12.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
Юл фажиғәләре хроникаһы: «Кисә кис «Ока» машинаһы менән етенсе моделле «БМВ» машинаһы бәрелешә. «Ока»ның водителе фатирын һатып, еңел генә ҡотолоп ҡала».
* * *
Табиптар өс төркөмгә бүленә:
1. Алланан бирелгәндәр.
2. Аллалылар.
3. Аллам һаҡлаһындар.
* * *
Мәктәптә йыллыҡ билдәләр ҡуйылған табелдәрҙе тараталар. Ирек, өйгә ҡайтҡас, ҡырын күҙ менән генә табеленә ҡарап:
– Атай, иң мөһиме, беҙ бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау, эйеме? – ти.
* * *
«ҡатыным менән әрләшкән ваҡытта һәр ваҡыт уға юғарынан ҡарайым. Сөнки ғаиләлә – мин баш. Ә шкаф башынан быны иҫбатлау уңайлыраҡ».
* * *
Бөтә ҡыҙҙарҙың да башында тараҡандары була. Әммә баштарындағы тараҡандарҙың үҙ тараҡаны булған ҡыҙҙар ҙа осрай.
* * *
35 йәш – иҫ киткес яҡшы осор. Әлегә йәш һәм матурһың, әммә инде иҫәр ханым түгелһең.
* * *
«ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эске кейемдәр» бутигы һатыусыһы ирҙәрҙән көн буйына «Бына тап һеҙҙеке һымаҡ» тигән һүҙҙәрҙе бик күп ишетә.
* * *
Йәш атай, ҡото осоп, педиатрға шылтырата:
– Өс йәшлек ҡыҙым «зеленка» эскән, миңә хәҙер нимә эшләргә?
– Тәк-тәк, – ти педиатр, – әле ҡыҙығыҙ үҙен нисек тоя, ғөмүмән, нимә эшләй?
– Йәшел ирендәре менән йылмая, йәшел тештәре араһынан йәшел телен күрһәтә… Нимә эшләргә, әйтегеҙсе, зинһар?
– Тиҙ генә фотоға төшөрөгөҙ ҙә, йәһәт кенә интернетҡа ҡуйығыҙ.