«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Суртан һәм аквариум



19.10.2010 Суртан һәм аквариум

Ғалимдар ҡасандыр ошондай эксперимент үткәргән.
Бер суртанды ҙур аквариумға ебәрәләр. Ул тәүҙә унда рәхәтләнеп йөҙә. Бер аҙҙан аквариумды ҡалын быяла менән бүлеп ҡуялар һәм суртан ҙур яҡҡа үтә алмай башлай. Ул быяланы күрмәй, һәр ваҡыт шәп итеп йөҙөп барған ыңғай шуға барып бәрелә. Суртан был ҡаршылыҡты еңергә тырыша, әммә оҙаҡ көрәшкәндән һуң, хәлдән тайып, күнә, тыныслана.
Бер аҙҙан ғалимдар быяланы алып ташлай. Әммә суртан аквариумдың был яғына бөтөнләй яҡын килмәй, бәләкәй генә урында йөҙөүен белә...
Мине лә уйҙарға һалды был хәл. Тормошомда күптән инде бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ. Әммә үткәндә яңылыш эшләгән бер эшем башымдан сыҡмай һәм алға ынтылырға, үҫергә ҡамасаулай. Бәлки, алға бер генә аҙым яһап, бөтә эшләгән эштәр өсөн үҙең лайыҡ булған хөрмәтте ҡаҙаныр­ғалыр?

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға