«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



18.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Баш ҡаланың бер ишек алдында торған иғлан: «Хөрмәтле дуҫтар! Оятығыҙ бармы? Сүп-сарығыҙҙы күрше ишек алдына ырғытығыҙ!»

* * *
Табип пациентты ҡарай, үҙе:
– Бер нәмәне генә аңлай алмайым, нисек һеҙ миңә килеп етә алдығыҙ? – ти.

* * *
Психиатр – пацинетҡа:
– Минеңсә, һеҙҙең психикағыҙ менән бөтәһе лә яҡшы түгел.
– Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, әлбиттә, – ти ханым. – Әммә мин тағы ла берәй нәмә ишетергә теләр инем.
– Ярай, улайһа, – ти табип, – тағы ла, һеҙ бик йәмһеҙһегеҙ.

* * *
– Ғәфү итегеҙ, – ти бер ханым, – һаҡсы эттәр конкурсында беренсе урынды алған этте ҡарарға мөмкинме?
– Үкенескә күрә, уны икенсе төндә үк урланылар, – ти ир.

* * *
Полиция бүлегендә телефон шылтырай:
– Ярҙам итегеҙ, үтенеп һорайым, ярҙам итегеҙ! – тигән тауыш ишетелә.
– Хәҙер килеп етәсәкбеҙ, – ти инспектор. – Тик нимә булды һуң?
– Бүлмәгә бесәйҙәр килеп тулды!
– Ошондай юҡ-бар нәмә менән полиция хеҙмәткәрҙәрен борсойһоғоҙ, һеҙ кем?
– Нисек инде, һеҙ кем? Тутыйғош, әлбиттә!

* * *
Ғаризанан: «Минең мөлкәтемде «ҡыҙыл китап»ҡа индереүегеҙҙе һорайым. Сөнки ул бөтөнләй юғалыу сигендә…»

* * *
– Эш хаҡы алғас, нимә тип әйтергә кәрәк?
– Һаумы, минең бәләкәсем!..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға