«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Бар һөнәрҙәрем ижадыма булышлыҡ итә”



11.01.2013 “Бар һөнәрҙәрем ижадыма булышлыҡ итә”

“Бар һөнәрҙәрем ижадыма булышлыҡ итә”
Балалар өсөн ижад итеүе икеләтә ауыр һәм яуаплы, тиҙәр. Бәлки, шуғалыр ҙа бик һирәктәр генә был изге эшкә тотонорға баҙнат итә. Ә сағыу уңышҡа өлгәшеүселәр, балалар күңелен яулаусылар тағы ла һирәгерәктер, моғайын. Балалар яҙыусыһы, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Фәтҡуллина тап шундай ижадсыларҙан. Балалар донъяһы яҡшы таныш уға. Ә инде нисәмә быуын сабый Фәйрүзә апайҙың әкиәттәр донъяһынан тормош ҡанундарын танып үҫә! Бөгөн Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй. Балалар, ата-әсәләр иһә тынғыһыҙ ижадсынан яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөп ҡала.
– Фәйрүзә апай, балалар өсөн яҙыуы еңел түгел, тиҙәр. ҡәләм шымартып, тәжрибә тупланған, ваҡыт үткән һайын ижад итеү еңелләшә бара түгелме, әллә киреһенсә тойоламы? Балаларҙың аң-зиһене лә, зауығы ла башҡасараҡ бит хәҙер…
– Баланың йәше ни тиклем кесерәк, шул тиклем уның өсөн яҙыуы ҡыйыныраҡ, тиер инем. Хикәйәме, әкиәт булһынмы, ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы, фәһемле булырға, аң-белемде үҫтерергә, илгә, телгә һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Ысынлап та, бөгөнгө балалар бик аҡыллы булып үҫә. Шуға ла яҙған әҫәрҙәр заманса ҡабул ителһен өсөн үҙеңә лә күп уҡырға, балалар өсөн төшөрөлгән йәнһүрәттәрҙе, фильмдар­ҙы ҡарап барырға, сабыйҙарҙың физиологик һәм психологик үҫешен яҡшы белергә кәрәк. Шулай ҙа балалар өсөн яҙыша башлау минең өсөн үтә ҡыйын булманы. Медицина һөнәрен үҙләштереүем баланың психологияһына төшөнөргә ярҙам итте, педагогик белем тәрбиә ысулдарын файҙаланыуға мөмкинлектәр асты. Балалар баҡсаһында эшләүем дә практик яҡтан яҡшы тәжрибә биргәндер. Үҙем дә бит өс бала тәрбиәләп үҫтерҙем. Кескәйҙәр менән эшләр, яҙышыр өсөн уларҙы иң тәүҙә яратырға, үҙеңә лә балалар донъяһына инеп, бала күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә кәрәктер.

– Балалар яҙыусыһы булғас, бала саҡта әкиәттәр, хикәйәләр күңелегеҙгә яҡын тойолғандыр, үҙегеҙ ҙә китаптар менән мауыҡҡанһығыҙҙыр. Ниндәй яҙыу­сыларҙы, әҫәрҙәрҙе айырыуса яра­тып уҡый инегеҙ?
– Беҙ мәктәптә уҡығанда балалар өсөн йыйынтыҡтар бик әҙ ине. Яҙыусыларҙан Һәҙиә Дәүләтшина ғына иҫтә ҡалған. Башҡа китап булмағандыр инде, сиратлашып, ҡат-ҡат уҡый инек. Шул мәлдә: «Их, мин дә шундай яҙыусы булһамсы», – тип уйлай торғайным. Яңы ғына БДУ-ны тамамлап, мәктәбебеҙгә Тимер Йосопов уҡытырға килгәс, шағирә булам, тип янып йөрөүем хәтеремдә ҡалған. Шуға күрә әҙәбиәткә килеүем, ысынлап та, тәбиғиҙер.

– Юбилейығыҙҙы ниндәй маҡсаттар, пландар менән ҡаршылайһығыҙ?
– Мин үҙем көндәлек, аҙналыҡ, йыллыҡ план менән йәшәнем. Берәй уйым тормошҡа ашмаһа, еңел кисерә инем. Олоғая килә ҡәнәғәтлекте, сабырлыҡты өҫтөнөрәк күрәм. Һәр саҡ тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәү үҙе үк матур сифат бит. Ваҡытында тыйыла белеү аҙаҡтан, киреһенсә, ҙур уңыш бирергә мөмкин. Шулай ҙа менәсәк тауҙың түбәһенә менеп етмәгәнмен әле, тип уйлайым. Эшләйһе эштәрем күп. Балаларыма биреп еткермәгән йөрәк йылымды ейән-ейәнсәрҙәремә биреп йәшәйһе, ижад итәһе бар әле.

Мәһәҙи МОРАТОВ яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға