«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әсә һәм бала



16.10.2010 Әсә һәм бала

Бар донъяны яҡтыртҡан ҡояштан
Йылыраҡтыр әсә күҙҙәре.
Бала – әсәләргә биргән ғәзиз,
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге.

Бала башҡайына бәлә килһә,
Әсә бөйөк Урал тауындай,
Бар хәленсә ярҙам юлын эҙләй,
Ғазап упҡынында ҡалдырмай.
Йомшаҡ елдәй һыйпай
сәстәренән,
Йырҙар йырлап бишек тирбәтә,
Үҫә килә, балаҡайын әсә
Тәрбиәгә, эшкә өйрәтә.

Ваҡыт үтә, күпме һыуҙар аға,
Балалар ҙа үҫеп етәләр,
Тик әсәгә әле һаман кескәй,
Иркә генә сабый кеүектәр.
Әсә менән бала – ике ҡояш,
Илаһи көс бәйләй уларҙы,
Бер-береһенә ярҙам, терәк булып
Үтә улар ауырлыҡтарҙы.

Алыҫ йылдар, юлдар ята, бала
Һәр саҡ һиҙә әсә йылыһын,
Ул ашҡына ғәзиз кешеһенә
Еткерәм тип күңел яҡтыһын.
Гөлназ АТАНҒОЛОВА.
Туймазы ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға