18.01.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бер ханым магазинда балаҫ һайлай:
– Миңә балалар бүлмәһенә йәйер өсөн бик саңланып бармаған балаҫ кәрәк ине, – ти.
– Балаларығыҙ нисәү һуң? – тип һорай һатыусы.
– Алтау…
– Улайһа, һеҙгә бүлмәгеҙҙе асфальтлау яҡшыраҡ булыр, тип уйлайым.
***
Бер ханымдың ире үлә. Уны бик һағынған ҡатын күрәҙәсегә барып, күктәге ире менән һөйләштереүҙе үтенә. Бөтәһе лә ул теләгәнсә була. Баш осонда иренең шәүләһе күренә.
– ҡәҙерлем, һин нисек унда?
– Бөтәһе лә яҡшы!
– Унда һиңә минең менән йәшәгәндәгегә ҡарағанда ла рәхәтерәкме ни?
– Эйе, – ти ире, – бик күпкә рәхәтерәк…
ҡатындың күҙҙәре йәшләнә:
– Беләһеңме, минең дә шул ожмахты күргем килә…
– Ниндәй ожмах? Мин бит тамуҡта!
***
Мундирҙар мотлаҡ кәрәк, юғиһә тәртип һаҡлаусыларҙы тәртип боҙоусыларҙан нисек айырмаҡ кәрәк?
***
Ике етәксе һөйләшә.
– Шунан, яңы секретаршаң нисек?
– Һары сәсле ҡыҙҙар һымағыраҡ.
– Нисек инде, ерәнме ни?
– Юҡсы, сәсе ҡап-ҡара, ә үҙе иҫә-ә-ә-ә-әр.
***
«Иптәш участковый, ҡатыныма ышанмағыҙ. Һыуытҡыс менән шифоньерҙы һатып эсмәнем, ә юғалттым».
***
Ательела:
– Нимә тектерергә теләйһегеҙ?
– Күлдәк.
– Тәк, буй-һын үҙегеҙҙекеме, әллә беҙҙекеме?..
***
«Иҫәр һорауҙар» серияһынан:
– Ни өсөн бөтә ауырыуҙар тураһындағы телепрограмма «Сәләмәтлек» тип атала?
***
– Их һеҙҙе, синоптиктарҙы. Бөгөн ҡар яуасаҡ, тип вәғәҙә иттегеҙ. Һәм ул ҡайҙа?
– Эйе, эйе, яуып үтте, тик һеҙҙән ситтәнерәк.
***
«Гаишник» балалар коляскаһы этеп барыусы ирҙе туҡтата ла:
– Тәк, аптечкағыҙ, янғын һүндергесегеҙ, авария мәлендә ҡуя торған билдәгеҙ ҡайҙа, ни өсөн тормозығыҙ насар? 1000 һум штраф, – ти.
– Һеҙ, нимә, – ти ир асыуланып, – был бит балалар коляскаһы.
– Күрәм, – ти «гаишник», – ололарҙыҡы булған булһа, күберәк тә алыр инем.