07.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бер йәһүд ҡарты ейәненә ботинка бүләк итә.
− Мә, улым, ал һәм ҡәҙерләп кей, − ти.
Бер аҙнанан ейәне олатаһына килә лә:
− Һин бүләк иткән ботинкалар айырылып сыҡты, − ти.
− Нисек айырылды, − тип асыулана ҡарт. − Уларҙы бит минең атайым − ун, мин үҙем − ете, ә һинең атайың биш йыл кейҙе. Ә һин, йүнһеҙ малай, бер аҙнала эшлектән сығарғанһың.
* * *
– Яңылыҡ: 2013 йылдан «АвтоВАЗ» инвалидтар өсөн коляскалар сығара башлаясаҡ.
– Ә әле нимә менән шөғөлләнәләр һуң?
– Киләсәктә үҙҙәренең тауарына клиенттар әҙерләү менән.
* * *
Ир эштән ҡайта. Аш-һыу бүлмәһенә инә һәм саҡ аңын юғалтмай. Ватылырлыҡ бөтә һауыт-һаба ҡыйралған, ҡалғандары иҙәндә ята. Шкафтар ауған, һыуытҡыс ҡыйшайып ҡолаған. Иҙән уртаһында ултырғыста сәсе-башы туҙған ҡатыны ултыра.
– Нимә булды? – ти ир көс-хәл менән.
– Үҙем дә аңламай ҡалдым, – ти ҡатын. – «Мистер Пропер» менән «Мистер Мускул» һуғышты.
* * *
Генераль директор килде. Үҙе лә эшләмәй, башҡаларға ла эшләмәҫкә ҡамасаулай.
* * *
– Шунан, хәлдәр нисек?
– Бөтәһе лә яҡшы, бер ниндәй ҙә проблема юҡ!
– Былай булғас, һиңә өйләнергә ваҡыт!
* * *
– Һеҙҙе һөйөндөрә алам, ирегеҙҙең инфаркт түгел! – ти табип.
– Аллаға шөкөр! Улайһа, нимә һуң? – тип ҡыуанып китә ханым.