«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



22.01.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Алло! «Тиҙ ярҙам»мы?
– Эйе!
– Бында бер себен бөтөнләй йыртҡысланған, йоҡлар­ға ирек бирмәй.
– Шунан ни булған, нимә теләйһегеҙ?
– Килеп, уға тыныслан­дыр­ғыс укол һалһағыҙ ине.

***
Өҫтәлдә ике китап ята: йоҡа һәм ҡалын. Йоҡаһының тышына «Логика» тип яҙылған. Ә ҡалынына «ҡатын-ҡыҙ логикаһы. Беренсе том» тиелгән.

***
Профессор лекцияла:
– Һеҙгә нисә тапҡыр ҡабатларға була: Карл Маркс менән Фридрих Энгельс ирле-ҡатынлы түгел, ә дүрт төрлө кеше.

***
Психиатрҙа:
– Әйтегеҙсе, һеҙҙең менән шундай хәл булғаны бармы, мәҫәлән, тауышты ишетәһегеҙ, ҡайҙан һәм кем һөйләүен аңламайһығыҙ?
– Әлбиттә, табип әфәнде, һәм бик йыш.
– Бик ауыр осраҡ, – ти табип. – Һәм ҡайһы ваҡытта була был хәл?
– Телефондан һөйләшкәндә.

***
– Табип әфәнде, тиҙерәк килегеҙсе, иремдең температураһы бик юғары.
– Нисә?
– Белмәйем, градуснигыбыҙ ватылды, ә газ плитаһының термометры «экзотик блюдолар»ҙы күрһәтә.

***
Сит ил резидентын Рәсәйгә ебәрәләр:
– Иғтибарлы бул, «Яңағыңа һалайыммы?» тигән паролде онотма.
– Ә яуабы?
– Кемдән яңағыңа эләкмәй, шул «связной» буласаҡ.

***
– Ильяс, ә ниңә өйөгөҙҙәге бөтә табаларҙың да һабы юҡ?
– Сөнки ҡатыным – тенниссы.

***
Әгәр ҙә Тамбовта бүрегә һәйкәл ҡуйғандар икән, тимәк, ҡазанда мотлаҡ «етем»гә ҡуйырға тейештәр.

***
– Табип әфәнде, ҡатыным менән 15 йылдан ашыу йәшәйбеҙ, әммә балабыҙ юҡ. Берәй кәңәш бирегеҙсе?
– Һуң, ҡатынығыҙға билдәле курортҡа барып дауаланырға кәңәш иткәйнем бит инде.
– Эйе, эйе, беҙ унда алты ай йәшәп ҡайттыҡ.
– Бәй, бәй, мин бит ҡатынығыҙға ғына барырға кәңәш иткәйнем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға