«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



13.11.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Баҙарҙа.
– Ни өсөн ҡыярҙарығыҙ шундай ҡурҡыныс? – ти бер ҡатын.
– Мин бит һеҙҙең төҫ-башығыҙҙы кәмһетмәйем, – ти һатыусы ир. Аҙаҡ:
– Ә урын бар, – тип өҫтәп ҡуя.

* * *
Итексе ҡатыны ирен:
– Һин нисек ул ҡатынға, аҡсаһын түләмәй тороп, итектәрен биреп ебәр­ҙең? – тип әрләй. – Хәҙер аҡсаңды ғына түгел, уның үҙен дә күрә алмаясаҡһың бит.
– Нисегерәк күрәсәкмен әле, – ти ир, йылмайып. – Ни өсөн тигәндә, мин уға ике һул итекте төрөп ебәр­ҙем.

* * *
– Йә, Хоҙайым, ярҙам ҡулы һуҙ, Илгиздә шундай ҡайғы...
– Нимә булған һуң?
– Минең ҡатыным уға китте.

* * *
− ҡәҙерлем, ҡайһы күлдәгемде кейәйем – быныһынмы, әллә тегеһенме?
Ир, гәзиттән күҙен алмай ғына:
− Икеһе лә килешә.
− Юҡ, мин бөтөнөһөн дә шаҡ ҡатырайым тигәйнем!
− Ә-ә, улайһа, ике күлдәгеңде лә бер юлы кей – һис шикһеҙ, шаҡ ҡатасаҡтар.

* * *
Ғаиләлә бәхәс бара – кем улдарын балалар баҡсаһынан барып ала.
Ир:
− Мин һиңә шәшке тун бүләк иттемме?
ҡатыны:
− Эйе.
− ҡышҡы итектәр бүләк иттемме?
− Эйе.
− Һуң, шулай булғас, бар, баланы алып ҡайт.
− Ә ни өсөн һин түгел?
− Нимә, нәски менәнме?!

* * *
− ҡыҙым, был егет пеләш, аҡһай, күҙе лә насар күрә, уға кейәүгә сыҡма.
− Әсәй, миңә матур кәрәкмәй ҙә.
− Юҡ, егеткә был тормоштан былай ҙа эләккән, уны йәллә...

* * *
Кис. Ғаилә ял итә, донъяуи мәсьә­ләләр хаҡында һөйләшә.
− Күпселек ватандаштарыбыҙҙың банкылағы иҫәбе түңәрәк икән.
− Һәм нисә һум инде?
− 0.

* * *
ҡатын – иренә:
− Ниңә өйгә таңғы биштә ҡайттың?
− Ә был ҡалала ул ваҡытта тағы ҡайҙа барып була һуң?!

* * *
Ир өйөнә ҡайтып барғанда башында ике һорау тыуа. Әгәр иртә ҡайтһа: нимә уҡырға? Һуң ҡайтһа: ни тип аҡланырға?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға