«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



26.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Юғары Раданың ултырыштар залы ни өсөн түңәрәк тип уйлайһығыҙ?
– Ә һеҙ ҡайҙа дүртмөйөш циркты күргәнегеҙ бар?

* * *
Экстрим – ул «Кон­такт» тағы үҙ «бит»еңә ин­гән­дә, артыңа ҡатының килеп баҫыу.

* * *
Филармония залы. Кисә башланып тора.
– Шостаковичтың ал­тынсы симфонияһы. Башҡара... – тип иғлан ителә. Артҡы рәттәрҙең береһенән:
– Бына бит һинең бер кейемде икенсеһенә алмаштырыуың арҡаһында, алтынсы симфонияға саҡ өлгөрҙөк, – тигән тауыш ишетелә.

* * *
Урта йәштәрҙәге ир яр буйынан китеп барғанда алтын балыҡтың ергә бәргеләнеп ятҡанын күрә. Уны тиҙ генә ала ла һыуға ебәрә. Шунан үҙенең өс теләген үтәү өсөн балыҡтың өндәшеүен көтә.
– Һин нимә, әллә теләктәреңде тормошҡа ашырыр тип көтәһеңме? – ти балыҡ, телгә килеп.
– Эйе, – ти ир, шатланып.
– Яңылышаһың, мин бит ябай балыҡ, әле һары ауырыуы менән ауырыйым.

* * *
Кемдәрҙеңдер тыуған көндәрен күберәк билдәләһәң, үҙеңдекенә һуҙып еткермәүең ихтимал.

* * *
Бер нәмә лә эшләмәү – ул бик ауыр хеҙмәт. Ни өсөн тигәндә, бының ҡасан бөтөрөн белмәйһең.

* * *
– Элек ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттың нимәһенә ҡыҙыҡты икән? Шул бигерәк тә ҡыҙыҡ…
– ҡасан, элек?
– Һуң, аҡса һәм машиналар уйлап сығарылмаған заманда, тим.

* * *
«Үткәндәрҙе төптән үк оноторға, тип ҡәтғи рәүештә үҙемә һүҙ бирҙем. Шуның өсөн дә, әгәр ҙә берәйегеҙгә аҡса бирергә тейешмен икән, ғәфү итерһегеҙ…»

* * *
Бер фирма директоры – икенсеһенә:
– Хеҙмәткәрҙәреңдең эшкә һуңламай йөрөүенә нисек ирештең? Миңә лә өйрәт әле?
– Ябай ғына: беҙҙә 30 кеше эшләй, ә машина ҡуйырға 20 генә урын бар.

* * *
Яҡшы эш хаҡы ул – һин әле элеккеһен туҙҙырманың, ә инде яңыһын алыр­ға ваҡыт етеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға