02.11.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Рәсәйҙә әлеге мәлдә аҡсаны коррупцияға һалырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, ул бөтәһенә ҡарағанда ла тиҙерәк үҫә.
* * *
– Әйтегеҙсе, полиция бүлегенә нисек эләгергә икән? – тип һорай бер ир үтеп барыусынан.
– Бик еңел, – ти тегеһе. – Ана, һуйырташты алығыҙ ҙа берәй кибеттең витринаһына бәрегеҙ, биш минуттан унда буласаҡһығыҙ.
* * *
Беренсе синыфта уҡыған улдары мәктәптән ҡайтып инә лә, әсәһенә:
– Математика уҡытыусыһына ышанырғамы, юҡмы, белмәйем. Кисә ул, алтыға дүртте ҡушҡас, ун була, тигәйне, ә бөгөн етегә өстө ҡушһаң да ун була, тисе, – ти.
* * *
– Күршеләрем ялҡытты инде, бөтөнләй йоҡларға ирек бирмәйҙәр. Төн булдымы үҙ-ара ыҙғыша башлайҙар, ул ҡысҡырышалар, ул һауыт-һаба ваталар, – ти бер ир танышына.
– Ә һин ҡолаҡсындар кейеп ят, – ти уға тегеһе.
– Улай бит күршеләремдең иң һуңғы яңылыҡтарын ишетә алмаясаҡмын.
* * *
– Ниңә шул тиклем бойоҡһоң?
– Паспортымды урлаттым.
– Полицияла булдыңмы?
– Эйе… Тик улар түгел…
* * *
– Әйтегеҙсе, театр институтына элеккесә йырлай, бейей һәм шиғыр һөйләй белгәндәрҙе алалармы?.. Юғиһә, телевизорҙы тоҡандырһаң, һуялар ҙа аҫалар, аталар ҙа үлтерәләрсе…