«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Мин ғазаптар өсөн яратылған…”



25.12.2012 “Мин ғазаптар өсөн яратылған…”

Ысын шағир һис табынмаҫ
Дан-шөһрәт солтанына.
“Мин – шағир!” – тип
ҡороҡ һалмаҫ
Шиғриәт толпарына.
Ысын шағир – ул эскерһеҙ
Серле Хоҙай балаһы.
Илен яҡлар, ерен һаҡлар
Халҡының күҙ ҡараһы!

“Мин ғазаптар өсөн яратылған…”
Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
Һоҡланһындар өсөн яралтҡан.
Яралтҡан да ситтән ҡарап,
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
(Р. Сафин).
Хоҙай, ахыры, Хоҙай мине
Ғазапланһын өсөн яралтҡан.
Яралтҡан да ситтән ҡарап
Ғазапланғандыр үҙе аҙаҡтан.
Бала саҡтан әхирәттәр
булды ике Ғазап –
Татлыбикә, Әсебикә
ҡуштым исем мәрәкәләп.

Шаштым, көлдөм,
Ғазаптарым менән,
Ай ҡараны беҙгә ҡыҙығып.
Берсә үрҙек, берсә һүттек
Толомдарын хыял ҡыҙының.

Берсә һиҫкәндереп күк йөрәген
Һөйөү бишегендә бәүелдек.
Берсә ғорур, сая аҡсарлаҡтай,
Шатлыҡ океанында кәйелдек.

Берсә елдек Буҙ толпарҙа
Киләсәк аҡланына.
Азатлыҡ гөлләмәһен
Бүләк иттек халҡыма.

Берсә көлдө
күңел өйөмдә,
Ыҙғыштылар берсә
ғазаптар.
Түҙһә түҙҙе йәнем
ғазаптарға,
Тик ғазапҡа ғазап
түҙмәне.

Түҙмәне… Ах, түҙмәне,
Эй, сабырһыҙ ғазаптар.
Бер ғазапһыҙ көндәремде
Ғазапһыҙ төн, ахыры, ғазаплар.

Сеү!
Һыҡтамасы, күңел-өйөм,
ҡарасәле тәҙрәңә –
Татлыбикә, Әсебикә
Һарылғандар йәнә йәнемә…

Ғазаптарым, дуҫҡайҙарым!
Әлмисаҡтан
исемегеҙ
Йөрәгемә ҡайып яҙылған.
Мин ғазаптар өсөн яратылған,
Яҙмышымдың келәме
Ғазап ептәренән туҡылған!

***
Ах, ут-хаким, тешен шығырлатып,
Йыйырҙы ла ялбыр ҡаштарын,
Ялмап алды ялҡын-бармаҡтары
Йөрәгемдең һөйөү хаттарын.

Янды хаттар, янды көлә-көлә,
Тирбәлдереп һомғол
буй-һынын.
Янды… Янды ҡыҫып ҡосағына
Нәфрәт-әрнеүҙәрен, шатлығын.

Янды… өнһөҙ, һүҙһеҙ янды,
Бөрсөк йәштәре лә тамманы.
Бындай көтөлмәгән тамашаға
Хайран ҡалды уттар батшаһы.

Мәңгелеккә күҙен йомдо хаттар,
Көл-кәүҙәһен елдәр урланы.
Юҡ, яңылышам, елдәр урламаны,
Елдәр бары түгелеп иланы.

ҡупырайма, эй шашынма,
Эй, осонма, Ут-хаким!
Хәйер, маҡтанырға ла
Һинең дә бит бар хаҡың.

Һүҙ юҡ, яндырыу,
көйҙөрөүгә
Һин – виртуоз, ҡеүәтле.
Әммә Һөйөү ҡаршыһында,
Валлаһи, һин ҡөҙрәтһеҙ.
Хаттарымдың йәне – йөрәгемдә,
Мөхәббәттең йәне үлемһеҙ!

***
Абау, иркәм, керпегең,
Бирсе миңә бөртөгөн.
(Халыҡ йырынан).
Таңһылыу апайымдың яҡты
иҫтәлегенә

Милләтеңде һораманы әжәл,
Һораманы йәшеңде.
Донъя баҡсаһынан
урлап ҡасты
Һайрап торған ғүмер ҡошоңдо.

Таш атҡанға йүгерә-йүгерә
Ихлас аштарыңды өләштең.
Сабырҙарҙан сабыр йәнеңә,
Ахыры, Хоҙай үҙе көнләште.

Халҡыңдың һин шәфҡәт ҡыҙы,
Ерҙе, күкте һөйҙөң кешесә.
Кеселекте һөйҙөң кешеләрсә,
Кешелекте һөйҙөң кешесә.

Ышанамын, баҡыйлыҡта һин –
Йә хур ҡыҙы, йәннәт сәскәһе.
Әруахтар һиңә һоҡланалыр,
Һоҡланалыр ожмах әсәһе.

Мәңгелек йортоң йөҙөнә
Сигеү-ромашкалар ҡайылған.
Әйтерһең дә, сабый йәнең
Тәбиғәткә йәнә һыйынған.

Һин йәшәйһең ике арауыҡта
Берсә көйөп, берсә шатланып.
Төш илендә мине ҡаршылайһың,
ҡолас-ҡанатыңды киң йәйеп.

Хәл-әхүәлемде һорашаһың –
Көйөнөстәремә көйәһең,
Һөйөнөстәремә һөйөнәһең,
Шуҡлыҡтарыма һин көләһең.

Йышыраҡ кер, апай, төштәремә,
Йыш ҡына ла түгел, көн дә кер,
Көн дә инеп күңел-йорттарыма,
Хәлгенәмде минең һорап бел!
Керсе, апай, керсе төштәремә…

Флорида Әхмәтова-Фазылова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға