«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



29.01.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Туғыҙ ҡатлы ике йорт бер-береһенә ҡаршы төҙөл­гән.Тәҙрәләрен асып, ике ир ҡысҡырыша.
− Сәлим, һинең тыуған көнөң ҡасан әле?
− Майҙа. Нимәгә һорай­һың?
− Мин һиңә тәҙрәңә ҡорған бүләк итәм. Атыу ҡатыныңдың өйҙә нисек йөрөгәне вис күренеп тора.
− Ә һинеке ҡасан?
− Июндә.
− Мин һиңә бинокль бүләк итәм. Кемебеҙҙең ҡатыны икәнен яҡшыраҡ күрергә.

***
Помада буялған ир иртән өйөнә ҡайтып инә.
ҡатыны:
− ҡайҙа йөрөнөң?
− Ышанмаҫһың, ҡәҙерлем, төнө буйы бер клоун менән һуғышып сыҡтым.

***
− Һеҙ кем?
− Йоҡолағы һылыуҡай.
− Ниңә шулай йәмһеҙһегеҙ?
− Йоҡомдан уянып етмәгәнмен бит...

***
− Һеҙҙең ҡатынығыҙға нисә йәш?
− 23 йәш.
− Үҙегеҙгә?
− 70.
− Нисек ундай йәш ҡыҙҙы үҙегеҙгә ҡаратып алдығыҙ?
− Танышҡанда үҙемде, 90 йәшлек ҡартмын, тип таныштырҙым.

***
− Ни өсөн хәрбигә кейәүгә сыҡтың?
− Улар йыуа, ашарға бешерә, һәр ваҡыт яҡшы формала була. Иң мөһиме − бойороҡ­тар­ҙы үтергә күнеккәндәр.

***
Аҡланда кәрзин күтәргән ир тегендә-бында йүгерә, ә үҙе ҡот осҡос итеп:
− Ау! Ау! Ау! – тип ҡысҡыра.
Бәшмәк йыйыусы ир килеп сыға ла:
− Ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың? – ти.
− Урман ситендә ҡал­дыр­ған „Ауди”йымды ур­лағандар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға