Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы тарафынан, шулай уҡ «Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том» йыйынтығы өсөн билдәле яҙыусы Сафуан Әлибаев тәҡдим ителде.
Комиссия, эштәр тураһында фекер алышыуҙа, тәҡдимдәр индереүҙә ҡатнашырға саҡырып, йәмәғәт ойошмаларына, хеҙмәт коллективтарына, айырым шәхестәргә мөрәжәғәт итә. Үҙ ҡараштарығыҙҙы 25 февралгә тиклем матбуғат биттәрендә, радио-телевидение аша белдерә алаһығыҙ.
М. ИҡСАНОВ.