«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сөңгөл



26.10.2012 Сөңгөл

һаҡмар туғайына ултыра-тора, мөштөрләп килеп еткәнсе ҡояш ҡалҡып тышау буйы күтәрелергә өлгөрҙө. Гөлбикә ҡарсыҡ яр ҡырында ятҡан, төбөнән аҡтарылып ауған ҡарт өйәңке өҫтөнә килеп ултырҙы. Үҙәк тамыры һынһа ла, ергә ҡаҙал­ған вағыраҡ тамырҙарҙан әҙләп һут килгәнлектән, ағастың бирешергә теләмәй, йәшәргә тырышып ятҡан көнө: олондоң ос яғы кибеп юҡҡа сыҡҡан, әммә аҫҡы өлөштә япраҡтар елберләгән бер нисә сибек ботаҡ тырпайып күренә. «Кемдең яҡты донъянан тиҙ генә киткеһе килһен...» Дымланған маңлайын яулығының осо менән ҡоротто. Көн яңы ғына тыуып торһа ла, кисәге баҫылып өлгөрмәгән ипкен ҡайнарлығына бөгөнгө томра өҫтәлгәс, ер өҫтө ҡыҙған табаны хәтерләтә. Йыл аша тиерлек ҡабатланып килгән ҡоролоҡ быйыл уғата аяуһыҙ, яҙ башынан тәбиғәт ямғыр төҫөн күргәне юҡ, үлән-ҡыяҡ кибеп бөттө, бөжәк ябырылған ағас-ҡыуаҡтар ҙа, иҫке-моҫҡо кейемле асарбаҡтай, ярым-яланғасланып, ҡойтоланып ҡалған. Элгәре бәрҙеһе һикереп уйнаған, таҙа, тештәргә үтмәле һалҡын һыулы Тиләк йылғаһы ла ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, тимәк, һаҡмарҙың сафлығы ла күпкә ҡайтышланғандыр. Тәбиғәттең хозурлығы ла замандың мәғәнәһеҙ йәшәйеше ише кирегә тәгәрәй. ҡулындағы таяғына эйәген терәп, тынып ҡалды. Ауылда сығарған яндырай ҡарары ыҙалай-йонсой бында килеп еткәнсе һүрелеп, булмышын бөләңгерт битарафлыҡ биләгәйне. һе, был уй тигәнеңдең осо ла, ҡырыйы ла юҡ икән дә баһа, ә сал сәсле башы сырмалған, урын-урыны менән ялғанған уйҙар йомғағылай. Оҙаҡ суҡайҙы Гөлбикә әбей ҡарт өйәңке өҫтөндә, оҙаҡ. Ашыҡмай ғына һүткән иҫтәлектәр ебенең осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Ғәжәп, был донъяла етмеш биш йылдан ашыу йәшәп тә ташлаған, ә ғүмер инеше кисә генә башланғандай. Күргәне, кисергәне берәмтеләп яҙмыш тиҫбеһенә теҙелгән, барсаһы иҫтә, барсаһы ҡәҙерле, барсаһы яҡын. Тегендә, әхирәткә күскәс, ир затына өс һорау бирерҙәр, ти: үҙ ғүмереңдә өй һалдыңмы, ағас ултырттыңмы, нәҫелеңде дауам итерлек малайың бармы? Ошо һорауға яуапты Аллаһы Тәғәлә, моғайын, унан да алыр, сөнки Мөхәммәте үлеп киткәс, балаларына бер юлы әсәй ҙә, атай ҙа хөкөмөндә йөрөнө ләһә. Йорт һалыуға килгәндә, уны күтәргән мәлдә ире бүрәнәнең бер осонан тотһа, икенсе яғына ул барып йәбеште. Шулайтып, колхоз мәшәҡәттәренән арынған арала ваҡыт табып, икәүләп бөтөрөп инделәр йортто. Арымауҙарын әйт, күршеләре лә, былар ендәрен ҡушып эшләтәлер, тип иҫтәре китеп аптырай торғайны. Яҙғыһын башлаған йортто Октябрь байрамына бөтөрөп тә инделәр. Икенсе аҙнаһында өй туйлағанда ҡунаҡтарҙы балаҫ түшәп иҙәндә һыйланылар, ата-әсәләр алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, үҙҙәре менән һарыҡ эйәртеп, бер пар ҡаҙ, әтәсе менән тауыҡтар тотоп килеп инделәр, колхоз идараһы йомартлыҡ күрһәтеп, еленләгән тана бүләк итте. Әсегән балдан ауыҙ итеп күңеле күтәрелгән ҡайныһы протез аяғын көйлө шығырлатып ҡайһылай ҙа дәртләнеп бейегәйне! Ағастар тиһеңме? һи-и-и! Яҙ һайын сәсеүгә төшкәнгә ҡәҙәр лесничествоға ағас ултыртыуға йөрөп күпме ҡыялды? Ер соҡоғос махсус кәйлә менән кәҫ аҡтара-аҡтара устары ҡабарып бөтә ине. Ул ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре бөгөн урман булып шаулай һары Тай буйында. Улдарына килгәндә, Сәғите ҡалала йәшәй, институтты бөтөргәс тә шул уҡ уҡыу йортонда хеҙмәтен дауам иткәйне, тырыша торғас, ҡала ситендә ике ҡатлы йорт бөтөрөп, шунда уҡ емеш-еләк баҡсаһы үҫтереп, тамам ҡала кешеһенә әүерелде, йыл һайын ярҙам итергә түгел, ирәүәнләп ял итергә ҡайтып әйләнә. Төпсөгө Фәрит флотта хеҙмәт иткәйне, шунда ҡалды ла, әле диңгеҙ тулҡындар ярып, илдәр гиҙә, донъяның ҡайһы ғына илендә булмаған да, ниндәй генә халыҡтар менән осрашмаған, ана шул илгиҙәрлегенән йәм, тәм, мәғәнә таба. Балаларын әҙәм итеүе еңелдән булған тиһеңме? Уларҙың һәммәһенә тән йылыһы ғына түгел, йән йылыһы ла биреп үҫтерергә кәрәк бит әле. һәр әсә балаларын ҡәҙерләй, ҡурсый инде, ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә, ауырта. ҡартайған көнөндә дүрт тарафынан игелек күреп, хәстәр тойоп, йән ҡәнәғәтлегенә, күңел байманлығына ирәйеп көн итер һымаҡ ине лә ғүмер баҡый. Ә улары әллә кемгә оҡшап миһырбанһыҙ, ҡаты бәғерле булып үҫте. Сәбәбе ниҙә, ҡайһы ерҙә үҙенән балалары ситләшерлек хата ебәрҙе? Икенсегә кейәүгә сығыуын ҡабул итмәнеләр шул, һуң, ҡайһылай итһен, йәш ине бит әле, тағы Хәтмулланы ярата ине, ә балалары бер яҡлы яратыуҙы талап итте, уны ят ир менән бүлешергә теләмәне. Үгәй атай йортона күсенгәс, балалары үҙҙәрен икенсе, ят мөхиткә барып ингәндәй тотто. һуң, шулай булмай тағы, йәй сыҡһалар, яҙ төйәгенә ҡайт­ҡан ҡоштар ише үҙҙәренең төп өйөнә ашыға торғайнылар ине бит, көҙ еткәнсе шунда йоҡлап йөрөйҙәр. Үҙҙәре генә, өсәүләшеп йәшәйҙәр, хатта бәләкәй ҡустыларын да эйәртергә теләмәйҙәр, ни тиһәң дә, ул икенсе ҡандан яралған. Хәтмулла ла теләктәренә ҡаршы килмәне, хәйер, нимә тип кенә әйтһен инде? Ул йәй буйы балаларына ашарға ташый, кейемдәрен алып ҡайтып йыуып килтерә. Был ҡылыҡтары йылдар үтеү менән үтер, тип өмөтләнде. ҡайҙа инде, былар тағы ла, уҡыу­ға ингәс тә, йәйге каникул осоронда тыуған нигеҙҙәренә ҡайтты, кейәүгә сығып, өйләнгәндә лә, һүҙ ҡуйышҡандай, тантаналы мәлдәрен йәй уртаһында билдәләп, туйҙы шунда үткәрҙе. һүҙгә ипле, балаларға ҡатыр­ғана белмәүсе Хәтмулланы ят бауыр күреп, ҡабул итмәнеләр, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай» шул. һуң, үлгән артынан үлеп булмай, баштан уҡ аймылыш киткән яҙмыштарын бергә ҡушырға, олоғайған көндәрендә бәхетте тәтеп ҡарарға хаҡлы инеләр бит. Ә балалары аңламаны, аңларға теләмәне.
Йәнә, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге көнитмеш кире йоғонто яһаны фиғелдәренә, байлыҡ, аҡса, тип күҙҙәре тона, сикәләре ҡыҫыҡ, күңелдәре тар. Улай тип әйтергә хатта теле лә әйләнмәй, ни тиһәң дә, йөрәген ярып сыҡҡан, йәнен иңрәтеп үҫкән ғәзиздәре. Белмәй әле улар әсәне юғалтыу хәсрәтен, тоймай әле икенсе тапҡыр кендек киҫелеүҙең ни тиклем дә аяныслы икәнлеген, әсә янда йөрөгәндә генә тормош бөтөн була, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдомо, булмышты бушлыҡ биләй, йәнде хәсрәт баҫа. Шул саҡта ғына юҡһынып иларһығыҙ, мин генә кире ҡайтмам, мин генә булмам. һай, боларҙы бит йәшәйеш, төпһөҙ сөңгөл һымаҡ өйрөлә генә: буштан-бушҡа Ер шары әйләнә, кеше яҙмыштары әйләнә. Тарих та юҡ, киләсәк тә. Бары бөгөнгө көн генә бар. Шул вайран килеп ҡыйралып ятҡан арауыҡта әҙәми заттар нимәнелер бүлешә алмай талаша-тартыша, урлай-талай, ватылмай ҡалғанды емерә, көллө юҡҡа ғүмер­ҙәр ҡыйыла. Балаларына үпкәләне, тик яратамы һуң уларҙы, әллә рәнйешле хәтере генә ҡалдымы, йәне боҙҙай ҡаттымы? Рәнйеш ҡарғыштан яман, тиҙәр. Ярата, әүәлгеләй ярата, Хоҙай шаһит! Ауыл менән хушлашҡанында ҡыҙҙары йәшәгән яҡҡа ҡарарға теләмәүе бала ҡылтайыуына оҡшағайны, шул мәлдә икеһенең береһе сығып тауыш бирһә лә, үпкәһен онотоп, ҡайырылыр ине, моғайын. ҡайһы әсә балаларын насар итеп күрергә теләһен, уларҙан ваз кисһен, ҡарғаһын, бәддоға уҡыһын? Дүртәүһенең береһенән йылы хәбәр килһә, йә улар хаҡында маҡтау ишетһә, һары майҙай ирергә әҙер!
«Сәғит, Сәғиҙә! Әйҙә ҡайтайыҡ!» Сәрелдәк ҡыҙ тауышы ҡолаҡты ярҙы. Таныш, ҡәҙерле исемдәрҙе ишеткән Гөлбикә ҡарсыҡ ҡапыл һиҫкәнгәндәй итте, һыу инеп ҡайтыу яғына йүнәлгән балалар икәнлеген шәйләгәс, төҫһөҙ күҙҙәрен ҡыҫып, башын аҫҡа эйҙе лә йоҡомһорағандай тынып ҡалды, хәлбүки ғәме кескәйҙәрҙә ине, нимә эшләр былар? Терәлеп тиерлек үттеләр, сәләм биреүсе, уға иғтибар итеүсе табылманы. «Ахырызаман балалары! Сәләмләй ҙә белмәйҙәр, исмаһам. Мәктәптә нимәгә өйрәтәләрҙер»? Мәктәп, тигәндәй, Сәғиҙә үткәндә барғанында зарланып ултырҙы: «Сей елкәгә тейҙе ошо мәктәп, екһендем, ус яларлыҡ аҡса ла түләмәгәс, уҡытҡым килмәй шыпа. Ярты мәшәҡәт артыңдан эйәреп ҡайта, ултыр инде ярты төн ауғансы иртәнге көнгә план яҙып, дәрес әҙерләп, дәфтәрҙәр тикшереп. Тағы, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, балалар аҙҙы, йә йүнләп уҡымай­ҙар, йә тәртиптәре тәртәгә һыймай, алкаш, бер килке әтрәгәләм ғаиләләренән ни көтәһең?! Йыйын һыу мейеләр йыйылған инде, хәлемдән килһә, көнө-төнө мейе серетеп, китаптар­ға күмелеп ултырғансы, коммерсантлыҡҡа китер инем. Исмаһам, алыпһатарҙар әҙәмсә көн итә, иреклеләр, кейенәләр, аҡсаһыҙ ҙа йонсомайҙар». «Аҡсаға бәйле ерҙә ирек булмай ул, ҡыҙым». «Коммерсанттар, минең ише, ҡойроғо боҙға туңған бүре хәлендә түгел инде, һәр хәлдә». «Теләкһеҙ башҡар­ған шөғөлдән ҡыйын нәмә юҡ, баланы яратмай тороп уға нисек ғилем һеңдермәксеһең? Үҙеңде, башҡаларҙы алдап йөрөгәнсе, ауырымаған яғыңа ят, ҡыҙым», – тигәйне. Яуап тағы ла Сәғиҙәһенә оҡшаманы шыпа, үпкәләгәндәй, һыртын ҡуйҙы ла аҙаҡтан бер ни тиклем ваҡыт тырҫ-мырҫ йөрөнө. Аңламаҫһың, ыңғайға һыпырыуҙы ла ҡабул итмәй хәҙерге йәштәр, кирегә ҡайырып әйтһәң дә оҡшамай. Бынау, әле эргәнән терәлеп үткән балалар, ябай әҙәпте белмәгәс, шул йөкмәтелгән вазифаһын, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип башҡарған мөғәллим тәрбиәләгән уҡыусы­лар­ҙыр. Хәйер, күрмәһә күрмәйҙәрҙер: тамыры аҡтарылған ағас менән кипкән әбей­ҙең кемгә хәжәте бар? Уларға кәмит, мөғжизә кәрәк!
Тиҙҙән был яҡ йылға буйы бушап, тынып ҡалды, теге ярҙа ла ситтән килеп ял итеүселәр күренмәй. Шуны ғына көткән Гөлбикә ҡарсыҡ бөксәңләп ҡалҡты ла тағы ла бер тапҡыр шау һөйәк бармаҡтары менән өйәңкенең ҡайрылары ҡалтайған олонон һыйпаны. Әллә хушлашыуы булды, әллә бәхилләшеүе. Башындағы яҙып ябынған һарғылт сәскәле яулығын төҙәтештерҙе, ҡулына шымарып бөткән имән таяғын алды. Теүәлләп бөттө шикелле бар мөлкәтен, инде ҡуҙғалһа ла була.
Был күрмәлекһеҙ яулыҡты үткән йыл Ришат кейәүе баҙарҙан алып ҡайтып япҡайны. Әллә һуҡмышлығынан шулай эшләне, әллә күңеленә аҡлыҡ килде. Кейәүе алып ҡайтҡанын йомарлап уның алдына быраҡтырҙы ла ситтәренә эрен ҡатҡан шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрен секрәйтте: «Мә, түщщә, паҙарык! Күр кейәүеңдең йомартлығын! Ә Фәритең бүләк биреү түгел, нисә йыл ҡайтып күренгәне лә юҡ, зимагор. Сәғиҙә Мөхәммәтовнаны ла, мине лә ихтирам итмәй, әҙәмгә хисапламай, йәнәһе, ҡыутомшоҡ! Ни тиһәң дә, икенсе батянан шул, икенсе ҡан, икенсе йән. Әйткәндәй, кәнтәй бит һинең ҡыҙың, холҡо йәш саҡтағы ҡайынбикәгә тартҡан, әгәр мин тотоп килмәһәм, әллә ҡасан директоры аҫтына ятып, уның менән һөйрәлеп йөрөр ине. Тучныһын әйткәндә, мин генә тотам хәзәйствоны, һинең йыбытҡың түгел, вот. Граниттан да йүн сыҡманы, сәбәкә, урам ҡыҙыра, һантыйланып. Биғәйбә, күп лыбырлайым шикелле, короче, мин һиңә һуңғы тиндәрҙе йыйып паҙарык алып ҡайттым, ә һин пинсиәңде алғас, байрам итеп, тамаҡ сылатып алырлыҡ аҡса тамыҙырға онотма!» ҡиммәткә төштө ул бүләк, бер эсә башлаһа, бер-ике яртыға мөрхәтһенеп туҡталамы һуң кейәүе?.. Одеколондан башлап тәҙрә таҙартҡыс шыйыҡсаға ҡәҙәр ҡуймай, улары бөтһә, ауылдаштарҙың теңкәһенә тейеп, урам буйлап теләнселәй, хәйерселәй, оялмағанын әйт. Тормозы ысҡынһа, өйҙә лә тынғылыҡ бөтә. Бер көн ярһып ҡайтып инде лә, айыҡтың уйында – иҫеректең телендә, тигәндәре раҫтыр, теге мәктәп директорын иҫенә төшөрөп ғауға ҡуптарҙы. Сәғиҙәһе хужаһын яҡлап һүҙ әйткәйне, тегегә етә ҡалды, ҡатынының яғына суйын сүместе алып елгәрҙе. ҡаҡ маңлайға барып эләкте теге нәмә. Баш тиреһе ныҡ ҡанай бит ул, сәсрәп ҡан атылды. Гранит ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан ҡурҡаҡ эттәй сығып һыҙҙы. Ә ул илай-илай яулығын һыпырып, ҡыҙының яраһына баҫты. Яҡлашыуҙы яратмаған кейәүе ҡоторған үгеҙҙәй уның өҫтөнә ябырылып килә башлағайны, кинәт аяҡ өҫтө баҫып, ҡулына таяғын эләктерҙе: «Етте, кейәү! Кәрәк саҡта беҙ ҙә елле, буйтлы итеп, һеңдергәнсе тондора беләбеҙ! Тағы ла бер аҙым яһаһаң – бынау таяҡ менән мейеңде сәсрәтәм, билләһи! Инде бынан бүтән баламды рәнйетергә бирмәм, мин йәшәремде йәшәгәнмен, ғүмеремде ҡурсып ҡурҡыр ерем юҡ! Йә, яҡынла!» Бындай тәүәккәл ҡаршылыҡты көтмәгән кейәүе баҙап ҡалды башта, шунан: «ҡоторған мәскәй, булыр һинән!..» – тип мығырлап урынында тапанды ла, асыуына сыҙай алмай, ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрәне осора тибеп, сығып китте. Ғәҙәт ҡаламы, ошо сәкәләшеүҙән аҙаҡ енлән­һә-енләнде, мәгәр уның алдында Сәғиҙәһенә башҡаса ҡул күтәрергә йөрьәт итмәне. Шунан бирле башынан һалғаны юҡ ошо яулыҡты. Ни тиһәң дә, ҡыҙының ҡаны һеңгән нәмә бит ул!
Гөлбикә ҡабаланмай ғына, абайлап баҫып атлай. Тубыҡ быуындары ҡатты шул һуңғы ике йылда, шул арҡала аҫҡаҡҡа әүерелде, һыҙланыуы, теләйме-юҡмы, таяҡҡа таяндырҙы, ә ауырыуының сәбәбе һауынсы булып эшләү касафатылыр, ҡыш буйы иҙәнһеҙ, һалҡын һарайҙа резина итек кейеп шыйыҡ тиҙәк кисеү ни ҡуйһын! ҡайтарырға ине лә һуң элекке өҙә баҫып йөрөгән йылдарҙы, мөмкин түгел. Атлауы етеҙ булған хәлдә лә, ҡайҙа ашығырға, ҡыуанып сабыр ергә йыйынмай. Теге йылды, һаҡмарҙың боролошон үҙгәртеп, тар урынына күпер һалырға тырышып, күпме ҡыялдылар, һөйләүҙәренә ҡарағанда, һанһыҙ аҡса, бихисап сығымлы хеҙмәт түгелгән, ә ул ни борғаланырға теләмәй, үҙенең ғүмер баҡый һалған ташлы һуҡмағын буйлатып аға бирә. Тик шуныһы – ҡан баҫымы кәмеп тәнгә һеңеп батҡан нәҙек тамыр ише әүәле алҡынып ятҡан йүгерек тулҡындар һиҙелеп үҙәнгә тартылған, ике яҡ ярға, элек һыу төбө булған ергә, тумалаҡ таштар түшәлгән. Кесерәйгән, мөсһөҙләнгән йылға. Уның бында килеп урамағанына ла байтаҡ йылдар үтте шул, 10 – 15 йыл самаһы ғына барҙыр. һауынсы булып эшләгәнендә Әлмөхәмәт туғайында йәй буйы ҡыуышта йәшәйҙәр, ауылға ла ике-өс көнгә бер ҡайтып күренә, кәртә-ҡураны байҡап, мал-тыуарҙы теүәлләп, балаларының ашарына хәстәрләп китергә кәрәк. Ярай өс баланы ҡул араһына ингән Фәриҙәһе ҡараны, былай булһа ҡайһылайтып йөрөмәк кәрәк. Хәтмулла менән йәшәй башлағас, Фәрите тыуғас, контораны йыйыштырып эшләп алды бер аҙ, барыбер был шөғөл йәненә ятманы, ауыр булһа ла, өйрәнгән һөнәренә, һыйырҙарына кире ҡайтты. Шулай ҙа тол саҡтағылай йәйгеһен йәйләүҙә ҡуна ятып эшләү мөмкин түгел ине, ауыл менән йәйләү араһында йүгермәләп өлгөрөргә тырышты, сөнки йорт тирәһенә генә түгел, кескәй Фәриткә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк бит әле. Хәтмуллаһы ни эшенә ҡара таңдан сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә, ә яҙлы-көҙлө тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙарҙа йөрөй. Арҡырыға-буйға ҡыҙырҙы был ерҙәрҙе, һәр туғайын, һәр ағасын яттан белә, аяҡтарында көс барҙа туғайҙарында йәйен еләк, бөрлөгән, көҙөн муйыл, балан тирҙе. һыу буйлатып туранан тартһаң, Муйыллы Туғайға барып сығаһың, уңға ҡайырылып бер һыуһын ер китһәң, Баланлы Үҙәк, Сейәле Түң, ары – Ат Сапҡан.

Хәйҙәр ТАПАҡОВ.
(Дауамы. Башы 79 – 82-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға