11.01.2013 “Хыял иле” – яңы шиғриәт иле
Башҡорт әҙәбиәтендә йәштәр ижады хаҡында тәнҡитселәр тарафынан һүҙ йыш ишетелмәй. Әлбиттә, тәнҡит булһын өсөн емешле ижад, иғтибарҙы йәлеп итерлек әҫәрҙәр булырға тейеш. Был йәһәттән беҙ, йәш яҙыусылар, шағирҙар, юғары әҙәби кимәлдә тос һүҙебеҙҙе уҡыусыларға еткерәбеҙ, тип әйтә алмайбыҙҙыр. Шулай ҙа әҙәбиәткә аяҡ баҫырға ынтылған йәш быуын хаҡында һүҙ сығарыу мөмкинлеге табылып тора барыбер. 2012 йылда, мәҫәлән, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында йәш шағир Рәшит Зәйнуллиндың “Хыял иле” исемле йыйынтығы донъя күрҙе.
Ни өсөн тап “Хыял иле“ иғтибарҙы йәлеп иттеме? Бәләкәй генә китап фекерҙәр тослоғо, форма яңылығы, стиль үҙенсәлеге менән күңелде арбай. Ә бөгөнгө шиғриәткә нәҡ ошо һыҙаттар етешмәй бит. Йәштәр араһында шиғыр яҙыусылар күп һымаҡ, ләкин шиғри юлдар аша авторҙы таныуы үтә лә ауыр. Күбебеҙ бер үк ҡалыпта ижад итәбеҙ кеүек. Форма, йөкмәтке йәһәтенән дә. Шуға күрәлер ҙә был сүрәттә Р. Зәйнуллиндың йыйынтығы сағыуыраҡ тойола. Уның әҫәрҙәре бер үк ваҡытта шиғыр төҙөлөшө, йөкмәткеһе менән дә үҙенсәлекле.
Авторҙың бер нисә ижад өлгөһөнә күҙ һалайыҡ. Китап “Өшөйһөңмө?” шиғыры менән асылып китә. Был әҫәр ваҡытында “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡты һәм шунда уҡ Рәшитте шиғриәткә үҙ тауышы менән килеп инеүсе шағир тип танытты. Шиғыр авторҙың яҙыу манераһын тулыһынса асып бирә. Уны уҡый башлау менән иң тәүҙә тышҡы формаһына иғтибар итәһең. Башҡорт шиғриәтенә ғәҙәти түгел ул. Бигерәк тә ритм төҙөлөшө йәһәтенән.
Һин өшөйһөңмө? Мин ниңәлер
бик өшөйөм… ҡалтыранам.
Һиңә минең күҙҙәр төбәләлер,
аптырама… Әйҙә, ултыр, ана –
ултырғыстар… Нисек йылытайым
һине, яуап бирсе… ҡолатайым
ҡайһы королдәрҙе? Державалар
емерелһен… Ялҡынлы лавалар
булып янғын сығарайыҡмы беҙ,
хаким булайыҡмы тик үҙебеҙ? –
ҡол итәйем бар донъяны, ерҙе.
Беҙҙең күҙҙәр күпме ғазап күрҙе…
Әгәр ҙә традицион строфаға фекер бөтөнлөгө хас булһа, бында фекер генә түгел, хатта айырым синтаксик берәмек юлдан юлға, строфанан строфаға күсеп килә. Юл башындағы һүҙҙең бәләкәй хәрефтән башланып килеүе юҡтан түгел. Ул ритмик төҙөлөштөң нигеҙе булып тора. Шулай юл аҙағындағы паузалар ҡыҫҡара, шиғыр проза әҫәре кеүегерәк уҡыла. Юл эсендәге “күп нөктә” билдәләре иһә интонацияға тағы ла яңы төҫ бирә.
Шағир үҙенсәлекле форманы бушҡа ғына ҡулланмай, әлбиттә. Тышҡы композиция йөкмәткене асып биреү өсөн файҙаланыла. Ритмик төҙөлөш аша автор хис-тойғоларын асып биреүгә, уҡыусыға еткереүгә ирешә. Ысынлап та, был шиғырҙы дөрөҫ итеп уҡығанда, лирик геройҙың ниндәйҙер эске көсөргәнеш кисереүен тояһың кеүек. Пафос бөтөнләй юҡ, уның ҡарауы, ярһыулыҡ, талпыныу, алға ынтылыш һиҙелә. “Күп нөктә”ләр иһә – лирик геройҙың борсолоу, хәүефләнеүҙәрен баҫыу юлдарын таба алмауына ишара.
Йәш шағирҙарҙың Учалы ҡалаһында уҙғарылған республика семинарында Хәсән ағай Назарҙың йәш ҡәләмдәштәренә әйткән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. Шиғриәттә тема тигән төшөнсә юҡ һәм булырға тейеш түгел, һәр әҫәргә күп яҡлы киң, тәрән мәғәнә һалынырға, кескәй генә шиғри юлда тормоштоң бөтә асылы сағылырға тейеш, тигән фекерен белдергәйне ул. Ысынлап та, берҙәй фәлсәфәүи, мөхәббәт, гражданлыҡ лирикаһын да үҙ эсенә алған шиғырҙар була бит. Һәм ошо рәүешле генә ижад иткән шағирҙар осрай. Рәшит Зәйнуллинды тап улар рәтенә ҡуйырға мөмкин. “Өшөйһөңмө?” шиғырын, мәҫәлән, айырым бер лирик төргә индереп булмай. Мөхәббәт тойғолары, кешелек, донъяуи проблемалар ҙа асыла бында. Лирик герой һөйгәненә мөрәжәғәт итеп, уны был донъяның ғәҙелһеҙлектәренән, яуызлыҡтарынан ҡотҡарырға теләй. Шул уҡ ваҡытта үҙен дә, бар кешелекте лә ҡотҡарыу теләге менән яна.
“Һыуһағайным…” шиғырында ла оҡшаш мотивтар сағылыш таба:
Күҙҙәремдән һығып алып
ике тамсы,
илтәмен усыма һалып…
Уянғансы
шишмәләр, яуып үткәнсе
ләйсән ямғыр,
минең күҙ йәштәрем һиңә
тып-тып тамыр.
“Рәшит шиғырҙары аша уҡыусыны үҙенең хыял иленә саҡыра, үҙе уйлап тапҡан хыялдары менән ярһып, шашып, ысынбарлыҡтан билдәһеҙ мөхиткә – донъя асылына үтергә теләй, шул стихияны ҡанатлы һүҙ, тилбер образдар менән һынландыра. Тимәк, уның хыял донъяһы беҙҙең дә күҙ алдына баҫа, реаль һыҙаттары менән төҫмөрләнә башлай”, – тип яҙа йыйынтыҡтың инеш һүҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбай. Ысынлап та, шиғри юлдарға күңел сафлығы, изге тойғолар һалынған. Автор уҡыусыны ла ошо сафлыҡты һаҡларға, изгелек юлында булырға әйҙәй. Әммә әҫәрҙәрҙә өгөт-нәсихәт уҡыуҙы, аҡыл өйрәтергә маташыуҙы бөтөнләй күрмәҫһең. Күптәребеҙгә хас булған дидактиканан азат шағир. Бары тик үҙ кисерештәрен һүрәтләп, уҡыусыны уйландыра ул. Бының өсөн автор ниндәйҙер айырым образды ҡулланмай, ә кескәй генә поэтик деталдәргә мөрәжәғәт итә. Тормоштағы аныҡ хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлау, ниндәйҙер айырым күренештәр хаҡында яҙыу ят Рәшиткә.
Поэтик деталь аша ҙур дөйөмләштереүҙәр яһау – бына уның стиле.
өҙгөләнгән, йәнһеҙ күбәләккәй
ята ине үлән араһында…
(«Күбәләк»)
…Тәүҙә кеше, ә һуңынан ҡәбер
Офоҡтарҙан ҡайтыр ҡыҙҙы көтөр…
(«Көтөү»)
Үтте көндәр, хәҙер был үткәндәр
юйҙы хәтеремдән төтөндө,
Шул ваҡыт мин яҡты, ҙур
бүлмәмдең
Төтөнһөҙлөгөнә үкендем.
(«Төтөн»)
Рәшит Зәйнуллин ижады, һис шикһеҙ, башҡорт шиғриәтенә яңыса ҡарау, уның сиктәрен, мөмкинлектәрен киңәйтеү ҡөҙрәтенә эйә. ҡаурыйың ғына ҡулыңдан төшмәһен, шағир.
Мөнир ИҡСАНОВ.