19.10.2012 Сөңгөл
Фәриҙәһе тыуған йылы өсәүләшеп ауылдан саҡрым ярым тирәһе ситтә, баҫыу ҡырындағы ҡайын сауҡалығында үткән һабантуйға барҙылар. Тәү тапҡыр бергәләп ҡатнашҡан йыйындары ине; үҙешмәкәр артистарҙың концертын ҡарап кинәнделәр, шунан мауығып ат сабышын күҙәттеләр. Фәриҙә томраны яратмай тызылдарға тотонғас, ҡайтыу яғына йүнәлгәйнеләр, ҡайын күләгәһендә табын ҡорған ата-әсәләрен тап иттеләр. Улар менән әҙерәк һыйланғандан һуң, урман эсенә инеп, балаһын имеҙеп алғайны, тегеһе, тамағы туйып, һалҡынса күләгәне тойғанғамы, йоҡлап та китте. Өлкәндәр ейәнсәрҙе үҙҙәре менән алып ҡалырға иткәйне, Мөхәммәте көрәш майҙанына ашыҡты, уға ла теләр-теләмәҫ кенә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Мөхәммәт кәүҙәгә ҡатма, әммә ҡатҡыл мускул-тарамыштарға сырмалған сыныҡҡан һынлы. Кәбән ҡойғанда ла оһолло ҡыланып, өс саталы күкрәк һәнәгенә оло күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып юғарыға бырғыта, уны тотошлайы менән күтәремгә күмә лә, шунан ҡыҙыҡ табып, рәхәтләнеп көлә. Бирешмәй йөрөп ятһа ла, ире ни сәбәптәндер иртә яҙҙан муйыл сәскәһен ҡойғансы йүтәлләп ҡан төкөрә башлай, ана шул өйәнәге мөҙөртә лә инде. Йәйге осорҙа кәзә һөтө эсереп, ҡымыҙ менән дауалап әҙәм итеп алалар. Быйыл яҙ шул сырхау ни сәбәптәндер ситләп үтте, шуға ирәйеп, дәртләнеп йөрөп ятыуы. Көрәш сәме еңгәнгәме, Мөхәммәт башта бер яҡ ҡырҙан күҙәтте, ары, халыҡты йырып, иң алға сығып баҫты. ҡомары тоҡанғанғалыр, күҙҙәре осҡонланып янып киткән, бил һынашыусыларға эйәреп, йә сүгәләп китә, йә көсөргәнеп тороп баҫа. Сиҙәмсе Хәтмулла ла оҫта көрәшсе икән, уртаға сыҡҡан береһен уңлы-һуллы елгәрә генә. Сираттағы бер нисәүҙе бер-бер артлы әйләндереп һалғас, уны ла көслөләр рәтенә ял итергә ултырттылар. Бер аҙҙан Хәтмулла эргәһендәге ике бәһлеүәнде бер-бер артлы башынан аша алып осорҙо. Бына ул еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарын киреп майҙан уртаһына баҫты ла, ҡарашы менән уны эҙләп тапҡас, тағы ла арбатҡыс йылмайҙы. Оялышынан алдына баҫҡандарҙың артына боҫто. Ошо күҙ асып йомғансы ғына булып алған текәшеүҙе күреп ҡалған Мөхәммәтенең йөҙө үҙгәреп китте, фиғелендә теге яндырайлығы, алабарманлығы то- ҡанғанлығы һиҙелә. Муйынына бер нисә таҫтамал һалып алған элекке оҫта көрәшсе, хәҙер судья вазифаһын башҡарыусы Фәтхулла ҡарт, Хәтмулланы етәкләп, майҙанды урап сыҡҡас, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте: «Йә, уртаға сығыр батыр бармы? Табылһа, рәхим итһен! – Башҡаса көрәшергә баҙнат итеүселәрҙең булмаҫына инанғанғамы, тантаналы һәм көр тауышланып ҡысҡыра. – Әләйһә, хәҙер еңеүсене иғлан итәм. Йә, бармы?» «Бар!» – Мөхәммәт өтәләнеп алға ынтылды. ҡорт күселәй геүләгән халыҡ бер аҙға ғына шымып ҡалды, ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар уға ҡаҙалды. Күптәр ҡаҡса кәүҙәле Мөхәммәттең унан бер башҡа бейегерәк Хәтмулланы еңеренә шикләнеп ҡараны. һүҙ рәтен белмәгән Данир мыҫҡыллы хихылдап та ебәрҙе: «Нимәгә ынтылаһың, хөрәсән, һөйәктәреңде тоҡҡа тултырып ҡайтырғамы иҫәбең?» Быларҙы асыҡ ишеткән Мөхәммәттең сикә мускулдары бейешеп ҡуйһа ла, ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡалды. «Ир-егет көс менән түгел, иң әүәл теләк менән алдыра, тәүәккәллә, әләйгәс! һин бит беҙҙең билбирмәҫтәр тоҡомонан!»
Туғанлыҡҡа һуҡтырып көрәшсене дәртләндерергә теләгән Фәтхулла ҡарт муйынындағы таҫтамалдарҙың береһен алып Мөхәммәткә тотторҙо, тегеһе уны шундуҡ ҡулына ураны. Былар, береһе икенсеһен һынағандай, текәлә биреп торҙо ла ҡоластарын йәйеп, билдәрен аймашҡас, китте көрмәкләшеү, китте алыш. ҡарап тороуға йоҡа ғына күренһә лә, ире шыпа ла бирешергә теләмәй, еңел еңеүгә иҫәп тотоп, илке-һалҡы ҡыланған Хәтмулланың ҡабырғаларының аҫтынан бөрөп алып, ҡаты ғына һелкеп ебәргәйне, тегеһе лә эштең етдилеген самалап, ысынтылап тотоноп китте. Хуплау, дәртләндереү ауаздары аҫтында бил бирергә теләмәгән икәү йомғаҡтай тәгәрәп, майҙанды бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты, Хәтмулла дуғаланған билдән ҡармай алмағас, таҫтамалын тубыҡтар аҫтынан эләктереп, Мөхәммәтте башынан аша елгәрергә йәтәхәнләнгәйне генә, тегеһе, шуны ғына көткәндәй, быны бер яҡҡа һелтәп тә һалды. Йыйылыусылар гөж итеп ҡалды, әммә этйығышлыҡҡа юл ҡуймай, бәхәсһеҙ еңеүҙе талап иткән Фәтхулла ҡарт, көрәште дауам итергә саҡырып, ҡоласын ғына йәйҙе. Булмышын аҙағынаса төшөнөп бөтмәгән сәйер хис биләп алды, ике ир фәҡәт уның өсөн генә йәнтәслим айҡаша һымаҡ тойолдо. Тик береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәне. Мөхәммәте – балаларының атаһы, өй хужаһы, хәләл ире, ә Хәтмулла – йәнен уттай тоҡандырып, йөрәген көтмәгәндә тертләтеп ебәрергә мәжбүр иткән кеше, әгәр ул көн аша, йә аҙнаһына бер тапҡыр юлында осрап тормаһа, тормошо төҫһөҙләнеп, йәшәү мәғәнәһе бүҫкәреп ҡалыр ине. Уға ҡалһа, Мөхәммәт менән Хәтмулла, ошо ерҙә таҫтамалдарын уртаға ырғытып, икеһе ике яҡҡа китеп барһа ла, риза булыр ине. Йәне ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-теләктән тартҡылаша, әйтерһең, мир алдына сыҡҡан да ҡайһы тарафҡа ташланырға белмәй икеләнеп бәүелә. Намыҫ һәм сәм һалынған көрәште ары күргеһе килмәгәнгә китеү яғына йүнәлгәйне генә, тағы гөж итеп ҡалдылар. «Кемеһе еңде! Мин кемдеке булырмын?» Үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән иләҫ-миләҫ уй мейеһен ярып үтте. Боролдо. Фәтхулла ҡарт Мөхәммәттең ҡулын юғарыға сөйгәйне. Бер аҙҙан һабантуйҙың төп бүләген уның елкәһенә килтереп йөкмәттеләр. Ире йыйылғандарға мөрәжәғәт итте: «Таралмағыҙ, ағай-эне, тәкәне, хәҙер үк ошонда һуям, һыйыбыҙҙан ауыҙ итегеҙ!» ҡайтып, әҙер һалмаһын, башҡа аҙыҡ-түлек, кәрәк-ярағын тотоп килеүгә итте ҡаҙанға һалғайнылар инде. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе лә табынды хәстәрләп йүгермәләй, Хәтмулла ла, үҙенең еңелеүенә бошонмағандай, Мөхәммәткә ихлас ярҙамлаша. Апаруҡ һуҡмыш, һыйлы табындан ҡоро ҡалырға теләмәгән Данир ҙа: «Еңереңә баштан уҡ ышанғайным, бирешмәнең бит, ҡорҙаш, үҙеңдә лә көс, ҡарыу бар шул!» – тип бер үк маҡтауын тыҡый. Табын хәстәрләнгәс, ҙур түңәрәк яһап сирәмгә ултырҙылар. Фәтхулла ҡарт мәжлескә йәм өҫтәп, ойоҫҡотоп ҡурайын тартып ебәрҙе, күкрәк төбөнән сыҡҡан аһәңле тауышы менән пушты Сәйфетдин йыр башланы. ҡунаҡтың тыйнаҡ булырға тейешлеген иҫендә тотоптор, Хәтмулла, уға иғтибар итмәгәндәй, һауынсы Нәйләгә ҡыҙыҡ һөйләй, ә теге ҡыйшанлаҡҡа шул ғына кәрәк тә, башын артҡа ташлап шарҡылдап көлә. Тәүге тапҡыр көнләште, ят ирҙе ят ҡыҙға ҡаратҡыһы килмәй көнләште. Ә кис өйгә ҡайтҡас, Мөхәммәт, ҡапыл хәлһеҙләнеп китеүен әйтеп, түшәккә ятты, ирендәре ситенән алһыу ҡан һығылып сыҡты. Хафаланып: «Хәлеңде белә күрә ҡырталашаһың, үҙеңде йәлләмәгәнгә күрә, беҙҙең хаҡта уйлаһаңсы», – тигәйне, «бөгөн шул майҙанда ятып үлһәм дә, еңергә тейеш инем», – тине ире, ситкә ҡарап. Саҡырыуға килгән фельдшер Зарифа әйләндереп-тулғандырып тыңлап ҡараны ла Мөхәммәтте шундуҡ участка дауаханаһына ҡыуаланы, уға унда бер ай самаһы ятып сығырға тура килде. Ғүмере буйы яңғыҙы көн итә алмай бит инде, көҙ етеп, уңышты йыйып алғас, артыҡ шаулатып туй-маҙар үткәрмәй генә Хәтмулла Нәйләгә өйләнде, хәлбүки оҙатыу шартына тап килтерелгәйне: егелгән ҡара айғырҙың көмөш төймәләре йылтыраған сбруйы өҫтөнә ҡыҙыл туҡыма ябылған, дуғаһына көмөш ҡыңғырау, ҡолаҡбауҙарға сәскәле яулыҡтар тағылғайны, кырандас та рәйестең район кәңәшмәләренә генә тотонғаны. Тормошо кинәт төҫһөҙләнеп ҡалды, шул ҡыҫыр мөхәббәте йәшәтә ине бит уны, тормошона йәм һәм мәғәнә бирә ине. ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы йөрөмәй, тиеүҙәре раҫтыр, һин дә мин, теттереп донъя көтөп ятҡан атаһы менән әсәһе көтмәгәндә мунсала еҫ тейҙереп бер төптән үлеп китте.
Мөхәммәттең төҙәлмәҫ сире йылдар үтеү менән йыш ҡабатлана торҙо, ул тәрәнәйә, еңә барған һайын йоҡа кәүҙә ҡаҡланып, ҡорҙай ғына булып ҡалды. ошоғаса әйләнә-тирәгә ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәр йәшәү сатҡыһын һүндереп, күгелйемләнгән соҡорҙар эсенә батты. Ире йонсоу көндәрҙә быуылып йүтәлләп кенә ҡалмай, төнө буйы тәне уттай янып сыға. Яҙғыһын сәсеүгә сыға алмай, түшәккә лыпын ятты. Хәле ыңғайға ғына китеп бара ине һымаҡ, бер көн кис ишек ауыҙында бригадир ярҙамсыһы Фазылйән күренде. Ипле һүҙле, шул ындыйлығы менән йомошон йомошлата белә торған оҫталығы бар уның. Был юлы ла инде лә инәлгәндәй, үтенгәндәй ҡиәфәттә ҡоласын йәйҙе: «Мөхәммәт Хисбуллович, – һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыуылыр, ололап өндәште, – ҡыуғын бригадаһына башлыҡ таба алмай ҡаңғырабыҙ. Мәҫтәк һыртында йәйгеһен мал аҙбары төҙөү өсөн уҫаҡ йыҡтырғайныҡ. Үҙең беләһең, ундағы ҡабраға йәйәү, йә һыбай ғына барырлыҡ, техника менән үтеп булмай. Ағасты эшкәртеп, аттар ярҙамында һаҡмар ярына тартҡайныҡ, шуны юллы ергә ҡәҙәр ағыҙырға кәрәк, бер аҙна тирәһендә, ташҡын шәп саҡта өлгөрөп ҡалмаһаҡ, бүрәнәләр шунда тағы ла бер йылға ятып ҡалды, тигән һүҙ. Ә бында, фермала, малға урын етмәй. Тегендәге төп бурыс – егеттәргә күҙ-ҡолаҡ булыу, йәштәрҙең тинтәклеге билдәле, берәй хилафлыҡ ҡылып ҡуйыуҙары бар. Йәнә һине сәсеүҙә туҙан йоттороп йөрөтөп тә булмай, өйгә лә һалып ҡуя алмайбыҙ, район үҙәгенән упалнамущынный килде, бөтә колхозсыларҙы тәүлек әйләнәһенә эшләргә ҡушып, ҡырға, сәсеүгә ҡыуа. ҡыуғында саф һауа, мәшәҡәте лә бер-ике көнлөк кенә». «Гөлбикә, бармаһам, килешмәҫ, ҡайһылайтып уттай ҡыҙыу осорҙа йә баҫыуға сыға алмай, йә хужалар ҡушҡанынан баш тартып өйҙә ятмаҡ кәрәк». Шул китеүенән ат арбаһына тейәп алып ҡайттылар. Егеттәр ише сая, алабарманыраҡ холоҡло Нәйлә лә кеше юҡлыҡтан ҡыуғынға кашауар булып барырға ризалашҡан, уны-быны абайламай яр ситенә барып баҫҡан да иреп, ҡумшып шыуған яр менән бүрәнәләр тыйлығып аҡҡан боҙло һыуға ҡолап төшкән. Уны ҡотҡарам тип, Мөхәммәт артынан һикергән. Нәйләнең кәүҙәһен ике көн үткәс кенә ҡәрйән туғайында, йылғаның ағышы әкренәйгән ерҙә, яр ҡырында таптылар, ә тал ҡыуағына һағып сығып өлгөргән ире түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ятты, боҙло һыу сырхау кәүҙәне үтәнән-үтә һуғып өлгөргәйне. Хәленең шәптән түгеллеген тойомлап, бының нимә менән барып бөтөрөн самалап әллә, дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартты, эргәмдә йөрөгән һиңә, балаларыма ҡарап ятырға рөхсәт кенә ит, тине, быуылып йүтәлләйһе урынға буҙарып, ҡара тиргә батып, дерелдәп, һауа етмәгәндәй, ауыҙын асып түшәмгә текәлеп ята башланы, сәләмәтлеге арҡа биреп, көнләп түгел, сәғәтләп кирегә тәгәрәне. Иртәгә һабантуй тигән көнө зыяратта ҡара түмәләс ҡалҡып сыҡты, Мөхәммәтте һуңғы юлға тотош ауыл оҙатырға сыҡты. Күҙгә бәрелмәй йәшәп ятҡан кеше китеп барғас ҡына уны юҡһынды шикелле ауыл халҡы. Ир-ат хәсрәттән башын баҫты, ҡатын-ҡыҙ сарғаланмай ғына быш-быш илап, яулыҡ осона йәшен һөрттө, ә уның өсөн йәйге сыуаҡ көн төҫһөҙләнде, аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни.
Иренең ҡырҡы үткәнсе шаңҡып, ни ҡылырға белмәй бәргеләнде, ары нисек тә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит, тештәрен ҡыҫып эшендә лә, өйөндә лә өлгөрөргә тырышты. Бала ҡайғыһы ни ҡуйһын: башта ағас аяғы менән көскә ҡымғырлап йөрөгән ҡайныһы, шунан ҡәйнәһе мәрхүм булды. Ни тиклем генә донъя мәшәҡәте баҫһа ла, йылдар үтеү менән һөйөргә-һөйөлөргә теләү тойғоһо өҫкә ҡалҡты, йүгәнләй, ауыҙлыҡлай алмаған ҡатын-ҡыҙ теләге ташты, йәш тәне ир танһыҡланы. Гонаһлы нәфсене ҡандырыу өсөн ирҙәр табылыр ҙа, йән тартҡаны Хәтмулла ғына. Ул да осраған һайын элеккеләй йылмайып ҡарап уҙа башланы, мәгәр ауылдың ҡайһы бер йөрөмтәл ирҙәре ише оятһыҙланманы, төндә ишеген ҡағып маҙаһыҙламаны. Ә ул уны теләй һәм көтә, тәҙрә сиртеүенән танып, ҡосағына сумып онотолорға әҙер. Ә бер кис һауындан ҡайтышлай Хәтмулланың уты һүнгән өйөнә аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре тартты.
Хәтерләүҙәренең ошо еренә еткәс, өшөгәндәй, тәне ҡалтыранып ҡуйҙы. Был ике ваҡиғаны оноторға тырышһа ла, йәненә яғылған ҡара тапмы ни, уны яҙмышына яҙған йылдар ҙа, шул йылдарға һыйған һанһыҙ ваҡиғалар теҙмәһе лә юя, оноттора алмай. Ошо ике ваҡиға берегеп тыуған сабыйҙарҙай айырылғыһыҙ, иҫенә төшһә, йәне тертләп китә.
Бер көн Хәтмулла Әлмөхәмәт туғайындағы һауынсылар йәйләүенә һуғылды. һауындың бөтөүен көтөп бер яҡ ситтә өйкөлөшкән ир-аттың янына барып, ике ҡулын һоноп күреште, түш кеҫәһенән папирос сығарып өләште лә ялан кәртәләге һыйырҙары араһында йүгергеләгән һауынсылар менән ҡысҡырып иҫәнләшкәс, ферма мөдиренең ҡайҙалығын белеште. Ул да һауа башлаған һыйырын һауып бөтөрмәйенсә, кәртә ситендәрәк торғанының аҫтына барып сүгәләне. ҡабалан күҙ атып шуны сырамытты, баһыуға һөйәлеп тәмәке тоҡандырған ҡырсылыҡ бригадирының йомошо ферма мөдирендә түгел, унда ине. Бер мәлгә генә күҙҙәр осрашты: ирҙең ҡарашында тыйып торғоһоҙ дәрт һәм сабырһыҙланыу ярылып ята. Хәтмулла кырандасына ултырып, ауыл яғына елдереп киткәнендә һиҙҙе, ул уның ҡайтыуын Баланлы Үҙәк сауҡалығында көтәсәк, элекке көн дә эңер төшкәс шунда осрашҡайнылар бит. һыйырҙарын ашыҡ-бошоҡ һауып бөтөрҙө лә, һөтөн үлсәтеп тапшырғас, ҡабаланып ҡайтырға йыйына башланы. Әхирәте Зәлифә, бергә атлайыҡтан һалдырып, эйәрергә иткәйне, юл ыңғайы көтөүҙән тороп ҡалған һыйырҙы эҙләйем, тип алдашты: «Ул аҙғынды тапҡан ереңдә үк тамсы ла һутын ҡалдырмай эйендекләп ҡайтар!» – тип мәғәнәле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәйлә менән алдырыу ҡайҙа – белеп бөтөрмәһәләр ҙә, күҙгә бәреп төпсөнмәһәләр ҙә, һиҙәләр шикелле уларҙың йәшерен осрашыуҙарын, шуға яйы сыҡҡан һайын төртмә телләнәләр. Хәтмулла, ысынлап та, колхоз айғырын муйыл ҡыуағына төртөп ҡамтарған да шунда көтә ине. Бик оҙаҡ айырылышып торғандар тиерһең, өҫтәге кейемдәренән нисек етте шулай ҡотолғас, бер-береһенең ҡосағына ташландылар. һөйөп-иркәләшә торғас, ҡояш ҡыҙарып алыҫтағы тауҙар киртләсенә һаҡты ла, яланғас ир менән ҡатынды башҡаса күҙләргә оялғандай, табаҡтай битен яртылаш офоҡҡа батырҙы. Эңер төшөүе уларҙың һиҙгерлеген алды шикелле, көтмәгәндә өҫтәренә Фәриҙә килеп сыҡты, ул кисәге ҡайтмаған тананы эҙләп йөрөй ине булһа кәрәк.
Хәйҙәр Тапаҡов.
(Дауамы. Башы 79, 80-се һандарҙа).