«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сөңгөл



16.10.2012 Сөңгөл

Ә был йорт уларҙыҡы. Өйләнешеүҙәренә ике йыл тигәндә Мөхәммәт менән күтәрҙеләр уны. Рәшәткәһенә ҡағылғайны, сәләмен алған ел ҡапҡаһы күңелле шығырлап ҡуйҙы. Тәҙрәләре таҡта менән ҡаҙаҡланған йорт ҡына, күҙҙәре бәйләнгән кешеләй, бер нәмә лә һиҙмәй һерәйгән. Бәләкәй ҡапҡаны асып, ишек алдына үтте лә, итәген кипкән үлән һәрпенделәре тарт­ҡылай башлағас, туҡтап ҡалды, урынында тапанды. Торлаҡ ташландыҡ харабаға әүерелеп бара, кәртә бағаналары сереп аушайған, солан ҡыйығы сереп тишелеп, эс яҡҡа бүҫелергә тора, ишек алдын бил быуарҙан кесерткән япҡан. Бар донъяһын бер юлы сәләмләгәндәй, ишетелер-ишетелмәҫ итеп: «Нисек йәшәп ятаһығыҙ?» – тине. Ишек алдындағы баҡсалағы ҡарт алмағас, таныш тауышты ишетеүенә ҡыуанғандай, япраҡтарын ҡыштырлатты. Беләк буйы үҫентене өй күтәреп сыҡҡан йылы Мөхәммәте райондағы йәрминкәнән алып ҡайт­ҡайны. Ауылда иң беренсе ултыртылған емеш ағасы ине ул. Өсөнсө йылына ҡыҫыр сәскә атҡайны, ары өс бөртөк алмаға тумаланды. Шул төймәләй генә йәшел нәмәләрҙең өлгөрөүен көтөп, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп йөрөгәйне бит балалары!
Мөхәммәткә кейәүгә лә һөйөү, ғишыҡ тотоу тойғоһон кисермәй генә, яусы ебәреп әйттереү, бата уҡытыу йолаһын атҡарғандан һуң сыҡты. Ул саҡта яңы ун алтыһы тулған, буйға ҡатма, түштәре һиҙелер-һиҙелмәҫ тиртеп беленә башлаған, аяҡ сираҡтары сиңерткәнекеләй ҡаҡ үҫмер ине, мәгәр ана шул сәскәгә тумаланған гөлдөң алдағы көндәрҙә балҡып сәскә атыуын тоҫмаллаған әсәһе йыш ҡына: «Матур­ҡайым минең», – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп ярата торғайны. Аҡ йөҙө, ҡыйғас ҡаштары, йомросай бит алмалары, биленә төшкән ҡалын сәстәре, текә һыны уны башҡа әхирәттәренән айырым итеп күрһәтә, шуғалырмы һәр шөғөлдә баһаһын, самаһын белеп ҡылана. Быны күргән тиңдәштәре «эрекәй, ханбикә» тип турһая ине ҡайһы саҡ.
Буласаҡ иренә килгәндә, уның инде бар ҡиәфәте күҙгә бәрелмәгән, урталыҡтан ары китмәгән ҡарасман, фиғеленә килгәндә, барлығы ла, юҡлығы ла тойолмай, тик шул йыуашлығын ҡайһы ваҡыт көтөлмәгән яндырайлыҡ тоҡандырып ебәр­һә, хәрәкәттәре тилберләнә, күҙҙәре осҡонланып яна. Шул саҡта күрмәлекле, һөйкөмлө, мөләйемгә әүерелә. Нисек кенә булмаһын, ҡәһәрле һуғыш ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, ауыр эш менән сыныҡтырып иртә өлгөрттө уларҙы. Селлә үткәс, әйттереү йолаһын үткәрергә килеште аталары, мәле еткәйне, әмәлгә баҡҡандай, ил башлығы Сталин үлеп китте. Тотош ауыл фажиғә кимәлендәге ҡайғынан сеңләгәндә өйләнешеү ҡайғыһымы инде, тағы көҙгәсә кисектерҙеләр. Шулай итеп, яҙмыштарын баштан алып аҙағынаса ата-әсәләре хәл итте.
Атаһы менән ҡайныһы – элекке дуҫтар, утты-һыуҙы кисеп, ауыр һуғышты иңдәрендә татыған, ҡайт­ҡас, дүрт йыл буйына ир ҡулы ҡағылмағанлыҡтан миктәгән колхозды аяҡҡа баҫтырыусы, ауылдың нигеҙ ҡотон тотоусы уҙамандар ине. ҡатышып йәшәгән ике ғаилә, береһенең – улы, икенсеһенең ҡыҙы тыуғас, мәжлес мәлендә ҡолаҡтарын тешләткән, йәнәһе лә. Атаһы һуғышҡа киткәнде хәтерләмәй ҙә тиерлек, һарылған муйындан айырылғыһы килмәй шарылдап илауы, йәнә ағастарҙан тирелеп, донъяны ябып һап-һары япраҡ яуыуы ғына аңында уйылып ҡалған. Мөхәммәттең атаһының – 44-се йылдың ҡышында ауыр яраланып, һыңар аяҡта, атаһының 46-сы йылдың ҡара көҙөндә сәстәренә сал йүгертеп ауылға әйләнеп ҡайтыуы бөгөнгөләй күҙ алдында. Осрашыу-күрешеү шатлығынан албырғаған атаһы өҫ кейемен һалып та өлгөрмәгәйне, аҡһап-туҡһап Хисбулла ағай килеп инде һәм тар өйҙө тултырып шат һөрәнләп тә ебәрҙе: «һо-о-о, ҡайттыңмы, ҡоҙа, ызнашит бергәләп йәшәйһеләребеҙ бар икән әле, знамы, бар!» «Атайымды ҡоҙа тисе, уның исеме бит Дәүләтбай», – тип уйлап ҡуйғайны бала аҡылы менән, баҡтиһәң, Хисбулла ағай теге ҡолаҡ тешләтеүҙе һаман онотмаған булып сыҡты. Үҫеп буйға еткәс тә уға йәрәшелгән кәләшкә ҡарағандай ҡаранылар, кискеһен клубтағы уйындарҙан һуң ҡайтҡанында артынан оҙатырға тырышыусы ла булманы. Мөхәммәт тә уға ҡарата тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф мөнәсәбәттә ине, һаҡлап-ҡурсып, кәрәк саҡта яҡлап йөрөмәне, бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ, йәнәһе лә, тамғаһы һалынған. Әйттереү ҙә, бата уҡытыу ҙа һәүетемсә, һин дә мин үтте. Ирен дә Хоҙай яҙғаны, яҙмыш ҡушҡаны һымаҡ ҡабул итте. Тик кәләште йәшергәндән һуң буласаҡ кейәүҙе йортҡа йыртыш йыртып индереп, йоланы еренә еткереп үтәгәндән аҙаҡ еңгәләрҙең ҡабартып һалған түшәгендә ҡушыл­ған төндә ҡыҙ сағынан ҡатынлыҡ осорона күскеһе килмәй түгелеп иланы. Өйләнешкәс, ҡайны йортона оҙатылып барҙы. һалам башлы, сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым ғына йорт ине ул. Өйҙөң һулаҡай яртыһын – мейес, оҙон урындыҡ, ҡалған өлөшөн ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, уртаны ҙур өҫтәл, ике-өс артлы ултырғыс биләгән бәләкәй генә майҙансыҡта өйҙәш көн итеүе еңелдән түгел ине. Сымылдыҡ менән бүленгән урындыҡтың тәҙрә яҡ ҡырында йоҡлап йөрөнөләр, бер-береңә тартылып һөйөшөү, иркәләшеү ҡайҙа, һаҡһыҙ ҡымғырлаһаң да, аҫтағы ҡаҡ таҡта әсе сыйнап шығырларға әҙер. Шул уҡ шаршау артына боҫоп өҫтөн алмаштыра, кейенә-сисенә. Кейәү­гә сығыуының тәүге айҙарында юҡ-юҡ та күңеле болоҡһоп, йәне елкенеп ҡуя ине уның, йәш, дыуамал йөрәге ҡайҙалыр ашҡына, йә тиктомалға үҙенә урын таба алмай ыҙалана. Айырым, үҙ аллы тормош көткөһө килеүҙәндер былар тигән һығымтаға килде. ҡайны-ҡәйнәһе менән арҡа терәп тиерлек йоҡлап йөрөп, былай көндәрҙә лә һипһенеп, тартынып көн иткәнгәлер, оҙаҡ ҡына ауырға ла ҡала алманы. Үҙ мөйөштәрен хәстәрләп, айырым йәшәү тураһында һүҙ араһында ғына иренә тумбытҡайны, тегеһе шул хәбәрҙе генә көткән тиерһең, дәртләнеп тотондо ла китте, ҡайны-ҡәйнәһе лә ҡаршы килмәне. Лесничествонан уҫаҡ яҙҙыртып алып, ҙур булмаған бура бураттылар, уны күтәреп, нигеҙен Олотауҙан ат арбаһына тейәп ташыған таш менән тығып, башын арыш һаламы менән япҡайнылар, ҡалған эш ыңғай ғына, үҙ яйына алға тәгәрәне. Сөнки торлаҡ яйлап, берәмтәләп, тәфсирләп йыйыла, шуның өсөн дә өй бер урынға өйөү һүҙенән алынған да инде. Күсеп сығыуҙарына бер йыл тигәндә Фәриҙәһе тыуҙы, артабан – Сәғит, Сәғиҙә. Шулай итеп, айырымланғандан һуң да һүрелмәгән, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән талпыныулы хистәрен балалары баҫты, илаһилыҡҡа илтер хыял ҡошо тормош даръяһында аҙашты, хис-теләге яйлап-яйлап көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелде...
Бейек, ҡыйыҡланып эшләнгән урыҫ ҡапҡаһына килеп төртөлдө, мәгәр эскә үтмәне, урынында ҡалды. Бына был, ауыл осондағы, уларҙан өй аша һалынған ҡаҡландағы йорт – Хәтмулланыҡы. Таҡта ҡойма менән уратылғанға, ишек алды урам яҡтан күренмәй тиерлек. Йорт хужаһы ла тойғоларын башҡаларға тиҙ генә асып бармаусан, йомоғораҡ кеше ине, тик шул йомоҡлоҡ эсенә бай хис, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, йомартлыҡ йәшеренгәйне.
Хәтмулла сиҙәм күтәргән осорҙа, ағас сумаҙанын күтәреп, юл тоҡсайын артмаҡлап, район үҙәгенә барған ылауға һағып килеп төшкәйне, ҡайтмаҫҡа булғандыр ниәте, ҡыпсаҡ ауылында бөтөнләйгә төпләнде. Ул колхоз рәйесендә йомошон йомошлап кәнсәнән сығып килә ине, үҙәк усадьбанан почта ташыған Сәйфетдин ҡарттың аты баҡса рәшәткәһенә төртөлөп килеп туҡтаны ла, йәш бесән һалынған оҙон арбанан хәрби кейем кейгән, мыҡты кәүҙәле таныш түгел егет һикереп төштө:
– һаумы, һылыу, колхоз идараһы ошонда урынлашҡанмы? – Теге тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмай­ҙы.
Тәүҙе сәбәпһеҙгә ауыҙ йырған егет оҡшаманы, әммә илтифат менән һирпелгәйне, йөрәге сабыр­һыҙ тулап китте. «Китсе, бығаса улайтып юғалып ҡалғаны булманысы бер тапҡыр ҙа, ҡарап тороуға башҡаларҙан бер яғы менән дә алға китмәгән». Кисерештәрен еңергә теләгәнгәлер, ҡаш аҫтынан ҡарап, уҫал яуапланы:
– Сәйфетдин олатай туралап алып килгәс, ошондалыр!
– Ул хаҡта һорап өлгөрөлмәне шул. – Хәрби, ас яңаҡлы, йәмшек танаулы йөҙөн етдиләндереп, ыҫмалалай бөҙрә сәстәрен һыпыр­ҙы, көйәҙләнеп бил ҡайышын тө­ҙәтте, галифе салбарын тартыштырҙы.
– Һин, ҡустым, был ҡырыҫ ҡыланған һеңлекәш һөйкөмһөҙ икән, тип уйлама, беҙҙең иң сибәрҙәребеҙҙең береһе, һауынсы булып эшләй, Мөхәммәт ҡустының ҡатыны, ҡурсаҡтай ҡыҙ үҫтереп яталар, – һалпыш мыйығының остарын семеткеләп хәбәрен теҙгән Сәйфетдин ҡарт, тәфсирләүен ҡуйып, уны шелтәләп алырға ла онотманы. – Ә һин, һеңлекәш, алыҫтан килгән ҡунаҡҡа ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп өйрән. ҡунаҡ та түгел әле ул, беләһең килһә, сиҙәм күтәрергә тип, беҙгә тоҫҡап килгән. – Хәрби яғына ҡайырылды. – Идара ошонда була, ҡустым, бар ин, рәйес тә, моғайын, урынындалыр.
Ә мин пуштыны ҡалдырайым да, ҡайтып, Бибикамал инәйеңә әйтеп, сәй хәстәрләтә торайым. Беҙ а-а-а-нау, ҡабыҡ ҡыйыҡлы өйҙә йәшәйбеҙ. – Йүкәнән ишелгән сыбыртҡыһын төртөп күрһәтте.
һөйләшеүҙе тыңлап бөтмәй китеп барҙы. һуңынан һөйкөмлө юлаусыға төрпө ҡаҙалыуына оялып, үкенеп тә йөрөнө. Ипле һүҙле Сәйфетдин ҡарттың да әйткәндәрен оҡшатманы: «Сибәр, тип әйткәс, ниңә Мөхәммәт­тең ҡатыны, йәнә, балаһы бар, тип өҫтәргә?..»
Ауылда таралған урыҡ-һурыҡ хәбәргә ҡарағанда, хәрби кейемдәге егет балалар йортонда тәрбиәләнгән, өс йыл армия сафында кесе командир дәрәжәһендә хеҙмәт иткән һәм партия ҡушыуы буйынса бында килгән. Хәрби хеҙмәттән тура бында юлланыуы раҫтыр, өҫтөнән төшөрмәй кейгәне лә – яурындары уңа төшкән гимнастерка ла кирза итек, билендә теге һары ҡайыш. Гелән етеҙ, ышаныслы, эре аҙымлаған егет торғаны менән һалдат, погондар ғына етешмәй! Сиҙәм күтәреү кампанияһы осоронда бүлексәлә тракторсылар бригадаһының етәксеһе, ары, ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, бүлексәнең ҡырсылыҡ эштәре бригадиры вазифаларында йөрөнө. Ошо ергә йорт ҡалҡытты. Башҡалар ише әйләнә-тирәһен сәүел шаҡарма менән түгел, район үҙәгенән таҡта ташытып, шуның менән уратты, һалам башлы ауылда тәүгеләрҙән булып өйөнөң түбәһен транса менән ҡыйыҡланы. Шулайтып донъяһын нығытты, мәгәр өйләнергә ашыҡманы, яңғыҙаҡ тормош көтөүен дауам итте. Моңһоу йөҙлө, ныҡ кәүҙәле егет уны тап иткәндә, тәү осратҡандағы кеүек күҙҙәренә тура ҡарап, йылмая биреп иҫәнләшеп уҙа торғайны. Ул да уны осратһа юғала ла ҡала, башы әйләнә, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫ өсөн, ғәйепле кешеләй, аяҡ остарына текәлеп йүгерә-атлай үтеп китергә ашыға. Шунан ошо мәлдең ҡабатланыуын түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Ир ҡатыны була тороп бындай аҙғын теләкте теләргә ярамағанлыҡты ла белә лә һуң, тик ҡайһылай итһен, айыҡ аҡылына ҡайтырлыҡ, хистәрен йүгәнләрлек ихтыяр көсө генә юҡ.

(Дауамы. Башы 79-сы һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға