«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Илатты ла, көлдөрҙө лә



18.12.2012 Илатты ла, көлдөрҙө лә

Илатты ла, көлдөрҙө лә
(Салауат Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” (“Әсир”) спектаклен ҡарағандан һуң)
Ваҡиғалар егерменсе быуаттың 70-се йылдарында бара. Әҫәрҙең төп геройы Сәлмән (Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин) һуғышта әсирлеккә эләгеп, Бухенвальд лагерының барлыҡ ғазаптарын татып, шунда ла бөгөлөп төшмәгән ир өсөн тыуған яғына ҡайтҡас та алыш тамамланмай. Әсир, һатлыҡйән, пленник тигән мөһөр тағып ҡуялар. Был мөһөр уның ғаиләһенә – ҡатыны Ғәлимәгә (Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова), улы Шамилға ла (Венер Сөнәғәтов) тынғы бирмәй. Бер туҡтауһыҙ хәрби комиссариаттан тикшереп килеү, төпсөнөү-соҡсоноу. Еңеү байрамына башҡаларҙы саҡырғанда ул ситтә ҡала. Ә инде Мәхмүт бригадир ҙа күршеһен бандиттан ғына һалдыра, мәктәпте тамамлап, эш һорап килгән улы Шамилды, һатлыҡйән балаһына эш юҡ, тип кире бороп сығара. Юҡ, һатлыҡйән булмай Сәлмән. Яу ҡырында иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә. ҡаһарманлығы өсөн үҙен ике тапҡыр ҡыҙыл йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләгән булғандар ҙа бит. Әммә был наградалар уны бик һуң, бик һуң – үҙе вафат булғандан һуң ғына эҙләп таба.
Спектакль илатырға йәки көлдөрөргә тейеш, тиҙәр. “Ғүмерлек ғазап”ты тамаша ҡылғанда хатта ирҙәр ҙә күҙ йәштәрен тыя алмай ултырҙы.
Әсир. Был һүҙ аша йәмғиәттә барған шик-шөбһә ауылдаштар менән генә түгел, хатта ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереүе әҫәрҙә оҫта күрһәтелә.
Сәлмән. Нишләп ултыраһың, улым? Мин, бына, иртәгә утынға барһаҡ тип, атты ҡарап килдем әле.
Шамил (ярһып). Ат!.. Нимәгә хәжәт ул миңә һинең атың!.. Суҡынып ҡына китмәйме шунда!..
Сәлмән. Аһ, нимә булды, улым?
Шамил. Нимә!.. Нимә!.. Һорап тораһың… Һинең арҡала!.. Һинең арҡала булды!..
Сәлмән. Минең арҡала?..
Шамил. Шунда маңлайыңа бер пуля йәл инеме?! Йәнең ҡәҙерле булдымы?!
... Ғәлимә (илай). Нимә әйтергә лә белмәйһеңме ни? Һинең арҡала сығып китә бит ул! Шуны ла белмәйһеңме ни!.. Эй, аллам!.. Нимә тип кенә һиңә сыҡтым икән һуң мин?! Ғүмер буйы бәғеремде кимерәләр!.. Ауыл урамына сығыр әмәл юҡ!.. Хәҙер килеп Мәскәүе тығыла!.. Сәкинә дөрөҫ әйтәлер әле. Башыбыҙҙы ғына харап итәһең бит!.. Эй, илаһым!..
Пьесала шул осорҙоң мәғәнәһеҙ сәйәсәте, һәр йәһәттән ауыл халҡының мөмкинлеген сикләүҙәре асыҡ күренә. ҡасандыр крәҫтиәнде генә түгел, ил халҡын аслыҡтан ҡотҡарған, туйҙырған башҡортто бер көн килеп атынан яҙҙыралар. Сәлмәнде атын һуйырға мәжбүр итәләр.
Театрҙарға йыш йөрөйөм. Күҙәтәм, уйланам, сағыштырам. ҡайһы бер герой­ҙарҙың һөйләшен тыңлап, эх, үҙем булһам, шулайыраҡ тиер инем, халыҡ улай тип әйтмәй бит, тип эстән янып ултыр­ған мәлдәр ҙә булмай түгел. Аллаға шөкөр, был йәһәттән Салауат Әбүзәрҙең геройҙарының теле тамашасыларға танһыҡ, таныш. Шуға ла спектаклдең йәнә бер уңышы – тел үҙенсәлеге. Геройҙар ағас телдә түгел, халыҡсан, ябай ғына итеп әйткәндә, әҙәмсә һөйләшә. “Ғөтдәһен ашағыр”, “әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы”, “милисейә”, “нимес”, “бустый”, “блинный”, “йөрөмә бында еҫкәнеп”, “силсәүет”, “ҡана”, “балнис”, “двор”, “һүҙләшеп торма тағы шуның менән”, “һыңар миҙалы ла юҡ” кеүек халыҡтың һөйләү теленән алынған бик күп һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр тамашасылар­ҙың күңеленә һары май булып яғыла.
Геройҙарҙың һәр һүҙендә халыҡ аҡылы, халыҡ фәлсәфәһе ята.
Сәлмән. Их, бисәкәй, кеше таныуы бик ауыр ул!.. Ғүмер буйы йәшәп тә танымаҫҡа мөмкин… Төрлө була шул кешенең ҡиәфәте… Төрлө була…
Сәлмән. Әҙәм талай торған ниндәй закон һуң ул?! Ат тоторға – ярамай, бер һыйырҙан артыҡ аҫрарға ярамай! Нисек йәшәргә тейеш һуң кеше?! Нисек?
Мәскәүҙән, тағы әллә ҡайҙан режиссер­ҙар саҡырып, уларға ат хаҡы түләп сәхнәләштергән, театр белгестәре, тәнҡитселәре маҡтап бөтә алмаған спектаклдәрҙә ярты зал­дың буш булыуын, килгәндәренең дә тамаша барышында бер сы­ғып, бер инеүен, кү­ңел­лерәк булһын өсөн кафела тамаҡ сылатыуын күреп аптыраған бар. Бының сәбәбе, әлбиттә, ябай: спектакль тоноҡ, аңлашылмай, тамашасының иғ­тибарын үҙенә йәлеп итеү көсөнән мәхрүм. Залдағылар, хәҙер ни­мә булыр икән, тип ҡыҙыҡһынып бер нәмә лә көтмәй. Һәм спектаклгә ахырынаса ин­мәһә лә, бер нәмә лә юғалтмаясағын аңлай.
Күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән “Мәңгелек ғазап” (“Әсир”) – әкиәттәге серле төйөнсөк ке­үек. Башынан уҡ үҙ эсенә алып инә лә аҙағынаса бөтә булмышыңды үҙенә әсир итеп тота. Хәҙер нимә булыр, нимә тип әйтерҙәр икән? Хатта ҡымшанырға ла ҡурҡып, геройҙарҙың һәр һүҙен йоторҙай булып ултыра тамашасылар. Тамаша дауамына сығып, шыбыр-шыбыр һөйләшеп ултыр­ғандар күренмәне.
Күптән түгел ошо театрҙа эшләгән дуҫым Юнир Ғәйнуллин шылтыратты.
– Райондарҙа гастролдә йөрөйбөҙ. Халыҡ эркелеп килә. Шундай шәп әҫәр яҙғаны өсөн Салауат Әбүзәргә рәхмәт уҡып бөтә алмайбыҙ, – тине ул.
Автор һәм театр өсөн шунан да ҙур баһаның булыуы мөмкин түгел. Тор­мош­сан, фәһемле, ғибрәт алырлыҡ был спектакль. Тулҡынландыра, өйрәтә, тәрбиәләй.
Йәнә шуны ла әйтмәй булмай: ҡайһы бер театрҙарҙа премьераға ярты зал тиерлек саҡырыу ҡағыҙы менән килә. Әлбиттә, улар ябай урында эшләгән кешеләр түгел. Вазифа биләгән етәкселәр, министрҙар, урынбаҫарҙар, хакимиәт башлыҡтары… Ә Сибай театрында Салауат Әбүзәрҙең ике премьераһында ла ундайҙарҙы күрмәнем. Барыһы ла йөрәк ҡушыуы буйынса килгәйне.

Венер ИСХАҡОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға