«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



05.02.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ике таныш осраша:
– Нишләп һин эштә түгел?
– Мин больничныйҙа, йәрәхәт алдым.
– Нимә һөйләйһең, конторала ултырып, ниндәй йәрәхәт ул?
– Иҫнәгәндә мускулдарымды һуҙғанмын.

* * *
Хәрби – ҡатынына:
– ҡотла – миңә майор бирҙеләр.
– ҡотлайым. Һәм һин уның менән нимә эшләнең?

* * *

– Табип әфәнде, – тип ҡото осоп һорай пациент, – ә операция анестезия менән буласаҡмы?
– Әлбиттә, ҡәҙерлем, әлбиттә, – ти табип, – Анестезия Павловна, ауы­рыу­ҙы тотоғоҙ…

* * *
Зоопаркта.
– Атай, атай, ниңәлер горилла беҙгә бик асыулы ҡарайсы...
– Тыныслан, улым, тыныслан, был бит әле касса ғына.

* * *
– Әкрәм, һиңә нимә булды? Күҙ төптәрең ҡап- ҡара, битең тырналып, кейемең йыртылып бөткән. Әйҙә әле, дуҫҡайым, өйөңә оҙатып ҡуяйым үҙеңде.
– Мин өйҙән киләм….

* * *
Бер ир ресторанға килә, буш урынға барып ултырыуы була, эргәһенә официант йүгереп килә лә:
– Ғәфү итегеҙ, был өҫтәл буш түгел, – ти.
– Улайһа, – ти ир, – быныһын ал да, миңә бушын килтер.

* * *
– Һуң, ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – был бит беҙҙең бала түгел!
– Шым-м-м… Ул тиклем ҡысҡырма. Уның ҡарауы, коляскаһы бик ҡиммәтле, – тигән ир.

* * *
Ике ир, тәҙрәнән кем кәүҙәһен нығыраҡ сығара ала, тип бәхәсләшә. Һәм көтмәгәндә береһе еңә!

* * *
– Табип әфәнде, ә бәлки, кәрәкмәйҙер?
– Кәрәк, Иҙел, кәрәк!
– Ә мин Иҙел түгел! Мин – Иҙрис.
– Мин дә табип түгел!

* * *
– Ниңә бер телевизорҙы икенсеһе өҫтөнә ултырттың?
– Хәҙер яңылыҡтар башлана – алып барыусының аяҡтары матурмы икән, шуны ҡарарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға