«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



25.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Бейеү ваҡытында һөйләшеү:
– Һылыуҡай, – ти егет, – мин һеҙҙең уйығыҙҙы уҡыйым. Сөнки һеҙ минең өсөн асыҡ китап һымаҡ.
– Рәхим итегеҙ, – ти ҡыҙ, – тик тышын ул тиклем һыйпамауығыҙҙы һорар инем.

* * *
– Табип әфәнде, – тип илай бер ханым, – бала тапҡым килә, ә ирем теләмәй. Миңә нимә эшләргә, кәңәш бирегеҙсе?
– Табығыҙ һуң, – ти табип, – ә ирегеҙ тапмаһын.

* * *
Ир йәш кәләшен һыу буйына ҡыҙынырға саҡыра.
– Юҡ, бармайым, – ти тегеһе. – Юғиһә кешеләр һин миңә тик байлыҡ өсөн генә өйләнгәнһең тип уйлаясаҡ.

* * *
Бер ханым табипҡа килә:
– һеҙ тәҡдим иткән дарыу­ҙың миңә бер ҙә файҙаһы теймәйсе. Эсәм-эсәм, бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ.
– Бик ихтимал. Сөнки ул дарыу менән тәнегеҙҙе ышҡырға ҡушҡайным, – ти табип тыныс ҡына.

* * *
– ҡәҙерлем, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйем? – ти ир.
– Әлбиттә, шәшке тун.
– Бәй-бәй, эҫе йәйҙә нимәгә һиңә ул? – ти ир.
– ҡышҡа тиклем беҙ әллә бергә булабыҙ, әллә юҡ. Шуның өсөн алдан алып ҡалайым, тимен, – ти ҡатын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға