«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



23.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Фекер алышыуҙан һуң шул иҫбатланды: етәксе һәм уның ҡулы аҫтында эшләүселәр бер-бере­һен бер үк сәбәп өсөн яратмай икән: тәүгеһе лә, икенселәре лә эшләргә теләмәй.

* * *
Бер ир бала табыу йортона килә. Уны шәфҡәт туташы ҡаршы ала:
– Шатлығығыҙҙан һи­керегеҙ, ҡатынығыҙ бер юлы дүрт игеҙәк тапты, – ти.
– Бик һикерер инем дә, – ти ир, – был бит беренсе ҡат ҡына, бер ниндәй ҙә фәтүә сыҡмаясаҡ...

* * *
Судта:
– Ант итеп әйтәм, судья әфәнде, – ти хөкөм ителеүсе, – мин ғәйепле түгел.
– Ә элек һеҙҙе берәй нәмә өсөн хөкөм иткәндәре булдымы? – ти судья.
– Бер ҡасан да, – ти ир. – Был минең тәүге урлашыуым.

* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәре машинаны туҡтата. Руль артында – эт, ә артҡы урында, үҙ уйҙарына бирелеп, бер ир ултыра.
– Эй, граждан, әллә һеҙ бөтөнләй аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы, этте рулгә ултыртҡанһығыҙ? – ти хеҙмәткәр.
– Минең бында ни ҡыҫылышым бар, – ти ир, – ҡул күтәргәйнем, машина туҡтаны ла ултырып киттем…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға