«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



04.12.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Урамда ике егет бәхәсләшә.
− Милиционер менән ишәк араһында ниндәй айырма бар? − ти береһе.
Шул саҡ көтмәгәндә эргәләренә милиция хеҙмәткәре килеп баҫа ла:
− Эйе, эйе, тиҙ генә әйт әле, ниндәй айырма бар? − тип һүҙгә ҡушыла. Егет ҡаушап ҡала, аҙаҡ тотлоға-тотлоға:
− Бер ниндәй ҙә, − ти.
− Шулай тип ҡотол, − ти милиция хеҙмәткәре, онотолоп китеп.

* * *
− Ниндәй Яна ул тағы? − тип иренең яңағына сабып ебәрә ҡатыны.
− ҡәҙерлем, нимә эшләүең был? − тип аҡлана ире. – Ул бит ат исеме. Үткән аҙнала ипподромда шул ат арҡаһында бик күп аҡса отҡанымды оноттоңмо ни?
− Ә, шулаймы ни? Бар улайһа тиҙерәк, ул алашаң һине паркта көтә, телефондан шылтыратты, − ти ҡатын.

* * *
Бер ир бик эҫе көндө алыҫта ятҡан ауылға килә һәм таныштарында ҡунырға туҡтай.
− ҡорҙаш, – тип өндәшә уға йорт хужаһы, – һине эҫе йонсотҡандыр. Һыу бирәйемме, әллә йоҡлар өсөн урын йәйәйемме?
ҡунаҡ, хужа ауыҙынан ашау хаҡында бер һүҙ ҙә ишетмәгәс, йәне көйөп:
− Мин юлда һалҡын һыулы шишмә эргәһендә туйғансы йоҡланым, − тип яуаплай.

* * *
Вәли ҡартты ҡунаҡҡа саҡыралар. Ул саҡырылған ваҡыт­ҡа барып етһә лә, башҡа ҡунаҡтарҙың береһе лә килмәгән була әле. Килеү­се­ләрҙе бик оҙаҡ көтөргә тура килә. ҡунаҡҡа, ғәҙәттәгесә, ас барырға кәрәк тигәнде иҫендә тотҡан ҡарт бик ныҡ асығыу­ҙан иҫнәй башлай. Быны күреп, өй хужаһы:
− Әйт әле, кешеләр ни өсөн иҫнәй икән? − ти.
ҡарт ауыҙын тултырып, хужабикә лә ишетерлек итеп:
− Йә йоҡолары туймаған була, йә тамаҡтары бик ныҡ ас булғанға иҫнәйҙәр, − ти. – Әммә мин үҙем йоҡомдо туйҙырып килдем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға