«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Эй, берҙәмлек! Ояларың ҡайҙа? Һине юллап сыҡтым ил буйлап...”



22.01.2013 “Эй, берҙәмлек! Ояларың ҡайҙа? Һине юллап сыҡтым ил буйлап...”

“Эй, берҙәмлек! Ояларың ҡайҙа? Һине юллап сыҡтым ил буйлап...”
Лариса АБДУЛЛИНА
БЕРҘӘМЛЕК
ҡайһы баҙарҙарҙа һатылаһың?
Сәмәрҡәндтә? Әллә Бағдадта?
Һин нәжәғәй һымаҡ
балҡыйһың да,
Юғалаһың йәнә ил-йорттан.

ҡандан килгән тойғо түгелһеңме?
Күңелдәргә һине сәсәләр?
Балалары берҙәм булһын өсөн
Нисек тәрбиәләй әсәләр?

Урал һырттарынан һорарғамы?
Һорарғамы әллә Шүлгәндән?
Урал менән Шүлгән бәхәсенән
Был хис, бәлки, беҙҙә үлгәндер?!

Булыр илдең балалары ғына,
Батыр, тиеп данлай бер-берен.
Киткәндәрен генә маҡтамайҙар,
Тереләрҙең белә ҡәҙерен.

Берҙәмлек бар беҙҙең
зиһендәрҙә,
ҡанда йәшәй бабам хәтере.
Килеп еттек ошо быуатҡа ла –
Милләт тамырҙары ныҡ, һере!

Эй, берҙәмлек!
Ояларың ҡайҙа?
Һине юллап сыҡтым ил буйлап.
Милләттәштең күҙҙәренә бағам,
Бөгөнгөнө һынап, уй уйлап…

БАШҡОРТ ТЕЛЕ

Һин боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.

Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар,
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.

Йыраусылар һиңә ҡалҡан булған.
ҡырҡҡанда ла телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.

Һин дәүләттең именлеге – телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!

Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?!.
Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!

ҡЫШҡЫ ЭТЮД

Һаумы, тыш! Һаумы, ҡышым!
Байығанһың көмөшкә!
Бер ус ҡулыма алам,
Инәм һинең өлөшкә.

Инәмен аҡ ҡыштарға,
Күмеләм ап-аҡ ҡарға!
Күктән көмөш яуғанда,
Иҫем китмәҫ юҡ барға!

Усымдағы көмөштө
Һибәйем шиғыр итеп.
Миҙгел үҙе ағасты
Һырыған шиғыр һирпеп.

КӨҘГӘ ҺЫЙЫНЫУ

ҡояш нуры тула тәҙрәләрҙән,
Бүлмәләргә инә көҙ тыны.
Уҙған йылдан ҡалған
гербарийҙы,
Әйтерһең дә, миҙгел таныны.
Әллә инде күңел генә шулай
Күсмәк булды үткән йылына…
Быйылғы көҙ сыуаҡ тойолһа ла,
Тегеһендә күңел йылына.
Ах, ул көҙҙәр!
ҡояш кеүек балҡып,
Һин ингәйнең килеп ишектән.
Шул хәл тағы ҡабатланыр кеүек…
Булғандары бары төш микән?!.
Юҡ, түгелдер. Көҙҙән
ҡалған йылы
Усаҡ булып яна йөрәктә.
Миҙгел мине хушлашырға түгел,
Мәңге онотмаҫҡа өйрәтә.

* * *
Алһыу апайыма

Күл бар, тиҙәр, Борай яғында,
Һыуы туңмай, тиҙәр, ҡышын да.
Төйәк иткән уны аҡҡоштар ,
ҡышлағандар улар ошонда.
Сере барҙыр инде был күлдең:
Бейей-бейей төшә тәңкәләр,
Йәрәшкәндәр килгән был ергә,
Һыу башлаған шунан еңгәләр.

Мин да аяҡ баҫтым был яҡҡа,
Имеш, булған бында атайым.
Эҙләмәйем кеүек бер ни ҙә,
Эҙҙәренән генә атлайым...
Әсәйем дә булған был яҡта...
Ниңә һөйләйем һуң был хаҡта?
Эҙләнемме улар йәшлеген?
ҡуҙ һүнмәгән әле усаҡта.

Күл бар, тиҙәр, Борай яғында,
Ул торғандай хыял һағында.
Атайымды өҙ(ө)лөп һағынһам,
Киләм әле бында тағын да...
Киләм, апай, һиңә тағын да.
ТУҡАЙҘЫҢ
ҺЫУ ИНӘҺЕНӘ ҺҮҘ

Һинең алтын тарағыңды
Бик урлар инек әле.
Шуҡ үҫмерҙәр бар икән тип,
Бик ҙурлар инең әле.
Малай шаянлығы нимә?
Табылған ҙур ҡараҡтар.
Нимә тороп ҡалған, ана,
Күлеңдән һәм тараҡтан?
Ярға тиклем ер – беҙҙеке,
Башҡалар хужа һыуға.
ҡайҙа икән Һыуһылыуҙар
Был күлдә сәсен йыуған?
Табылып тора сәбәбе, ‒
Ерҙе лә алмаҡсылар.
Ер-һыуҙан һуң, үҙебеҙгә
Шәп ҡармаҡ һалмаҡсылар.
Һыу инәһе! Сығып күрен,
Һыулы сәстәрең уйнат.
Үҙем тараҡ бүләк итәм,
Йә юрый, бәлки, уйлап…

УЛДАРЫМА

Төҫөм итеп һаҡларһығыҙ, тиеп,
Яулыҡ бүләк итһәм улыма,
Онотор ул ҡайҙа ҡуйғанын да,
Алһа алыр... алмаҫ ҡулына.
Мине хәтерләтеп торор, тиеп,
Иҫтәлеккә һалһам һырғалар,
Йә юғалтыр, бәлки, бүләк итер...
Көтөп торған саҡта юрғалар.
Китап ҡалдырайым улдарыма –
Улар шундай зирәк егеттәр!
Таныр улар минең һыҙланыуҙы,
Булыр унда хуплау, өгөт тә.
Илде һөйөү булыр ул китапта,
Ергә тоғролоҡ та бар унда.
Ә телдәрен улар мираҫ итер,
Минең китап булһа ҡулында.
Таныр улар һәр бер һулышымды,
Таныр һәр бер хәреф-нөктәһен.
Минең һыным булыр ошо китап,
Ошо китап әйтер бөтәһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға