«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



19.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Профессор әфәнде, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Ленин мавзолейы менән нимә буласаҡ?
– Минеңсә, дүрт вариант бар:
1. Бөтәһен дә нисек бар, шулай ҡалдырасаҡтар.
2. Лениндың кәүҙәһен сығарасаҡтар, Мавзолей ҡаласаҡ.
3. Кәүҙәне аласаҡтар, Мавзолейҙы һүтәсәктәр.
4. Мавзолейҙы аласаҡтар, Ленинды ҡалдырасаҡтар…

* * *
«Синыфташтар»ҙағы яҙыуҙан: «ҡәҙерлем, һеҙ шул тиклем минең «бит»кә күп инәһегеҙ. Бер нәмәне генә аңлай алмайым: һеҙ минең иремдең һөйәркәһеме, әллә һөйәремдең ҡатынымы?»

* * *
Өләсәйемдең һандығында минең туйыма бүләк ителергә тейешле өр-яңы «Sony» видеомагнитофоны әлегә тиклем ята.

* * *
Беҙҙең өйҙәге иң дини әйбер – иҙәндә ултырған үлсәү. Һәр иртә әсәйем уға баҫҡан һайын: «Йә, Хоҙайым!» – ти.

* * *
Мин шул тиклем дә көтөлмәгән эштәр эшләйем. Һыуытҡысты бер бәләкәй генә ҡыяр алып ҡабыр өсөн асам, ә көтмәгәндә дүрт-биш кәтлитте ашайым да ҡуямсы…

* * *
Программист бик күп уйлап тормайынса, балалары тыуғас, уларға Яңы улым /1/, Яңы улым /2/ тип исем ҡушҡан.

* * *
Нимә генә эшләнмәһен, барыһы ла ҡытайҙа эшләнә…

* * *
Бала табыу йортонда:
– ҡотлайым, һеҙҙең ике игеҙәк, – ти шәфҡәт туташы атай кешегә.
– О, рәхмәт, ниндәй тап килеү бит әле, мин «Ике бөркөт» фирмаһы директорымын.
Икенсе атайға:
– Һеҙҙең өс игеҙәк.
– Минеке лә тап килде, – тип ауыҙын йыра ир, – фирмамдың исеме «Өс сәтләүек».
Өсөнсө ир көтмәгәндә ағарынып китә, аңын юғалта яҙа. Шәфҡәт туташы уға:
– Әллә һеҙгә насармы? – ти.
– Мин бит «Ете гном» фирмаһы етәксеһемен, – ти ир көс-хәл менән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға