«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Немец әкиәттәрен – башҡортса



18.12.2012 Немец әкиәттәрен – башҡортса

Немец әкиәттәрен – башҡортса
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡор­тостан «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Күмәс өй» тип атал­ған башҡорт, рус һәм немец телдәрендә үҙенсәлекле әкиәттәр китабы донъя күрҙе. Проект авторы – Алһыу Хамматова. Был китапҡа ағалы-ҡустылы Якоб менән Вильгельм Грим­м­дарҙың башҡорт, рус һәм немец телдәрендәге киң билдәле: «Тәмле бут­ҡа», «Һензель менән Гретель», «Бар­ҡыл­дыҡ ҡушаматлы бат­ша» әкиәттәре ин­гән. Баҫма үҙенсәлекле биҙәлеше менән алдыра: ҡурсаҡтар, уйынсыҡ мебель һәм йорт кәрәк-яраҡтарын ҡулланып, сәхнә күренештәре рәүешендә төшөрөлгән төрлө фотолар балалар­ҙың иғтибарын яуламай ҡалмаҫ. Уларҙың өлгөһөндә кескәйҙәрҙең үҙҙәренең дә уйынсыҡтары менән яңыса, ижади уйнарға теләге уяныр.
Проект авторы Алһыу Хамматова китап тураһында:
– Был минең балалар өсөн сыҡҡан икенсе китабым. Һөнәрем буйынса табипмын, әммә ижад итеү – яратҡан шөғөлөм. Тәүге китабым – 2008 йылда француз яҙыусыһы Шарль Перроның әкиәттәре башҡорт телендә донъя күрҙе. Әлеге көндә арҙаҡлы немец яҙыусылары һәм ғалимдары – ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың билдәле әкиәттәрен башҡорт теленә тәржемә иттем. Рус теленә тәржемә Гүзәл Хамматова тарафынан башҡарылды. Китапты өс йылдан ашыу әҙерләнем. Яңы китап биҙәлеше менән ҡыҙыҡлы. Унда ысын ҡурсаҡтар ҡатнаша. Күптәрен үҙем эшләнем. Күлдәктәр шул осорҙа кейгән кейемдәрҙе өйрәнеп тегелде. Биҙәүестәрҙе яһаным, өйҙө балсыҡтан әҙерләнем. Әҫәрҙәрҙең исемдәре сигеп эшләнде. Үҙемдең ике ҡыҙым үҫеп килә. Улар менән беҙ башҡорт телендә аралашабыҙ. Балаларыма сит ил әҙәбиәтен өйрәтеү теләге миңә ошо китаптарымды сығарырға этәргес булды, – ти.
Авторҙың күңел йылыһы һалынып әҙерләнгән хеҙмәте 3000 дана тираж менән баҫылған һәм нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылған.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға