«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Дүрт юллыҡтар



16.10.2010 Дүрт юллыҡтар

Кешелекле, ябай булыу – яҡшы
ғәҙәт.
Был ғәҙәткә эйә булмай һәр бер
әҙәм.
Саманан тыш ябайлыҡ та күп
ваҡытта
Бурысҡа әйләнеп, тиҙ ялҡыта.
* * *
Бизнестың төрлөһө була: ҙуры
була, кесеһе,
Бер(е)һе үҫә, бер(е)һе ҡорой –
төрлө була килеме.
Эскесенең генә «бизнес» ныҡлы
һәм тотороҡло:
Шешә йыйыуға кәрәкмәй ояты ла,
белеме.
* * *
Аттан күсеп, машинаға ултырҙыҡ.
Беҙгә лә килде бәхет, тип
ҡоторҙоҡ.
Бензин хаҡы ат хаҡына әйләнгәс,
«Тимер ат»ты саҡ-саҡ һатып
ҡотолдоҡ.
* * *
Шиғыр яҙған һәр кешенең күңеле
саф,
Ул бул(а)лмай ғәҙелһеҙлеккә
битараф.
Тик, шағир дуҫ, белмәй ҡалып,
булма харап,
Фаиҡ инде мин хәҙер, тип, ҡапма
шарап.
* * *
Мал юғалттым, тип һин
ҡайғырма,
Мал табылыр, тағы ҡайтыр
табынға.
Тик намыҫыңа ҡара тап тамыҙма –
Бер юғалтһаң, ҡан илап та
табылмаҫ.
* * *
Хәтерем юҡ, тип, һуңғы ваҡыт
зарланам.
Төш ашаһам, иртәнгеһен онотам.
Тик, ни ғәжәп, бала сағым, ауылым
Хәтеремдән алыҫ китмәй бер
тотам?
* * *
Ояттан үлем көслө, тип йәшәлгән.
«Яңы тормош» ҡапыл һуҡты
бәкәлдән:
Оятһыҙлыҡ көслө хәҙер үлемдән,
Ун(ы)һына ла инде яйлап күнелгән.
* * *
Аҡыллыға бер һан да юҡ был
донъяла.
Түрәлектә урын алған гел диуана.
Һәм йәшәй ул төкөрөп донъяһына,
Байлығым ғүмерлеккә, тип
ҡыуана.
* * *
Был ағасҡа ни булған, тип
ҡарайым.
Йәне барҙай, бөгөлөп төшкән,
моңайған.
Балта тауышын ишеткәндер
яҡында,
Донъя менән хушлашалыр,
моғайын.
* * *
Ағын һыуҙар кире аҡмай, тимәгеҙ.
Йәш ғүмерҙәр кире ҡайтмай,
тимәгеҙ.
Тарихты ла, ҡабатланмаҫ,
тигәйнек,
Буржуйҙарға тулды яҡын-тирәбеҙ.
* * *
Айға бағып, ғүмеренә ҡыҙыҡма,
Елгә бағып, етеҙлеген ҡыҙыртма.
Алла биргән ғүмереңә шөкөр ит –
Ергә баҫып йөрөүең бер сөрүр бит.
* * *
Йөрәгеңдә үс һаҡлама, булһа ла,
Асыу тотма, нисек ҡыйын
булһа ла.
Таш атҡанға ҡайтар хәләл аш
менән –
Кем белә бит – үҙеңә ҡайтыр таж
менән.

* * *
Бала булған йортта ғәйбәт юҡ,
Ғәйбәт булған йортта шәфҡәт юҡ.
Ғәйбәт һөйләп, тел-ауыҙың
ҡоротма,
Һине лә сәйнәрҙәр – онотма.
* * *
Йәш ғүмеремдең үткәнен
Һиҙмәй ҙә ҡалдым, тимә.
Йәшлегеңдең һәр минутын
Оло бәхеткә тиңлә.
* * *
ҡартайҙым, тип үкенмәгеҙ –
ҡартлыҡ – фәһем, таяныс.
ҡартлыҡ килмәй һәр кемгә лә,
Бына шуныһы аяныс.
* * *
Төркиә, ҡытайға (э)рәхәт:
Туйынды кейемгә йәмәғәт.
Милли рух хаҡында уйлау юҡ,
Сит илдеке хатта ҡулъяулыҡ.
* * *
Ахмаҡ менән ахмаҡ булма,
тиһәләр ҙә,
Тура килә ахмаҡ булып ҡыланырға.
Һинең аҡыл ахмаҡ өсөн ник кәрәк?
Ул барыбер белмәй уны
ҡулланырға.
* * *
«Бәхет» һүҙен һәр кем аңлай
үҙенсә.
Бәғзеләргә етә ҡояш күренһә.
ҡайһы бәндә икмәктән дә
ҡәнәғәт.
ҡомһоҙҙарға тоҡлап аҡса –
сәғәҙәт.

Земфира СӘХИПОВА.
Мәскәү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға