«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Таш сәскә – өмөт сәскәһе



26.12.2012 Таш сәскә – өмөт сәскәһе

Таш сәскә – өмөт сәскәһе
Быйыл “Ағиҙел” журналында (№5, 60 – 91-се бб.) баҫылып сыҡҡан “Йондоҙ сәскә” повесы бөгөнгө башҡорт прозаһы үҫешендә, һис шикһеҙ, тағы яңы һүҙ, яңы аҙым булды. Яҙыусы, “Бер кәмәлә” повесындағы кеүек, символизмға мөрәжәғәт итә. Әммә, алдағы әҫәренән айырмалы, бында әйтелгән фекер тағы ла тәрәнгә йәшеренгән, реаль һәм ирреаль ваҡиғалар аралашып килә.
Повесть детектив әҫәр традицияларына ярашлы башлана. Төп герой Рәүеф Юламанов төн уртаһында ишек шаҡыуға уянып китә. Көтөлмәгән ҡунаҡтар тәүҙә үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре итеп танытһа, өйгә ингәс, ордер даулаусы Рәүефкә “ил именлеген һаҡлаусылар” тип белдерәләр. Был мәлдә бөтә ауылда тиерлек ошондай уҡ хәл күҙәтелә: күп йорттарҙа ут яна, ихаталарҙа эттәр өрә, ҡатын-ҡыҙ һыҡтай, ҡәтғи бойороҡтар ишетелә... Генетик яҡтан ҡурҡыу ҡалған кешеләрҙә был мәхшәр: “1937 йыл ҡабатланыуы түгелме икән?” – тигән уй тыуҙыра. Былар – реаллеккә тартым ваҡиғалар. Ил парламентына һайлауҙар, билдәле сәйәси партияның исеме, полиция кеүек һүҙҙәрҙең ҡулланылышы бөгөнгө көн ваҡиғалары менән бәйләй.
Әммә бындай күренештәрҙең бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә булыуы мөмкин түгеллеген асыр өсөндөр автор баштан уҡ үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кеше­ләр­ҙең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләп бирә: “Болдорҙа буйға типә-тиң, өҫтәренә йылтыр ҡап-ҡара плащ, баштарына киң тирәсле ҡара эшләпә кейгән 25 – 30 йәштәр тирәһендәге өс кеше баҫып тора. Йөҙҙәре бөтөнләй ят, төҫһөҙ, шыма, хәс тә бешереп әрселгән бәрәңге – ауыҙҙарын да, танау-күҙҙәрен дә һис шәйләрлек түгел” (61-се б.). Бер ҡарағанда, бындай портрет алымын авторҙың кире образдарға ҡарата мөнәсәбәте менән дә аңлатып булалыр, әммә артабанғы һүрәтләүе был заттарҙың ғәҙәти кешеләр булмауына ишара яһай: “Ике кеше, оҙон плащ итәктәрен елберләтеп, сажиндай эре аҙымдар менән ҡасҡалаҡтың артынан төштө... Иң ҡыҙығы, стройҙағы һымаҡ бер тактта, эшләпәле баштарын бер иш тура тоталар, ҡул һелтәүҙәре лә бер иш” (63-сө б.).
Әмир Әминев – философ һәм психолог. Уны һәр ваҡыт кеше характеры, уның төрлө ваҡиғаларға ҡарата реакцияһы ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә лә уның геройҙары супермен түгел, ә көслө-көсһөҙ яҡтары булған ҡәҙимге кешеләр. Рәүеф тә ялан уртаһында туҡтап торған мәлдә ҡасырға уйланып ҡарай, ләкин батырсылығы етмәй. Бары тик алдағы машиналағы егет кенә алыҫта ҡарайып торған урман яғына йүгерә. Бына ошонда асыла ла инде беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең ысын йөҙө – оло йәштәге кеше ҡасҡалаҡҡа өмөт менән ҡарай, икенсеһе, юҡ менән була, тип белдерә, өсөнсөһө иһә мыҫҡыллы көлә... Береһе лә ошо буталыштан файҙаланып ҡасыу яғын уйламай – һәр кемдә үҙе өсөн ҡурҡыу тойғоһо алға сыға. Дүрт йөк машинаһында килгән әллә күпме кеше был күренеште тамаша итеп ҡарап тора. Ошонда ла инде Рәүеф үҙенсә күңелһеҙ һығымта яһап ҡуя һәм был артабан­ғы сиселешкә нигеҙ бирә. Әҙәбиәт теорияһы талаптарына тура килмәһә лә, был сюжет өлөшөн мин кульминацияға индерер инем. Бындай күңелһеҙ күренешкә шаһит булған кеше генә артабан үҙ-үҙенә ышанып эш итергә мәжбүр була. Ысынлап та, бер ауылға килеп үҙен бер һаҡсыға ҡалдырғас, Рәүеф яланда ҡасырға ынтылған ҡыйыу егетте иҫенә төшөрөп, “үҙен һынап ҡарарға” була. Һыуыҡ көҙгә ҡарамай, сағыу итеп түтәл ситендә ут кеүек янып үҫеп ултырған йондоҙ сәскә уның был аҙымына өмөт, көс кенә бирә. Бына ошондағы күренештәр генә әҫәр сюжетын бер урынға төйнәй, күрәһең. Беренсенән, әҫәргә исем биргән йондоҙ сәскә – “башҡа сәскәләр өшөп, ҡарайып һулығанда” һалҡын­ға бирешмәй, үҫергә ынтылыусы. Тимәк, үҙ яҙмышына мөмкин булғанса ҡаршы тороусы, уны үҙгәртергә тырышыусы өмөт билдәһе, өмөт сәскәһе (әҫәр аҙағында нигеҙ емерелеп, ишек асылғас, төп геройҙы оҙаҡ ваҡыт һоҡландырған сәскәнең һулыуын күрәбеҙ. Тимәк, ул үҙ бурысын үтәй). Ваҡиғалар барышында өйҙә тапҡан плакат та ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә: “Унда рәссам йыһанда гиҙгән кешене төшөрөп ҡуйған. Йәнәһе, совет кешеһе күккә оса, йыһанды үҙләштерә. Бәхетле йылмайған һындың тирә-яғында йондоҙҙар, ҡояш. Зәңгәрһыу болоттар йөҙә...” (74-се б.). Шулай итеп, автор фекеренсә, беҙҙең яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ, ошо сәскә кеүек янып йәшәүебеҙ үҙебеҙ – рухыбыҙ, эске булмышыбыҙ – менән бәйле. Нескә генә сәскә үҙ теләге менән ҡаршы тора ала икән, тимәк, барыһы ла мөмкин, теләк кенә кәрәк.
Икенсенән, Рәүефте ҡалдырып киткән йорт. “Ауыл мәктәбенә лә, клубҡа ла тартым, буйы 8 – 9, арҡырыһы 6 – 7 метр самаһындағы яңғыҙ бер йорт ҡаршыһында торалар ине. Йорт бейек, бетон нигеҙҙә ултыра, башы шифер менән ябылған, уныһы иҫке, йәшелләнеп бөткән. ҡыйыҡ башында – ҡыҙыл флаг, ҡыйшай­ған тәпәш антенна, төбө төшкән сыйырсыҡ ояһы, унан хатта һалам, ҡош йөндәре һәлберәп тора. Урам яҡҡа өс тәҙрә ҡарай, өсөһө лә тимер рәшәткә менән көпләнгән...” (64-се б.). Повесть башында утыҙ етенсе йылдарҙы иҫкә төшөрөү һәм Рәүеф бикләнеп ҡуясаҡ был йорттоң тышҡы күренешен ентекләп һүрәтләү автор тарафынан бушҡа эшләнмәй. Тимәк, беҙҙең булмышыбыҙҙа совет осороноң трагедияһы – ҡурҡыу, битарафлыҡ, инициативаһыҙлыҡ. Быны беҙ Карл Юнг традицияларына ярашлы психоанализға тартым алымға оҡшата алабыҙҙыр. Тимер рәшәткә, бейек бетон нигеҙ кеүек күренештәр тап ошо фекер­ҙе асыу өсөн хеҙмәт итә лә инде. Артабан Рәүеф янына килтереп ябылған ҡатын образы ла ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, йәш ҡатын-ҡыҙ йәшәү, киләсәк кеүек символик мәғәнәгә эйә. Уның исеменең Рәүфә булыуы мәғәнәне тағы ла киңәйтә – ир-ҡатын ғына түгел, ә мөхәббәт, бер бөтөнлөк хасил булыуы. ҡатын-ҡыҙ – өй, усаҡ йылыһын һаҡлаусы, гармониялы тәртип урынлаштырыусы, яртыһына рухи терәк. Тап ошо ҡатын Рәүефте үҙ яҙмышына битараф булмаҫҡа, был яҙмыштан ҡотолоу юлдарын эҙләргә этәрә – баҙ аша ҡасыу мөмкинлеген күрһәтә.
Баҙ эсендә соҡор ҡаҙыу автор тарафынан үҙ геройҙарының асылына, рухи тамырҙарына ҡайтыуҙы символлаштыра кеүек. Тәүҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы картинаһы күҙ алдына килһә, артабан Салауат менән Юлай Аҙналиндарҙы язалауҙы күрә Рәүеф – тәрәнәйгән һайын алыҫыраҡ дәүерҙәргә төшөү. Соҡорҙо төпкәрәк ҡаҙғанда кеше һөйәктәренең килеп сығыуы – ул совет ҡоролошоноң, ғөмүмән, киңерәк – бөтә империяларҙың да кеше һөйәктәрендә төҙөлөүенә ишара түгелме? Сөнки өйҙөң тыштан бейек һәм бөтөн булып күренгән бетон нигеҙе лә кеше һөйәктәренән булып сыға бит. “Баҫҡан һайын, ташҡын һыу кәмәне өҫкә күтәргән һымаҡ, һөйәктәр өҫкә күтәрелә барҙы, күтәрелә барҙы. Шулар араһында күмелеп ҡалыу ҡурҡынысы тыуҙы, шуға ла Рәүеф туңҡанлап соҡорҙан баҙға күтәрелде. Артына боролғайны, соҡорҙоң һөйәктәр менән тулғанын шәйләне. Һөйәктәр үҙе соҡоған соҡорҙоң төбөнән түгел, ә бетон нигеҙҙең ярыҡтарынан сыға тиһә, нигеҙ үҙе шау һөйәктән тора һәм ул шығырлап-шығырлай. Яйлап төрлө урындан ярыла, ишелә, ватыла һәм һөйәккә әүерелә бара, имеш” (89-сы б.). Таң атҡас, улар өй нигеҙенең емерелеп, бүрәнәләре менән ерҙә ултырыуын күрә. Нигеҙе китһә лә, йорт таралып төшмәй әле, ултыра. Йылылыҡ, ҡотлолоҡ символы булараҡ, билдәле, мейес тә емерелеп төшмәй. ҡыйыҡ башында эленеп торған флаг ҡына теткеләнеп селтәргә әйләнгән...
Күҙаллауыбыҙса, әҫәр бигүк оптимистик рухта осланмай. Нигеҙ емерелеүенән һуң Рәүеф менән Рәүфә ҡайтыр юл эҙләп йөрөп ҡарай, әммә йәйге кейемдәр менән тубыҡтан ҡар кисеп алыҫ бара алмайҙар, кире әйләнәләр һәм өйгә инергә мәжбүр булалар. Ләкин «мөҙҙәте еткәс, тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, указдары сығасағын, үҙҙәренең бер-бер артлы гүргә инәсәктәрен, ә егет ҡорона еткән Салауатты дөм ҡараңғы, быҫҡаҡ ямғырлы бер төндә ҡара кейемле оҙон өс һаҡсының ябыҡ машинаға ултыртып билдәһеҙ тарафҡа алып китәсәктәрен улар күҙ алдына ла килтерә алмай ине... Тимәк, көрсөк. Атаһын, йәғни Рәүефте, әрәм иттеләр. Улын, Салауатты ла, шул яҙмыш көтә… Бына шундай йәмғиәттә йәшәйбеҙ инде, үкенескә күрә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, “Йондоҙ сәскә” повесын еңел генә ҡабул итеп булмай. Ул – традиция һәм новаторлыҡ синтезынан уҡ­маш­ҡан тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәр. Әмир Әминев әҫәрҙәре тураһында республика матбуғатында әҙәби-тәнҡит материалдары даими баҫылып торһа ла, уның ижады тулыһынса асылмаған һәм баһаланмаған. Был тәңгәлдә философтарҙың һәм психологтарҙың фекерҙәре лә бик кәрәкле булыр ине.

Флүр СИБӘҒӘТОВ,
БДУ доценты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға