«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



15.01.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бер ир танышына зарлана:
– ҡатынымдан ялҡтым, көнө-төнө, мине яратмай­һың, тип ҡолаҡ итемде ашай... Шуға бик ҡиммәтле муйынсаҡ алып бирергә тура килде.
– Шунан, тынысландымы һуң?
– Юҡ, хәҙер инде ул, һинең һөйәркәң бар, шуға миңә бүләк бирәһең, ти.

***
– ҡәҙерлем, – ти ир ҡатынына, – әйҙә, бер-беребеҙгә иҫ киткес матур, иҫтә ҡалырлыҡ ял көндәре бүләк итәйек.
– Мин риза, һөйгәнем, – ти ҡатыны, шатланып.
– Улайһа, дүшәмбегә тиклем...

***
– Әйтегеҙ әле, табип әфәнде, бер минут көлөү кеше ғүмерен биш минутҡа оҙонайта, тиеүҙәре дөрөҫмө?
– Был һорауға тура ғына яуап биреп тә булмай. Кемдән көләһең бит... Ғүме­реңдең ҡыҫҡарыуы ла бар.

***
Бер эстон ҡарты алтын балыҡ тота. Тегеһе телгә килеп:
– Ебәрсе мине, үтенеп һорайым, ә мин һинең теләһә ниндәй һорауыңды үтәйәсәкмен, – ти.
Ә ҡарт балыҡтың башын ташҡа бәрә-бәрә:
– Минең менән русса һөйләшмә! – тип ҡысҡыра.

***
Бер ханым танышыу бюроһына килә һәм үҙенә ниндәй ир-ат кәрәклеге хаҡында теҙеп яҙа:
– Ул бик матур йөҙлө, спортсыларҙыҡы һымаҡ кәүҙәле, белемле булһын, йәнлектәрҙе яратһын, миңә төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында һөйләһен, донъяла нимәләр барғанын алдан белһен һәм иң мөһиме – мин һөйләгәндә бер ваҡытта ла бүлдермәһен.
Бюро хеҙмәткәре яҙыуға бик оҙаҡ ҡарап тора ла:
– Ғәфү итегеҙ, ханым, һеҙгә бит ир түгел, ә телевизор кәрәк, – ти.

***
Ғаилә менән машинала бик йыш сәйәхәт итәбеҙ һәм һәр ваҡыт навигатор менән файҙаланабыҙ. Моғайын, шуға улым теле асылғанда иң беренсе: «500 метрҙан уңға боролоғоҙ!» – тине.

***
Иғлан: «Роrsһе» салонына яңғыҙлыҡты еңел үткәрә алған һатыусы талап ителә.

***
– Боронғолар айыуға ҡаршы рогатка менән тик ҡышын йөрөгән.
– Ә ниңә тик ҡышын?
– Йәйен эш бик күп булыу сәбәпле, ир-атҡа эсеү бөтөнләй рөхсәт ителмәгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға