«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»



30.11.2012 «Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»

Р. М. Әйтеүе ҡыйын, сөнки вәзғыят һәр ваҡыт үҙгәреп тора, ләкин Туфан аға, аҡыллы кеше булараҡ, бик дөрөҫ әйткән. Бик аҡыллы, образлы әйткән, сөнки татар менән башҡортто ыҙғыштырыуҙан кемдеңдер файҙа күреүе лә ихтимал. Беҙҙең дуҫлыҡ, туғанлыҡ, беҙҙең бергәлек бөтөн кешегә лә оҡшайҙыр ҙа, тип уйламайым мин. Сөнки ике халыҡ араһындағы дуҫлыҡ нығынған һайын, беҙ көслөләнә барабыҙ, ике халыҡ бергә барған һайын, татар ҙа, башҡорт та рухи яҡтан да, иҡтисади финанс йәһәтенән дә көслөрәк була.
Мин, әйткәнемсә, парламентта егерме йылдан артыҡ. Мин инде Туфан Абдуллович була алмайым. Мин үҙем − Роберт Миңнуллинмын. Иң кәрәк мәлдә, үҙем белеп, кәрәк саҡта һәр ваҡыт сығыш яһайым. Бына минең ете томлыҡ йыйынтығым сыҡты, унда минең сессия мөнбәренән әйтелгән һүҙҙәрем шаҡтай йыйыла, бер томға яҡын. Ул иң кәрәк саҡта әйтелгән һүҙ, теләһә ҡасан әйткән һүҙгә ҡарағанда ҡиммәтлерәк, ғәҙәттә. Парламентта яҙыусы, шағир ултырырға тейеш тип иҫәпләйем. Бына беҙҙең Татарстан парламентына, традиция буйынса бер нисә яҙыусы, шағир һәр ваҡыт депутат итеп һайлана һәм беҙҙең һүҙгә һәр ваҡыт иғтибар итәләр, аңларға тырышалар. Һәм беҙҙең булыуыбыҙ етәкселәргә лә шаҡтай йоғонто яһай, тип уйлайым. Сөнки беҙ уларҙың күңеленә лә барып етерлек, халыҡ та аңларлыҡ итеп һөйләргә тырышабыҙ. Ул бит үҙе бер сәнғәт. Әлбиттә, ул бик күп көс талап итә, сөнки әйткәндә бит сәйәси хата ла ебәрергә ярамай. Ипле итеп, етәксенең халыҡ алдында абруйын төшөр­һәң дә һәйбәт түгел. Рауил ағай Бикбаев ҡоролтайҙа депутат. Уның сығыштарын тыңлайым. Бикбай әйткән һүҙ бөтөнләй икенсе инде, ул турала бәхәс юҡ.
М. ҡ. Эйе, ғәжәп оратор, һүҙ оҫтаһы...
Бына Мостай ағайҙан да: «Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар», − тигән васыят ҡалды. Был йәһәттән эшмәкәрлегебеҙ ҡәнәғәтләнерлекме? Халыҡтарыбыҙҙың яҡынлығы гуманитар өлкә менән генә сикләнәме? Хеҙмәттәшлек даими булһын өсөн тағы нимәләр башҡарырға кәрәк?
Р. М. Бына, Марсель, хәтерләһәң, туҡһанынсы йылдарҙа ике республиканың журналистары аралашты. Һин унда етәксе урындарҙың береһендә булдың. Алабуғала, Яңауылда бергә булдыҡ. Бер нисә тапҡыр шундай осрашыуҙар үтте. Журналистарҙың бергә булыуы − бик ҙур әйбер, сөнки журналистарҙан сыға погоданы үҙгәртеү йәки боҙоу. Үкенескә күрә, бына һуңғы йылдарҙа аралашыу туҡталды. Уны яңынан ҡайтарыр­ға кәрәк, тип уйлайым, сөнки әгәр журналистар уртаҡ тел тапһа, сәйәсмәндәр ҙә, һис шикһеҙ, уртаҡ фекергә киләсәк.
М. ҡ. Заманында Татарстан Республика­һының иң юғары етәкселәре булып эшләгән Сәлих Батыев, Мөхәммәт Сабиров Башҡортостанда тыуған бит әле.
Р. М. Тағы бер шәхестең исемен өҫтәп китә алам − КПСС өлкә комитетының беренсе секретары булып Рәшит Мусин эшләне. Ул беҙҙең Кушнаренко районы егете.
М. ҡ. Ә инде ҙур ғалимдар, яҙыусылар, рәссамдар, сәнғәт әһелдәре тураһында әйтеп тә тормайым. Башҡортостандың иң тәүге зыялылары белемде ҡазан университетында алған. Бына ошондай тел үә лөғәт алмашыу процесы үҙенән-үҙе барамы, әллә кадрҙар әҙерләү, алмашыуҙы дәүләт кимәлендә көйләп алып барғанда ул ике яҡты тағы ла нығыраҡ яҡынайтмаҫ инеме икән?
Р. М. Үҙең үк әйтеп киттең, беҙҙең традицияларыбыҙ бик ҙур. Әйтәйек, ҡазан университетында уҡыған башҡорттар − башҡорт тарихында, Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған шәхестәр. Нефт­селәр араһында Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлаусылар Татарстанда быуа быуырлыҡ. Ғөмүмән, аралашып йәшәүселәр күп − әҙәбиәтте әйтеп тә тормайым, сөнки әҙәбиәтебеҙ, йәшерен-батырын түгел, уртаҡ. Башҡортостан, башҡорт әҙәбиәте тарихын алып ҡараһаң, татарҙыҡын алып ҡараһаң да, уртаҡ яҙыу­сыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ бик күп. Был шулай уҡ беҙҙе берләштерә торған әйбер. Тарихты алып ташлап, бөгөнгө менән генә йәшәп булмай. Әлбиттә, бында ниндәйҙер ойоштороу эштәре лә кәрәктер, тип уйлайым. Сөнки ҡазан университеты федераль университетҡа әйләнде. Уны файҙаланырға була. Беҙҙең институттарыбыҙ бар − ҡазанда Тел, әҙәбиәт, сәнғәт институты һеҙҙең Тарих, тел, әҙәбиәт институты бар. Минең төпсөк энекәшем шул институттың директоры булып эшләй. Башҡортостандан бик күп киләләр кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлар­ға, докторлыҡты. Ул инде һөйөнөп уларға ярҙам итергә тырыша. Беҙ­ҙекеләр шулай уҡ Өфөгә килә. Бына улар­ҙы һис шикһеҙ яңыртып торорға кәрәк. Көтөп кенә ятһаң, бер әйбер ҙә булмай. Һәр беребеҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәһәк, алға бара алмаясаҡбыҙ.
М. ҡ. Һөйләшеп туя ла алманыҡ. Ярай әле Өфө менән ҡазан юлы киң дә, таҡыр ҙа. Шөкөр, ике республика араһында сик билдәһе торһа ла, ул шартлы ғына. Иң мөһиме − башҡорт һәм татарҙы телдәр, йырҙар оҡшашлығы ғына түгел, ә бергә-бергә йәшәү теләге, Рәсәй илебеҙҙең бөйөклөгөн һаҡлап алып ҡалыу маҡсаты яҡынайта, туғанлаштыра. Йыр-көйҙәребеҙ яңғырай, китаптарыбыҙ сыға торһон. Уларҙы бергәләп тыңлап, яҙғандарыбыҙҙы алмашлап уҡып, бергә йәшәйек.
Р. М. Иншалла, шулай булһын.

(Аҙағы. Башы 91-се һанда).
Әңгәмәне Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға