«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Иғлан.
«Педагогия институтына Мария Ивановна исемле ҡыҙҙарҙың бөтәһен дә имтиханһыҙ ҡабул итәбеҙ».

* * *
«Яңы урыҫ»ты терелтеп булмаҫына төшөнгәс, табип уның ҡатынына былай ти:
– Ханым, һеҙ барыһына ла әҙер булығыҙ.
– Барыһына уҡ әҙер булып булмаҫ. Әммә ярты байлығына көсөм етер, – тигән ҡатын.

* * *
– Күршеләрҙә ниндәй тауыш икән ул?
– Телевизион ярыш.
– Бөгөн программала ярыштар юҡ бит.
– Ниндәй спорт, ти?! Ире беренсе программаны ҡарарға теләй, ҡатыны – икенсеһен. Бары шул ғына.

* * *
– ҡәйнәңә арыҫлан ташланһа, нимә эшләргә кәрәк?
– Үҙе ташланған, үҙе ысҡынһын...

* * *
– Был себендәр барыбер аңра. Үлтерәсәктә­рен, йә ағыулауҙарын белә тороп, 12-се ҡатҡа менеп, ҡолаҡ төбөндә бызылдайҙар.

* * *
Тимер юлында эшләүсе ҡатын юл буйлап ҡулдарын болғай-болғай йүгергән ирҙән:
– Эй, йәш кеше, һеҙ әллә поезға һуңланығыҙмы? – тип һорай.
– Юҡ, – ти ир асыулы тауыш менән, – мин уны вокзалдан ҡыуҙым.

* * *
РФ Дәүләт Думаһында каникул тамамланды. Ял иткән депутаттар эшһеҙлеккә ҡайта...

* * *
– Атай, Клава өләсәйемдең тулы исеме нисек?
– Клавдия.
– Бына һиңә мә, ә мин ҡыҙҙар менән «Клавиа­тура» тип бәхәсләштем.

* * *
Уҡыған кешеләр бер ваҡытта ла асыуланмай, ә тиҙ арала үс алыу хаҡында план ҡора башлай.

* * *
Кем, ҡысҡырыу һәм баҡырыу менән бер нәмәгә лә ирешеп булмай, ти, ана, минең ике айлыҡ ҡыҙым менән һөйләшеп ҡарағыҙ.

* * *
– Ни өсөн бөтә донъяла хаҡтар төшә, ә Рәсәйҙә, киреһенсә, арта?
– Кемдер хаҡтарҙың айырмаһын түләргә тейеш тә һуң...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға