«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Иң серле ҡаҙаныш, уңышы – Ул кеше! Беҙ – Алла ижады…»



14.08.2010 «Иң серле ҡаҙаныш, уңышы – Ул кеше! Беҙ – Алла ижады…»

Һүҙҙәр

Бер һиҫкәнеп, бер һоҡланып,
Йәшкә һыулап ҡай саҡ күҙҙе,
Тыңлайым мин кешеләрҙең
Ауыҙынан осҡан һүҙҙе.

ҡош шикелле һайрай һүҙҙәр,
Һүҙ эйәһен тасуир итә.
Ир, тип әйтә берәүҙәрҙе,
Берәүҙәрҙе, ер, тип әйтә.

Йөрәктәнме, иблистәнме?–
Һүҙҙәр шундуҡ хәбәр итә.
Әйткән һүҙе кешеләрҙе
Һай яһай, йә тәрән итә.

Ауаз һала юғарылыҡ,
Йә яңғырай түбәнселек.
Мең-мең һүҙҙән берәү һата,
Булһа йәндә теләнселек.

Тетрәндерә, ҡолаҡ яра
Һөрәндәре яһиллыҡтың.
Яғымлы һүҙ, илһамлы һүҙ –
Орандары даһилыҡтың.

Тыңлайым гел диҡҡәт менән
Кешеләрҙең телмәрҙәрен.
Һәм аңлайым һүҙҙең
Күңелдәргә ингәндәрен,
Еңгәндәрен!

ҡорбанлыҡ

– Күпме яҡшылыҡ эшләнем,
Рәхмәт әйтмәй бер кем дә! –
Тигән үпкәле һүҙҙәрҙең
Хаҡы тормай бер тин дә.

ҡылынған бар игелектәр –
Үҙ күңелең өсөн ул.
Түләп алына ләззәттәр!
Ялған түгел, ысын был.

Кинәнестән арзаныраҡ
Бүтәндәрҙең рәхмәте.
Мәслихәтле эштәр менән
Түләнә йән рәхәте.

Бер сәбәп юҡ үпкәләргә:
Фиҙалыҡ – ул илһамлыҡ.
Үҙ күңелең көйө өсөн
Кәрәк һәр саҡ ҡорбанлыҡ.

Рәхмәтле лә була белеү –
Рәхмәт көтмәү икән ул.
Бирә белеү – шул яҡшылыҡ!
Ала белеү – бүтән ул…

Ә шулай ҙа
Әсә Тереза васыяты


Кешеләргә хаталар хас –
Үҙ итәләр ыҙғыш, әрҙе.
Ә шулай ҙа, нәфрәтләнмәй,
Яратығыҙ кешеләрҙе!

Кешеләргә хыянат хас –
Һата улар дуҫты, йәрҙе.
Ә шулай ҙа ваз кисмәгеҙ –
Кисерегеҙ кешеләрҙе!

Изге эшкә шикләнерҙәр,
Сәйнәнерҙәр барҙы-юҡты.
Ә шулай ҙа, рәхмәт көтмәй,
ҡылығыҙ гел яҡшылыҡты!

Мәртәбәнең түбәһендә
Шат булмаҫтар бар дуҫтар ҙа.
Ә шулай ҙа тырышығыҙ,
Өлгәшегеҙ уңыштарға!

Төкөрөрҙәр күңелегеҙгә –
Ихлас, алсаҡ йәнегеҙгә.
Ә шулай ҙа шарран асыҡ
Булығыҙ һәр мәлегеҙҙә!

Оҙаҡ йылдар төҙөгәндең
ҡыйрауы бар бер миҙгелдә.
Ә шулай ҙа төҙөгөҙ гел,
Төҙөгөҙ гел, емерелһә!

Ғәйепләрҙәр ярҙам өсөн,
Төшөрөрҙәр ярҙан этеп.
Ә шулай ҙа ҡул һуҙығыҙ –
Йәшәгеҙ гел ярҙам итеп!

ҡараңғылыҡ ҡаршы алыр,
Биргән саҡта яҡтығыҙҙы.
Ә шулай ҙа был донъяға
Бирегеҙ бар яҡшығыҙҙы!

Әйләнеш

Күсәрендә әйләнә-әйләнә,
Ер ҡояшты урап тора.
Әйләнеп тә торған Ерҙә
Әллә ниҙәр уйлаттыра.

Егерме лә дүрт сәғәттә –
Тәүлек әйлән-бәйләндәре.
Өс йөҙ алтмыш биш көн-төндә
Йыл тигәндең сәйләндәре.

Егерме лә алты мең йыл –
ҡош юлының әйләнеше.
Һәр кешенең был юл менән
Бар күренмәҫ бәйләнеше.

Йыһан менән һәр кешене
Әйләнештәр бәйләп тора.
Ваҡытлыса мәлебеҙҙе
Мәңгелеккә әйҙәп тора.

Әйләнәбеҙ, әйләнәбеҙ…
Туҡталҡаһыҙ был әйләнеш.
Тамамланмыш – ул башланғыс!
Юҡ ташлама, юҡ йәлләнес.

Йәлләмәйсә ҡояш байый.
Юҡ һис уның беҙҙә үсе.
Бер әйләнеш бөтөп килә –
Етеп килә Ғаләм кисе.

Ғаләм таңының атҡанын
Ахрызаман көтөп тора.
Ирме? Ерме? – Кем булырбыҙ?
Ни булырбыҙ?
Уйлаттыра…

ҡаҙыныу

ҡаҙам аңдың ҡатламдарын.
Соҡор ҡаҙған кеүек ҡаҙам.
ҡаҙған һайын тау-тау балсыҡ,
Тау-тау таштар сыға баҙҙан.

Был өйкөмдәр кәрәк түгел.
Кәрәк миңә хаҡлыҡ баҙы.
Кәрәк миңә, ялған түгел,
Ысын байлыҡ кәрәк тағы.

Белер өсөн төптәрендә
Ниндәй маҡсат һаҡланғанын,
Аҡтарамын был донъяның
Уйланышы ҡатламдарын.

Өҫтә ятҡанды күрмәҫкә
Эшкә егәм ихтыярҙы.
Тәрәнлеккә – бөйөклөккә
Йүнәлтәм бар иғтибарҙы.

Аңланыу

Эй, алмағас, алмағас!
Аң ағасы алмағас!
Алмаң өҙөп ҡапҡан кеше,
Аңһыҙ йәшәй алмағас.

Шуға ла аң ағасында
Тәүге тыйыу: «Үлтермә!
Һуйма, киҫмә, аҫма, быума!
Аңһыҙ ҡаза килтермә!»

Кешенең тәү гонаһында
Ғәйебе юҡ алманың.
Ғәйебе юҡ ҡатын-ҡыҙҙың,
Тәү ҡатындың – Һауаның!

Аңдың тәүге алмаһында
Тәғәйенләнгән тәғәм:
Үҙ үлеме менән үлһен
Ергә килгән һәр әҙәм.

Үҙ аңында булыр бәндә,
Шайтандан да алданмаҫ,
Дөрөҫлөктән томаланмаҫ,
Гонаһланмаҫ аңланғас!
Аңланғас!

Пәрҙәләр

Пәрҙәләнгән донъялар ҙа –
Бер мәл килер – пәйҙәләнер.
Йыһан йорто, ҡорған тартып,
Асып ҡуйыр тәҙрәләрен.

Асып ҡуйыр сымылдығын,
Элмәҫ башҡа шаршауҙарын.
Күрәҙәселәй күрербеҙ
Билдәһеҙлек ҡатлауҙарын.

Мәле еткәс, асылыр бер
Аңыбыҙҙың төпкөлдәре.
Һис булмаһа, тоҫмалланыр
Йәшерелгәндең һөлдәһе.

Кем беҙ? ҡайҙан? ҡайҙа
юлыбыҙ?
Беҙ белмәйбеҙ. Күктәр белә.
Күренмәгәнде күрергә
Кемдәр һуңлай? Кем өлгөрә?

Йыһан серле. Тик унан да
Серлерәк шул кеше үҙе.
Бәндәнең үҙ күңелендә –
Барыһын күргән Алла күҙе.

Раббыбыҙҙың батшалығы –
Күпте күргән беҙҙең йөрәк.
Пәйҙәләнһен өсөн сере,
Пәрҙәләрен асыр кәрәк.

Алла ижады

Әсәләр тыуҙыра баланы.
Балалар тыуҙырмай әсәне.
Әсәләр тыуҙыра алғанда,
Үлемһеҙ бәндәнең нәсәбе.

Еребеҙ тыуҙырған кешене.
Тыуҙырмаған ерҙе кешелек.
Әҙәмдән алдараҡ Ер тыуған,
ҡош юлы яралған иң элек.

Бер Илаһ тыуҙырған кешене.
Тыуҙырмаған кеше Алланы.
Бар донъя – тик уның ҡөҙрәте!
Аңлашыла инде аръяғы.

Әсәләр тыуҙыра баланы,
Еттиһә тулғаҡлар сәғәте.
Кешелек яралған бөйөк мәл! –
Быныһы – бер Хоҙай һәләте.

Тик Ғаләм ижады – ул кеше,
Ижадтың юғары ул тажы.
Иң серле ҡаҙаныш, уңышы –
Ул кеше!
Беҙ – Алла ижады…

Үҙенән нығыраҡ яратһа,
Йыһанды һанлаһа иң элек,
Аллаһына оҡшар кешелек –
Нәсәбе лә булыр – мәңгелек!

Таңһылыу ҡАРАМЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға