27.11.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Лондондағы Ричмонд күперендә ике кеше ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә:
– Билл, һин үҙеңде бөйөк оратор тип һанайһың, ә һәр кешене күперҙән аҫҡа ырғырға күндерә алырһыңмы? Мәҫәлән, анау торғанды...
– Һис шикһеҙ, Джон.
Билл теге кешегә яҡын бара һәм былай ти:
– Күреүемсә, һеҙ − инглиз.
– Эйе.
– Минең һеҙгә насар яңылығым бар. Англияға ирландтар һөжүм иткән, улар королеваның ғаиләһен ҡулға алған һәм үҙҙәренең талаптарын ҡуя.
– ҡот осҡос! Минең өсөн йәшәүҙең бер мәғәнәһе лә ҡалманы! – тип, инглиз күперҙән һикерә.
– Билл, мин һиңә барыбер ышанмайым, тағы бер кешене күндер, – ти Джон.
– Хәҙер, – тип яуаплай Билл һәм тағы берәүҙең янына килә.
– Аңлауымса, һеҙ француз?
– Эйе.
– Минең һеҙгә насар яңылығым бар. ҡатынығыҙ һеҙҙең машинала дуҫығыҙ менән ҡасҡан, улар кредит картағыҙҙы ла алған.
– ҡот осҡос! Минең өсөн йәшәүҙең бер мәғәнәһе лә ҡалманы! – тип, француз күперҙән һикерә.
Джон:
– Тағы берәйһен һикерергә мәжбүр итһәң, мин һиңә тулыһынса ышанасаҡмын.
Билл тағы берәүгә яҡынлаша:
– Күреүемсә, һеҙ рус?
– Эйе.
– Ә рустарға Англияла Темзаға һикерергә ярамағанлығын беләһегеҙме, бигерәк тә Ричмонд күперенән?..
* * *
«ВКонтакте» сайты бик үҙенсәлекле. Дуҫлыҡ тәҡдим итәләр, ә урамда һаулыҡ та һорашмайҙар.
* * *
– Миңә кейәүгә сыҡ, – ти егет.
– Яҡшы, мин риза, – ти ҡыҙ.
Тынлыҡ урынлаша. Ниһайәт, ҡыҙ түҙмәй:
– ҡәҙерлем, һин башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәйһеңме ни?
– Мин былай ҙа артығын ысҡындырҙым.
* * *
ҡытайҙан һорайҙар:
– Шунан, һеҙгә Мәскәү нисек?
– Яҡшы, тыныс, иң мөһиме, халыҡ аҙ.