«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡызыҡ!



20.11.2012 Үәт, ҡызыҡ!

– Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың күҙҙәре ҙур, ә ир-аттар­ҙыҡы бәләкәй икән?
– ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәре артынан күҙәтер өсөн күҙҙәре ҙур, ә ир-егеттәрҙеке ҡатын-ҡыҙға тырнарға ҡыйыныраҡ булһын өсөн бәләкәй.

* * *
– Тиҙҙән беҙҙең илдә белем ағас эшкәртеү комбинаты һымаҡ буласаҡ.
– Нисек инде?
– Имән ҡабул итәсәктәр һәм йүкә етештерәсәктәр.

* * *
Йәҙрә ырғытыу буйынса ике спортсы һөйләшә:
– Бөгөн миңә ныҡ тырышырға кәрәк, – ти береһе, – трибунала ҡәйнәм ултыра.
– Артыҡ тырышма, – ти икенсеһе, – барыбер тейҙерә алмаясаҡһың.

* * *
– Уф, шул тиклем арыным, төн буйы картуф ҡаҙҙым, – ти бер ир хеҙмәттәшенә.
– Бәй-бәй, – тип аптырай тегеһе, – ниңә көндөҙ ҡаҙмайһың һуң?
– Көндөҙ, – ти ир, онотолоп китеп, – үҙемдекен ҡаҙасаҡмын.

* * *
– Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы, һуңғы ваҡытта миңә төндә бөтөнләй йоҡ­о бирмәйҙәр. Шул тиклем ныҡ тауышланалар, күршемә практика үткәрергә кәрәк, имеш.
– Нимә, әллә күршең музыкантмы?
– Юҡ, хирург.

* * *
– Һин, бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, тартмаясаҡмын, башҡа ҡатын-ҡыҙ артынан йөрөмәйәсәкмен, тип ант иттең, – ти ҡатыны.
– Мин бер кемгә лә, алдашмаясаҡмын, тип ант итмәнем, – тигән ир.

* * *
ҡатын-ҡыҙ ирен этте тәрбиәләгән һымаҡ ҡарарға тейеш:
– яҡшы ашатырға;
– әрләмәҫкә;
– төндә урамға сыға­рырға.

* * *
Циркта иҫерек конферансье:
– Хәҙер ҡот осҡос үләкһә номеры буласаҡ, – ти.
Эске яҡтан артистың тауышы ишетелә:
– Иҫәр! Үлемесле номер, тиң.

* * *
Бөгөн генә өйләнгән егет – кәләшенә:
– ҡәҙерлем, әйт әле, мин һинең менән йоҡларға теләгән тәүге ир-атмы?
– Әгәр ҙә йоҡларға теләһәң, эйе – тәүгеһең, – тигән йәш ҡатын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға