19.10.2010 ДАМИР – ДАН ИР
Философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың тыуыуына быйыл 2 ғинуарҙа 70 йыл тулды. Ә Силәбенең моңло ҡыҙҙарының береһе, шағирә Кәтибә апай Кинйәбулатова күптән түгел үҙенең 90 йәшен билдәләне. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы башҡорттары 22 октябрҙә ошо ике күренекле шәхескә арналған кисә үткәрә.
Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙе уҡыусыларға ғалим Әхмәт Сөләймәновтың халҡыбыҙҙың күренекле улы Дамир Жәүәт улы Вәлиев тураһындағы эссеһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
... Һәр күрешеү – гүйә, тәү күрешеү,
Һәр айырылышыу – гүйә, һуңғыһы.
Мостай Кәрим.
“... смысл моей жизни состоит в том, чтобы быть добрым человеком. Если я всем буду делать добро, то это окупится, люди тоже мне будут делать добро“..
Дамир Валеев (из последнего публичного выступления в качестве официального оппонента на защите кандидатской диссертации
Т. Ю. Порошиной 24 мая 2002 г.)
Танышыу
Ятаҡ тора
ҡанат аҫҡайына
Балаларын алған ҡош һымаҡ.
Бында инһәм, бөтә ауырлыҡтар
Күңелемә яҡын, хуш һымаҡ.
Башҡорт дәүләт университетын минән дүрт йыл әүәл тамамлаған Рауил Бикбаев, сираттағы шиғыр кисәһендә студенттар алдында сығыш яһағанында, “Ятаҡ” тигән шиғырын да уҡығайны. Шунан килтерелде был биш юллыҡ.
Университетта уҡыған биш йылымдың дүртәүһендә БДУ-ның Рауил дуҫ күҙ уңында тотҡан беренсе һанлы ятағы миңә лә “ҡанат аҫҡайына балаларын алған ҡош һымаҡ” тойолғайны... Пропуск тигән нәмәң булмаһа, ул ҡанат аҫтына инә һалып китеп тә булмай ине. Ана бит, ваҡыты еткәс, Рауил һымаҡ уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән шөһрәт аты ҡаҙанған һабаҡташым Тимер Йосопов пропуск һораған вахтер ҡарсыҡҡа ни тип әйтергә мәжбүр булған үҙенең “Пропуск һорама” тигән шиғырында:
Пропуск(а) һорайһың һин,
Һалмайым уны усҡа.
Ғашиҡ булған йөрәк миндә,
Бына ул – пропуск(а).
Ошо ятағыбыҙ янлап бихисап йылдарҙан һуң, нисә үтмәйем, форсаты сығып, унда нисәмә инмәйем, БДУ-лаш ике халыҡ шағирының шиғырҙарындағы шул таныш куплеттар һәр саҡ тел осома килә. Эйе, был йорт дөйөм вә уртаҡ торлаҡ ҡына түгел ине беҙҙең өсөн. Ата йортолай ҡәҙерле ул беҙгә. Ул, Тимер дуҫым әйтмешләй, ғүмер баҡый ғашиҡтарҙы үҙенә тартып торҙо, уларҙың йөрәген пропуск(а) итте, һәм үҙе тотошо менән ғашиҡтар йорто булды. Бында әллә күпме ғаилә яралды ла, бөгөн үҙҙәре үк атай, әсәй, олатай, өләсәй дәрәжәһенә еткән быуындар тыуҙы... Әммә әле әйтергә теләгәнем был түгел, ә атай йортона тиң ошо ятағыбыҙ шаһит булған башҡа хәтирә хаҡында һөйләргә теләгән инем мин. Әйтергә теләгәнемдән элек шиғри юлдар хәтергә килеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй булыр. Тимәк, әҙ генә алдашҡанмын: янынан үткәндә, инергә форсаты сыҡҡанда ғына түгел, ятаҡ һүҙен ҡыҫтырып, яҙа башлауым уҡ мине, ирекһеҙҙән, хәтирәләргә бирелергә мәжбүр итә. Ана шул хәтирәләрҙең береһе, һағынып, һағышланып иҫләй торғаны менән таныштырмаҡсымын.
... Бөгөнгөләй хәтеремдә. 1965 йылдың сыуаҡ көҙө. Өсөнсө ҡаттағы тынсыу бүлмәмдән сығып, оҙон коридорыбыҙ БДУ-ның төп уҡыу корпусы яҡлап ихата яғына ҡараған тәҙрәгә килеп терәлгән ерендә баҫып торам. Хәҙер хәрби кафедра ҡуйған гараж урыны ул саҡта сквер кеүек планлаштырылып, унда-бында эскәмйәләр ҙә тора ине. Шар асыҡ тәҙрәнән шунда күҙ һалам. Кемдәрҙер, йәбешеп ятып, шул эскәмйәләрҙә китап уҡый, кемдәрҙер яңғыҙ йә парлашып үрле-түбәнле йөрөштөрә. Бына ҡаршылағы арка яғында ике егет пәйҙә булды. ҡыҫҡа буйлыһын шунда уҡ таныным. Хәйбулла егете. Һабаҡташым. Арабыҙҙан бер әсе теллебеҙ тарафынан тағылған Соҡрой тигән лаҡап исеме менән мәғлүм Файыл Мөхәммәтов ине. Йыуантағырағы ят егет булып сыҡты. Ул һиңкелдәтә баҫҡан һайын, ҡабарынҡы ҡуңыр-ҡара бөҙрә сәсе, бәпембә мамығын хәтерләтеп, елп итеп осоп китерҙәй була.
Тирә-йүндә эштәре лә юҡ егеттәреңдең. ҡул болғай-болғай, ни хаҡындалыр ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшә-һөйләшә килә ине улар. Бына Файылым ятаҡ яғына күҙ атты ла миңә ҡул болғаны, шул ыңғайҙан уҡ күршеһенең ҡолағына боролдо...
Ике-өс минут та үтмәне, Файыл менән теге ят егет минең ҡаршымда торалар ине инде.
– Таныш бул. Был егет Әхмәт Сөләймәнов булыр.
Файыл дуҫ шулай тип әйтеүгә, теге егет ҡулын һуҙҙы.
– Дамир Вәлиев.
Исем-фамилия бер нәмә лә әйтмәй әле, тигән кеүек, артабан инициативаны йәнә Файыл алды:
– Беҙ бер йыл тарихсылар менән бергә уҡыныҡ, бергә торҙоҡ. Ул тарих һәм филология факультеты тип атала ине. Бөрйәндән ике Әхмәт бар ине тарих-филология факультетында: береһе – ошо торғаны, беҙҙеке, икенсеһе тарихсы ине. Йәнғәлин тип йөрөтһә лә, дөрөҫ фамилияһы Ейәнғәлин булған, әлбиттә.
ҡара ҡашлы ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре, –
тип йырлайҙар бит әле. Ул йыр бер табын артында ошо ике Әхмәткә ҡарап сығарылған. Һүҙҙәрен һинең менән минең яҡташыбыҙ шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың ҡустыһы Уран ағай Кинйәбулатов әйтеп торған, бейеү сәнғәте сәсәне Йәнғәле Вахитов ҡурайында көй сығарған...
– Алай булғас, тиген егеттәрҙән түгел икән был Әхмәт дуҫ.
Яңы танышым шулай һүҙ ҡыҫтырҙы, ә Файыл Дамир менән таныштыра башланы:
– Дамир Жәүәт улы минең яҡташ булып сыҡты...
– Бәй, ул да Хәйбуллананмы ни?
– Мин һине яҡшы аңлайым, Әхмәт. Хәйбулланан өсәү булабыҙ икән,тимәксеһең инде?
– Әле генә, Бөрйән егете, тигәйнең түгелме?
Һүҙгә яңы танышым да ҡушылды.
– Шаяртам. Ул Хәйбулла кейәүе булырға тора. Оҙаҡламай Аҡъюл ауылынан килгән һабаҡташыбыҙ Флүрә Юламанова менән яҙылышырға ниәтләнәләр ҙә, – тине лә таныштырыу процедураһын дауам итте. – Баяғы һорауыңа яуап: Дамир Силәбе өлкәһендәге Арғаяш тигән райондан. Минең атай ҙа шунан булған. Һуғыш тигән ҡәһәрең арҡаһында тол ҡалған әсәйем Хәйбуллала миңә икенсе атай тапҡан. Дамир бына шулай миңә яҡташ булып сыҡты.
– Ал-лай икән, – тип әйтеүемә, Файыл таныштырыу миссияһын дауам итте:
– Дамир дуҫым, техникум тамамлап, энергетик дипломы алған. Әрмелә өс йыл “айт-два” йөрөгән. Свердловскиҙағы юридик институтты тамамлап, йүнәлтмәне БАССР-ға алған...
Тәҙрә төбөндә генә һөйләшеү менән һүҙ бөтмәне, Файыл үҙенең бүлмәһенә саҡырҙы. Артабан беҙ, мул табындай күреп, ҡара икмәккә маргарин һылап, яйлап ҡына һөтһөҙ сәй һемерә-һемерә, оҙаҡ ҡына гәп һаттыҡ.
Кемгә нисектер, минең менән йыш ҡына шулай була. Ғүмерҙә лә күрмәгән, ишетмәгән, белмәгән кеше менән бер ултырҙаш булыуым етә – мин уны элек-электән үк белгәнмен, әллә ҡасан уҡ күргәнмен кеүек тойола башлай. Был юлы ла шулай булды. Быға, бәлки, Дамирҙың киң эрудициялы булыуы, бәлки, тарихи, сәйәси темалар буйынса иркен фекер йөрөтөүе, бәлки, тегеһе лә, быныһы ла сәбәпсе булғандыр. Кешене тыңлай белеүе лә, маңлай яҙып һөйләшергә әүәҫлеге лә ылыҡтырғыс ине яңы танышымдың.
Ярҙамсыл егет
Тәүге осрашыуҙан һуң, университетты тамамлағансы, Дамир менән күрә, күрешә йөрөлдө.
Бер йыл академик ялда булыу сәбәпле, уҡырға бергә ингән иптәштәремдән бер йылға һуңлап, университетты 1967 йылда ғына тамамланым. Биш йыл буйы аспирантура вәғәҙә итеп йөрөнөләр ҙә, ни сәбәптәндер, баш тарттылар ҙа, Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағына ҡалдырҙылар. Минең бәхеттән, шул йылды, ауылдаштарымдың юллауы буйынса, тыуған ауылым Нәбиҙәге башланғыс мәктәпте һигеҙ йыллыҡҡа әүерелдерергә булғандар. Шул турала ишетеү менән, кәләшем Флүрә менән ауылда, һигеҙ йыллыҡҡа нигеҙ итеп, бишенсе, алтынсы синыфтар асып, мәж килеп ятһаҡ, диплом эшем етәксеһе Марат Минһажетдинов: рас, вәғәҙәләрен онотоп, аспирантураға ебәрмәгәндәр икән, һин Бөрйән төпкөлөндә ятып, кандидатлыҡ диссертацияһы ла яҙырға, имтихандарын да бирергә тейешһең, тип хат артынан хат яҙа ла хат яҙа, кәңәштәрен бирә. Шул кәңәштәре өсөн Марат Хәләф улына мин мәңге рәхмәтлемен. Уның һүҙен тыңлап, каникул, йәйге ял һайын, ауыл тормошона хас ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа һелтәйем дә, Өфө ҡайҙа – мин шунда. Шул саҡтарҙа Үҙәк республика китапханаһына нисә килһәм, шунса тиерлек Дамир менән йәнә осраша башланыҡ. Ул инде үҙе лә ғилем юлын һайлап өлгөргәйне. Философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй ине. Мин фольклор ғилеме буйынса, легенда, риүәйәттәрҙең ер-һыу атамаларын аңлатыуға ҡоролғандарын тикшереп маташа инем. Тәүге осрашыуҙарҙа уҡ минең теманың айышына төшөнөп алды ла был, төрлө сығанаҡтар тәҡдим итә башланы.
– Һиңә Әбү Хәмид әл-Ғарнати тигән ғәрәп сәйәхәтсеһенең юлъяҙмалары танышмы, юҡмы? – тине бер саҡ.
– Бисмиллаға ишетеүем, – тим.
– ҡарарға кәрәк, унда венгрҙар менән Дунай буйына барып юлыҡҡан боронғо башҡорттар хаҡында ла әйтелгән.
Мин ул китапты эҙләнем-эҙләнем – тапманым. Шул турала әйтеүем булды – үҙенең шәхси китапханаһындағы данаһын килтереп тә бирҙе Дамир. Уны ҡараштырып, кәрәк ерен күсергеләп алыуыма, Фукс тигән берәүҙең барымта тураһындағы китабын тотоп килгән дә:
– ҡараштырып сыҡ. Һинең байтаҡ материалың ҡаҙаҡ менән башҡорт араһындағы барымталарға, шул барымталар арҡаһында ҡарымталашыуҙарға бәйле бит. Уҡып сыҡ, – тине. Рәхмәт тойғоһо менән уныһының да файҙаһын күрҙем.
1972 йыл Дамир Вәлиевтың да, минең тормошомдоң да, яҙмыштың үҙен дә хәл итмәле киҫкен боролош йылы булды: ул да, мин дә БДУ уҡытыусыһы булып киттек. Философия фәндәре кандидаты булараҡ, Дамир философия кафедраһына урынлашты, мин өлкән уҡытыусы сифатында башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эш башланым. Беҙ йышыраҡ күрешә башланыҡ. Ул, ғилем тауының тәүге артылышына артылып өлгөргән кеше, этика менән етди ҡыҙыҡһына башланы. Төрлө кимәлдәге ғилми конференцияларҙа сығыш яһай, ғилми йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа мәҡәлә артынан мәҡәлә баҫтыра. Рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире, профессор Лев Григорьевич Бараг менән уртаҡ тел тапты һәм ул төҙөгән “Фольклор народов РСФСР” тигән йыйынтыҡтың даими авторына әйләнде. Был йыйынтыҡ федерация кимәлендә генә түгел, Союз күләмендә лә бик абруйлы баҫма иҫәпләнә ине. Уның мөхәрририәте һәм яуаплы мөхәррирҙәре араһында, донъя фольклористикаһында исеме мәғлүм Л. Барагтан тыш, Кирәй Мәргән, Т. Акимова, В. Архангельская, В. Кругляшова, И. Лупанова ише мәшһүр фольклорсылар бар ине. Уларҙың баһаламаһына лайыҡ булып, был йыйынтыҡҡа эләгеү диссертация яҡлаусылар өсөн үҙенә күрә бер гарант иҫәпләнә ине. Шуға күрә лә ошо йыйынтыҡта унға яҡын мәҡәлә баҫтырыуы, ә шуның 3-сө сығарылышының Дамир Вәлиевтың мәҡәләһе менән асылыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Исеменә – есеме, тигән кеүек, Л. Бараг бабайҙың йыйынтығында баҫылған мәҡәләләрендә Д. Вәлиев файҙаланған сығанаҡтарҙың күбеһе башҡорт фольклорынан була торғайны. Милли фольклорыбыҙҙың теге йә был жанрҙары хаҡындағы төшөнсәһен асыҡларға булһа, Кирәй Мәргәндән тыш, минән дә кәңәш алыр булды. Шулай ҙа уның үҙенән кәңәште күберәк алғанмындыр, моғайын.
Бушамаһын билдә билбау
Яу бөткәс, батыр күбәйә, тип бабаларыбыҙ бигерәк тә дөрөҫ әйткән. Ошо күҙлектән, тарихи үткәндәрҙе ситкәрәк ҡуйып, үҙебеҙ йәшәгән осорға баҡһаҡ, ул мәҡәлдең мәғәнәһе тотош йәмғиәттең һәм йәмәғәтселектең, яу бөткәс, батырланыуы хаҡында уйландыра. Сталин барҙа бөтәһе лә: “Сталин – беҙҙең атабыҙ!”, “Сталинға һөйөү, Сталинға дан!” – тип йырланы-йырланы ла, үҙе үлгәйне, уны фашлай башланылар, хатта кәүҙәһен мавзолейҙан алдылар. Хәҙер сират Ленинға етеүе хаҡында һүҙ ҡуйырталар. Брежневты ла тәүҙә илаһи заттай күреп, күккә сөйҙөләр-сөйҙөләр ҙә (йәнәһе, икенсе Ильич!), үлгәйне генә, уның да тетмәһен тетә башланылар.
Башҡортта “йығылғанды түбәлә” тигән мәҡәл дә бар. Әллә шуны һүҙмә-һүҙ аңлап, шуның буйынса эш итеүҙе хуп күрәләр. Әллә ни. Беҙ бит инде – социалистик йөкләмәләр алып, планды арттырып үтәргә күнектерелгән халыҡ. Шул мәҡәлде тура мәғәнәһендә аңлаусылар унда әйтелгәнде арттырып үтәргә тырыша. Быныһы иһә, йығылғанды ғына түгел, үлеп, ҡәбергә күмелгәнде лә ҡыйнауҙа ла күренә. Ә бит мәҡәл, бойороҡ һөйкәлешендә әйтелһә лә, шуның киреһен, йәғни йығылғанды түбәләү – егетлек түгел тигәнде күҙ уңында тотҡан.
Беҙҙең университетта эшләй башлауыбыҙ шундай атмосфераға тап килде. Етмәһә, йәшен атып, күк күкрәүе ишетелмәһә лә, офоҡ артында ялағай уйнай башланы...
Нәҡ шул дәүерҙә Дамир Вәлиевҡа илле йәш тулды. “Илле йәш – елле йәш. Иллеләге – ил ағаһы”, – ти халыҡ.
Илле йәштә ил ағаһы
Булырһың һин,
Уҙам, тиһәң, уҙағыңды
Уҙырһың һин;
Йыйындарҙың уртаһында
Булырһың һин,
Өр-яңынан һайлам уҡтар
Юнырһың һин.
Һайлам уғың сорғатырһың
Белеп кенә,
Сама менән ҡоласыңды
Киреп кенә,
Аяғыңды таймаҫ ергә
Терәп кенә.
Тик ятмаһын илле йәштә
ҡыҙыл телең.
ҡылыс үтмәҫ ерҙә телең
Менән телең,
Мәгәр ҡасан, кемгә, ҡайҙа
Ни әйтерең
Бизмән менән үлсәгәндәй,
Әйтә белең:
Әйтер һүҙең, мәргән уҡтай,
Сәпә сәпкә,
Әйтмәҫ ерҙә алтын һүҙең
Юҡҡа сәсмә!
Илле йәштә билең бирмә
Бер кемгә лә.
Бил биргәндең баштарына
Килер бәлә.
Бил бирмәһәң, майҙан тотоп,
Торорһоң һин,
Таһыл менән төрлө хәйлә
ҡорорһоң һин,
Уҙағыңды, бау борғандай,
Борорһоң һин,
Ас биленән ҡыҫып, ситкә
Орорһоң һин.
Илле йәштә бушамаһын
Билбау билдә,
Иллеңдә лә ирекмә, бул
Таяу илгә.
Шулдыр тамға,
Шулдыр билдә
Ысын иргә.
Иллеһенә тиклем үк Дамир ысын мәғәнәһендә ил ағаһы тигән дәрәжәгә лайыҡ булғайны инде. Иллеһендә, спортсылар әйтмешләй, уның икенсе тын алышы башланды. Шундай заман килде. Майҙандар, йыйындар, трибуналар, иң башлығынан күрмәксеме, нисек, тел биҫтәләренең тел сарлау урынына әйләнде. Шундай саҡта Дамирҙың хаҡ һүҙе ағылып, сарсағанда, тамағыңа яғылып тормалы һәм һыуһын ҡандырмалы ҡымыҙ һымаҡ булды. Уның ул саҡта әйткәндәрен бөгөн хәтергә төшөрһәң, шул айырым асыҡ аңлашыла: булып ятҡан смутаға комментарийҙар биреүселәрҙән айырмалы рәүештә, киләсәктә лә актуаллеген юғалтмаҫлыҡ һүҙ әйтер булған икән ул, Хәйер, үҙегеҙ фекер йөрөтөгөҙ. Дамирға илле йәш тулыу айҡанлы “Совет Башҡортостаны” гәзитенә биргән интервьюһын күҙҙән кисерһәгеҙ, быға үҙегеҙ ҙә яҡшы төшөнөрһөгөҙ. ҡайһы бер кескенә төҙәтмәләр менән һеҙҙең иғтибарға шуны тәҡдим итәм. Рәхим итегеҙ!
Суверенитет өсөн көрәш яугиры
Тарих аренаһына 90-cы йылдар килде. Зарлы, ҡанлы, күҙ йәшен күп түктергән, йәш аралаш көлөргә лә форсат биргән XX быуат менән бәхилләшер мәлгә лә килеп еттек. Килеп тә еттек, әкренләп XXI быуатты кимтей ҙә башланыҡ. Шул мәлдәрҙә булып ятҡан хәлдәрҙе күҙәтә килә, мин тағы шуға төшөндөм. Әңгәмәбеҙ ваҡытында Дамир әйткәндәр, күрәҙәсе күрәҙәләгәндәй, юраусы юрағандай, барыһы ла юш килде. Хатта ки хөрмәтле Галина Георгиевнаның иҫкәртеүе лә шундай уҡ һөҙөмтә бирҙе: башҡорт ҡыҙҙары өсөн хәҙер сәхнәгә ярым яланғас ҡына түгел, Галина апайыбыҙ күрергә теләмәгәндең киреһенсә, сыр яланғас (тегеһен-быныһын ҡаплап торған ус аяһындай сепрәк булды ни ҙә булманы ни!) сығыу хәҙер ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә башланы. Ялтыр-йолтор тағып, кендек күрһәтеп, бот төбөнән мини юбка кейеү, өҫтән ярты күкрәккә тиклем яланғас “кейенеп”, сигарет көйрәтеп, һыра һемерә-һемерә йөрөү хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуныһы уйландыра: был ҡыҙҙарҙың күбеһе ауылдыҡылар. Улар уйынса, Көнбайышҡа һуҡырҙарса эйәреү генә түгел, уларҙан арттырып ебәреү – цивилизация, мәҙәнилек билдәһе. Ошо урында Дамир Вәлиевтың, бөтә сфераларҙа ла әхлаҡ нигеҙҙәре өйрәнелергә тейеш, инсафлыҡ, тәүфиҡ, әҙәп, миһырбанлыҡ, изгелек төшөнсәләрен күндереү зарур, тигән фекере менән нисек килешмәйһең дә, нисек уны хупламайһың һәм шул идеяны нисек яҡламайһың!
Рәсәй тарихында “смутное время” (“смута”) тигән яман аты сыҡҡан заманды (XVI б. ахыры – XVII б. башы) хәтерләткән, асылында, уҙған йөҙ йыллыҡтың 80-се йылдарында, тотош социализм лагерын, Варшава договорын, компартия етәкселеген юҡҡа сығарыу, СССР тигән державаның ҡеүәтле ҡораллы көстәрен дә, үҙен дә тарҡатыу маҡсатын алға һөрөп, АҡШ белгестәре әҙерләгән һәм тарихҡа “Гарвард проекты” тигән исем менән ингән программаға ярашлы берсә халыҡты “перестройка” тигән ялған лозунг менән албырғатыу башланғанда, берсә Чубайс, Гайдар ишеләрҙең, реформа ла реформа, тип, илде бөлгөнлөккә төшөрөп, олигарх тигән ҡатлам барлыҡҡа килтерергә тотонған заманда бығаса, сәйәсәт – башҡалар эше, тип иҫәпләүселәр ҙә сәйәсәткә килә башланы. Бындай саҡта Дамир Вәлиев һәм уның фекерҙәштәре Марат ҡолшәрипов, Фәнил Фәйзуллин, Зөфәр Еникеев, Рәшит Шәкүров кеүек әүҙем йәмәғәтселәрҙең халыҡ аңын ағартыу эшенә тағы ла әүҙемерәк тотонмауы мөмкин түгел ине. Сөнки теге яуыз ниәтле “Гарвард проекты”ның “Перестройка” һәм “Реформа” тип аталған тәүге ике томына һалынған идея, халҡы социалистик йөкләмәләр алып, уны ваҡытынан алда үтәргә өйрәтелгән ил булараҡ, беҙҙә ҙур энтузиазм менән ғәмәлгә ашырылды.
(Дауамы бар).
Әхмәт Сөләймәнов