14.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Әгәр уңыш һеҙгә арты менән боролған икән, борсолмағыҙ! Ныҡ ҡына итеп уның арт яғына тибегеҙ. Шул саҡта ул мотлаҡ, кем типте икән, тип әйләнеп ҡараясаҡ.
* * *
Вәли командировканан ҡайтып инә. ҡараһа, уның түшәгендә икенсе ир. ҡунаҡ, өй хужаһын күреп, тиҙ генә урынынан тора ла кейенеп, сығып та китә. Ул китеү менән ир ҡатынынан:
– Әҡлимә, был кем? – тип һорай.
– Әй, шунда үҙен әллә кемгә ҡуйыусы әҙәм аҡтығы. Ни һиңә – һаумыһығыҙ, ни миңә, һау бул, тиеү юҡ, – тигән ҡатын, онотолоп китеп.
* * *
Берәү троллейбустан килеп төшә лә, тәүге осраған кешенән:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең ҡалалағы иң данлыҡлы «Йондоҙсоҡ» магазины ҡайһы яҡта? – ти.
– Һеҙгә тағы биш туҡталыш барырға кәрәк әле, – ти тегеһе.
– Нисек инде, миңә бит троллейбуста ошонда төшөргә кәрәк тинеләр.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ултыра инегеҙме, әллә баҫып бара инегеҙме?..
* * *
– Гөлиә, ана ҡара әле, Иҙрис Ғәлиевич яратҡан ҡатын килә, – ти ире.
ҡатын абына-бәрелә, ҡулындағы һауыт-һабаһын төшөрөп ебәреп, тәҙрәгә барып ҡаплана ла:
– ҡайҙа, ҡайҙа? – тип ҡысҡыра.
– Һуң, ана бит, тыҡрыҡтан килеп сыҡты. Зәңгәр күлдәкле, – ти ир.
– Иҫәр, ул бит уның ҡатыны, – тип екерә ҡатын, асыуланып.
– Ә мин нимә тинем? – ти ире.
* * *
– Итенән рәхим итегеҙ, – ти хужа.
– Рәхмәт, рәхмәт, – ти ҡунаҡ, – − мин ике киҫәк ашаным бит инде.
– Юҡсы, дүртте, – ти хужа, – ашағыҙ, ашағыҙ, уны кем һанаһын…
* * *
Бер ҡаланың зыяраты ҡапҡаһындағы иғлан:
«Машинала тик ғәриптәргә һәм үлгәндәргә генә инергә рөхсәт ителә».
* * *
– Йосоп олатай, һеҙгә хәҙер нисә йәш?
– Әйтмәйем, юғиһә күҙ тейә. Хәҙер Өфөнөң бөтә халҡы тиерлек минән йәш, – тигән ҡарт.