«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Сөңгөл



12.10.2012 Сөңгөл

I
Артынан ишекте япты. Башҡаса асырға теләмәгәндәй, күн япмаға арҡаһы менән терәлә биреп тә торҙо. Инер ишегеңде ҡаты япма, тиҙәр бит, ә ул бөгәсә рәнйегән күңелен иңрәтеп кире ҡайтмаҫҡа хәл итте. һыҙылып өлгөрмәгән таң ҡараңғылығында күтәрмәлә таш балбалдай биниһая ваҡыт һерәйгәс, бөксәңләп, төртәләнә-төртәләнә бейек тупһанан төштө, ҡараңғылыҡ шаршауын бөркәнеп йоҡлаған тын урамға сыҡты. ҡартайыуы еткән йоҡоһоҙ Аҡтыр­наҡ һаҡ ҡына килеп аяғына һыйынды ла, ялағайланып, ҡойроғон болғай-болғай һырпаланыр­ға то­тон­до. Ошо һунар этен кейәүе көсөк кенә сағында күрше Михайловка ауылындағы ҡатышып йәшәгән белешенән ике һарыҡҡа алмашып алғайны.ҡиммәттән һалдырып ҡаршы төшөп маташҡайны ла Фәриҙә, тоҡомло зат арзандан булмай ул, тип кейәүе ҡуйырҙан да ҡуймай алып ҡайтты барыбер, бер генә ҡулға өйрәтеп үҙе ҡарап үҫтер­ҙе, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙыр­ғанда артынан ҡалдырма­ны. ҡарыулы, алғыр сағында дан һунар эте ине, хужаһы менән ҡош-кейек­һеҙ ҡайтманылар, хәҙер йорт-ҡура тирәһен һаҡлауҙан арыға эшкинмәй. һаҡлай, тип әйтеү ҙә үтә шартлы инде, тоҡомло йән эйәһе булған­ғамы, үҙен тыныс, сабыр тота, сәүек эттәр ише ерле-юҡҡа сарғаланып бармай, көн тимәй, төн тимәй күләгәләй ҡымғырлап йөрөп ятыуы. ҡымтылған йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҙып шыбырланы: «Тынғы белмәҫ тоғро мәхлүк, минең ише һинең дә хәжәтең ҡалмаһа ла, һаман һаҡтаһыңмы ни әле? һиңә бит һуңғы көндәреңә саҡлы бында йәшәргә. Бар!..» Бурҙайҙың ялбыр йөнөнән һыйпаны, муйынсаһынан эләктереп ишек алдына йүнәлтте лә артында шар асыҡ ҡалған бәләкәй ҡапҡаны үҙенә ҡарай тартып келәһен элде. Ауырлыҡ менән ҡайырылып утлы тәҙрәләргә төңөлөүле баҡты, ҡорған аша ялпылдаған шәүләләр­ҙе сәйерһенеп күҙәтте. «Әллә һуғышалар инде?.. Кем олоһо, кем кесеһе йәшендәләр, әҙерәк оялһаларсы! Хәйер, кемдән тартынһындар, түлһеҙ зарығып икәүҙән-икәү генә көн итә бит ғүмерҙәре буйы, балаһыҙ өйҙән ҡот та, әҙәп тә, тәртип тә ҡаса шул шулайтып...» Эстәге иреш-талаш хатта бында ишетелеп торғандай. Ул барҙа әрләшеүҙән, ғауға ҡуптарыуҙан нисек тә тыйылалар ине, әле бына сығыуы булды, ҡаныҡҡандай, бер-береһенең муйынына барып йәбештеләр шикелле. Фәриҙә ҡыҙының сеңләп илауы ҡолағына салынды. Ошо ерҙә һиҫкәнеүле тертләп китте. Тыуғас та барлығын иҫбатлап яр һалған сабыйының тәүге өнөн ишеткән саҡта һыҙланыу аша йылмайып оҙаҡ көсөргәнеүҙән еүешләнгән башын түрбаш яғына ҡайырғайны түгелме? Барса ауылдың балаларын яҡты донъяға ҡабул иткән кендек инәһе ҡыҙбикә ҡарсыҡ ҡыҙыл йомросайҙы һәлмәкләп һикертеп, юғары күтәреп, һөйөнсөләгәндәй уға күрһәткәйне: «Сөбханалла, Гөлбикә килен, осло күҙ тейә генә күрмәһен берүк, туп-тумалаҡ, бынамын тигән ҡыҙың бар! Ауырлығы ла сап-самай, үҙенә етмәле, ағзалары ла теүәл. Сарғаланып мыжыуы ҡыҙ затынан икәнлеген иҫбатлап наҙланыуы ғына». Уңарсы, урындыҡтың шаршау менән бүленгән яғына яҡынламаһа ла, йылымыс һыу, таҫтамал хәстәрләп, башҡа мәшәҡәт­тәр­ҙә кендек әбейенә булашып йүгергеләгән бейеме кәсә менән ҡоротло һурпа индереп бирҙе, уны ауыҙ иткәс, тулғаҡ тотоуҙан йонсоған тәненә хәл ингәндәй булды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң апһыны аҡ биләүгә төрөлгән сабыйын эргәһенә индереп һалды ла белекле төҫтә аҡыл өйрәтте: «Мә, бәпесеңдән имсәгеңде еңелсә генә алдыр ҙа кире бир, ыуыҙыңды артыҡ һурһа, эсенең ауыртыуы бар!» «Бәпес, бала?!. Минең бит ҡыҙым бар, мин әсәй!» Шул уйынан ҡояштай балҡып китте лә эргә-тирәһендә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ураланыуға ҡарамаҫтан, һөттән тирткән түшен тартына-тартына күлдәк иҙеүенән ҡайырып сығарып, уймаҡ ауыҙға ҡаптырҙы.Теләр-теләмәҫ кенә ирендәрен сәпелдәткән ҡыҙы һөт тәмен тәтегәс, талпандай ҡаҙалып, ҡомһоҙланып имергә кереште. Тәнен кинәт, ошоғаса кисереп ҡарамаған ҡытыҡты килтергес ләззәт солғап алды, булмышы гөлтләп тоҡанды, балаһы менән айырылғыһыҙ булып береккән йәне шатлыҡ-ҡыуаныстан йондоҙло асманға сойорғоно... Хәҙер, ана, йәш яғынан уны ҡыуалатып, пенсияға етеп килгән ҡыҙы сеңләп илай. Әсә өсөн балаһының илауын ишетеүҙән дә ауыр ғазап бармы икән был донъяла? Юҡтыр.
Ваҡыт-ваҡыт ҡабатланған талаш-тартыш, ерле юҡтан яралған тәмһеҙләшеү, асыҡтан-асыҡ ярып әйтмәһәләр ҙә, фәҡәт уның өсөн генә сыға ине шикелле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бында, Хәлфетдин кейәүе менән Фәриҙәнең йортонда, артыҡ тамаҡ. Хәйер, бында ғынамы икән? Фәриҙәһенең: «Ике уртала нисек тә йәшәрһең әле, бер ай миндә, бер ай Сәғиҙәлә, яңғыҙ әсәләрен дә ҡарарға эшкинмәйҙәр, тигән ғәйбәтте ишетеүе беҙгә лә еңелдән түгел», – тигән шыма әүрәтеүенә ымһынды, мәңгелеккә күҙҙәрен йомған Хәтмуллаһының ҡырҡы үткәнсе уның өйөндә йәшәне лә мәлендә Мөхәммәте, балалары менән көн иткән, инде нисә йыл буш торған төп торлағына күсенеп сыҡты, шунан, күп тә тормай, уның да тәҙрәләренә иҫке-моҫҡо таҡта ҡаттырҙы, араталы ел ҡапҡаһын йүкә бау менән сырманы һәм берҙән-бер ҡаралтыһы – ағас ҡумталы сәғәтен ҡултығына ҡыҫтырып, ауылдың урта төшөндәге Фәриҙәһенә йүнәлде. Уларҙың алты мөйөшлө ҡарағай өйө, ишек алдында теҙелеп китеп шифер ҡыйыҡлы һарайға барып терәлгән усаҡлыҡты, келәтте, мунсаны эсенә алған хужалығы тирә-яҡҡа йәм биреп, ауылдың ҡалҡыу ерендә урынлашҡан. Оҫталыҡ шөғөлөнә сымыры кейәүе өйҙөң эс яҡ стеналарын сутлап, урталыҡты йүкә таҡталар менән килешле һәм күркәм итеп бүлмәләргә бүлеп сыҡҡан, уларҙы төҫһөҙ лакка ҡатырған, иҙән-түбә сағыу, ялтыр буяҡ менән буялған. Бөтә урында тәртип һәм таҙалыҡ. Уны ишек төбөндә өҫ кейемен элеү өсөн ҡулайлашты­рыл­ған, әлеге мәлдә артыҡ әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырылған бер карауат ҡына һыймалы тәҙрәһеҙ өкәлтәккә урынлаштырҙылар. һушты алырлыҡ хан һарайы кәрәкмәй ҙә инде хәҙер, ошоноһо ла баштан ашҡан, иң мөһиме, яңғыҙ түгелмен, тип шөкөрәна ҡылды. Ишек алдына сығып, тауыҡ-ҡаҙға ем һибеп, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ булғандан һуң инеп, бүлмәһенең ишеген ябып ятып торһа, өйҙә барлығы беленмәй ҙә. Хәлбүки һүҙ менән түгел, ҡырыҫ ҡараш, өнһөҙ мөнәсәбәт менән еткерелгән тарһыныуҙы тәүге көндән үк тойҙо: аш бүлмәһенә инһә, Фәриҙәһе һауыт-һабаны ғәҙәттәгенән нығыраҡ шауҙырлатыр­ға тотона, өҫтәл артына ултырһа, ҡаштарын төйгән кейәүе, тәғәмләнеүен бүлеп, ауыҙына ҡапҡан ризығын сәйнәй-сәйнәй шарт та шорт баҫып сығып китә. Бында һанламайҙар, һөйләшеү, оло кеше булараҡ кәрәк саҡта кәңәш ҡороу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Былайтып, күҙгә төшкән сүптәй итеп күргәс, ни сәбәптән урынынан ҡуҙғаттылар икән? Һыртынан ҡарап тороуҙарына ла риза ине бит. Уны, артыҡ ҡалаҡты, береһе икенсеһенә һылап ҡуйырға ниәтләгәндәрҙер, күрәһең, кесеһе өлкәне алып ҡарар тип өмөтләнгән, быныһы – киреһенсә. Фәриҙәлә йәшәргә тейеш айын тултыра алманы, артыҡлығын тойоп, кейенер-сисенерен үҙе менән алып, Сәғиҙәләренә китте. Унда ла, төйөнсөгөн эргәһенә ҡуйып, ишек төбөндәге тар ағас карауатта урынлашты. Был йорт Фәриҙәләрҙеке ише түгел, алты мөйөшлө булһа ла, ҡыҫынҡы, түшәме тәпәш, йәнә эсендәге һәммәһенә урта ҡул кеше ҡағылғанлығы һиҙелә, бар нәмәлә күҙгә бәрелеп бармаған әрпешлек тойомлана, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләп еткермәгән ир һумалтырлығына ҡатын заты йәм, бөхтәлек өҫтәй алмаған. Ә бит Сәғиҙәһен бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтергәйне, бына бит, йылдар үтеү менән кешелекһеҙ кейәүенең кимәленә, көй-яйына төштө лә ҡуйҙы, дәрт-теләк һүрелеүме был, нәҫ баҫыу­мы? Белмәҫһең. Армиянан ҡайтып, һаман да өйләнергә йыйынмаған Гранит ейәненең аҙып-туҙыуы ла ғаиләгә тынғылыҡ бирмәй. Хаяһыҙ Ришат кейәүенең тупаҫ мөғәмәләһенә, эт ашамаҫ һүгенеүҙәренә аҙна-ун көн түҙҙе, сыҙаны. Хәҙер бына, тибелгән туптай, ике уртала йөрөп ятыуы. Бер ҡыҙынан икенсеһенә эңер мәлендә, кеше аяғы һил саҡта күсенә, күсенеүе лә шартлы, һәммәһе үҙе менән. Бара ла һаҡ ҡына тупһа янындағы тәҙрәгә ҡағыла, уның был сиртеүен балалары танып бөткән, һауындан, көҙ ырҙын табағынан һуңлап ҡайтҡанда шулай итә торғайны. Бәләкәстәре кем икәнлекте һорамайынса ишекте аса ла ҡосағына һыйына, йәне тынысланып, кәйефе күтәрелеп китә ине шул саҡта. Хәҙер ҡыҙҙары ҡаты баҫып килеп келәне ысҡындыра ла, бимазаланың, йонсоттоң да баһа, тигәндәй, ҡырт боролоп инеп китә, кейәүҙәре, ейәне бер тапҡыр ҙа асып алғаны юҡ. Хәтмуллаһының йортона түгел, төп торлағына ҡайта алмауына сәбәп – ул күсенеп сығыу менән аяғына эләккән һәр нәмәне яҙа ебәрмәүсе өлкән кейәүе ме­йес­те емереп, кирбестәрен ташып алды ла, усаҡлығы нигеҙенә тығып, тыш яҡтан цемент менән ҡатырып ҡуйҙы. Шунан, күп тә тормай, Сатан Зәбиргә һатты өйҙө, күпмегә сауҙалашҡандыр инде, һәр хәлдә, уның менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тапманы.
Ярайһы уҡ ҡыҙмасаланып алған Хәлфетдин кейәүе төн уртаһын ауҙарып ишек шаҡыны. Иренең күренеүен түҙемһеҙләнеп, талағы ташып көткән Фәриҙәһе тегегә ҡуйырҙан-ҡуймай бәйләнә башланы. Шайма-шай ҡайтарылған кәзекләшеү бәхәскә ялғанды, бәхәс ғауғаға олғашты. Ыҙғыш ни сәбәптән һуңға ҡалып ҡайтып инеүгә килеп терәлгәйне, кейәүе йәшереп-боҫормай тураһын бәрҙе: «Әсәйеңдең һыҡраһын еҫкәп ятмаҫ өсөн өйгә һуңға ҡалып ҡайтам, шуны ла һиҙмәйһеңме ни? Бик белгең килһә, – ул ус ҡыры менән боғаҙын арҡыры һыҙып салыу хәрәкәте яһаны, – наҙайыл миңә был йәшәү! Өңөн ҡайғыртып сабыу­лаған көшөл ише донъя ҡыуған бажа һатты өйҙө, шуның аҡсаһын уртаҡ бүлһә, беҙҙең эсте тишер инеме? Үҙҙәре әүеш-тәүеш итеп әжерен алдан алғас, ҡарсыҡты ла ҡараһындар! Йә әпсәңде Сәғиҙә балдыҙға оҙатаһың, йә мин йорттан бөтөнләйгә сығып китәм, морон төртөр ерем юҡ түгел». Йоҡламай ятҡанлыҡтан бөтәһен дә асыҡ ишетте, ишетте һәм тәне өшөгәндәгеләй ҡалтыранып ҡуйҙы: «Бына нисек? Белде, ниһайәт, дөрөҫөн». Һеңгәҙәгәндәй ҡымғырлап ҡалҡты ла, ҡурайҙай ҡаҡ аяҡтарын иҙәнгә һалындырып карауатында ҡарас­ҡылай бер аҙ һерәйгәс, һиҙгерлеген юғалта барған ҡулдарын ки­леш­һеҙ хәрәкәтләндереп кейенә башланы. Ир менән ҡатын кинәт шымып ҡалды, ингәндән алып тыныслана алмай уҫал лауылдаған кейәүе лә, артығыраҡ ысҡындырыуын төшөнөп, уңайһыҙланғандай башын баҫҡан. Барлы-юҡлы әйбер­ҙәрен төйнәп бөткәс, әбей ашыҡмай ғына яулығын яҙып ябынды, ҡулына таяғын алды ла түргә үтеп, стенаға эленгән ҡумталы сәғәттең ишеген асып, түңәрәк маятнигына ҡулын тейҙереп туҡтатты, шунан ялтыр ураталағы һандарға, ҡара уҡтарға оҙаҡ ҡына текәлеп торғас, ишек яғына йүнәлде. Әсәһенең буш ҡул менән сығырға йыйыныуын күргән Фәриҙәһе бының тикмәгә түгеллеген һиҙенеп һынағастай ҡатып, артынан ҡарап ҡалды.
– Ярай, имен-аман ғына итеп, үҙегеҙсә йәшәгеҙ, балалар, – тәҙрәләргә һирпелеп фатиха биргәндәй үҙ алдына шулай һөйләнде лә, аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡулындағы таяғы менән юлды ҡыуалатып соҡор-саҡырлы, дөм ҡараңғы урам буйлап атланы.
Сәғиҙәләре тапҡырына туҡтаны. Тәҙрәләренә ауыр ҡорғандар тартылған өйҙә ым-тым тойолмай. Апаруҡ иҫкергән торлаҡ сәхәр тынлығында иҙрәп йоҡлай төҫлө. Сәғиҙәһе, Фәриҙәнән, Сәғиттән ҡала, өсөнсө бала, төпсөктәре Фәрит ир бала булғанғамы, иркәләү күберәк уртансыға эләкте. Бөтә матур кейемде, тәм-томдо үҙенән арттыра белмәгән, ҡарап, маҡтап һоҡланып тороуҙарына күнеккән ҡыҙ үҙ һүҙле һәм тәкәббер булып үҫте, ғәйебен танып, ғәфү үтенә белмәне.
Айыт байрамындағы бер ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған. Был изге һәм яҡты көндә һәр кем ҡунаҡ саҡыра, хәленә һәм самаһына ҡа­рап һыйын, тәмле-татлыһын өҫтәленә ҡуя, әйенселәүсе балалар­ҙы ла ҡоро итмәй, ҡулдарына күстәнәс-маҙар тоттороп, йә бутҡа менән һыйлап сығара. Мөхәммәте ауырып киткәнлектән, балтаһы һыуға төшөп йөрөй ине, бешереп-төшөрөргә лә, күрше-тирәне сәйгә йыйып алырға ла ҡулы барманы. Айыт тағы ҡабатланыр, Мөхәммәте төҙәлеп аяғына баҫыр, шул сағында ҡунаҡ йыйырға ла, өйгә май еҫе таратырға ла форсат сығыр, тип йыуатты үҙен-үҙе. Байрам көндө йорт мәшәҡәттәре менән булышыу яҙыҡ иҫәплән­һә лә, колхоз эшенән бушап ҡайтып инмәгәнлектән, ҡул тейгәндә тип, өй йыйыш­тырыр­ға керешеп китте, уны ослағас, кер йыуып алыр­ға йыйынды. Төш мәле яҡынлаш­ҡас, ни ғиллә менәндер, күршеләре Шатморат менән Ғәшиә парлашып һуғылды, бер аҙҙан урта төштә көн иткән Зәбихә ҡарсыҡ, ауыл осонан Йомағәле бабай әбейе Вәлимәне эйәртеп килеп инде, ҡапҡа ауыҙында урам аша йәшәгән һылыубикә, Хәкимә ҡарсыҡтар күренде. Көллөһө байрамса кейенеп алған, һәммәһе, йәүкәләп саҡырылғандай, түргә үтеп ултырып, биттәрен һыпырып доға ҡыла ла иркенләп оҙон хәбәргә күсә. Тимәк, һәр береһе үҙен саҡырылғанға иҫәпләй. Тик кем йыйған һуң уларҙы? Мәктәптән ҡайтып ингән Сәғит менән Фәриҙә сумкаларын ҡалдырҙы ла, тышҡа, мал ҡарарға сыҡты. Сәғиҙә генә күренмәне. Инеп-сығыусыларға инселәп тары бутҡаһы бешергәйне, шуны ҡоштабаҡҡа бушатып, уртаһына бер ҡалаҡ башы май һалып, ҡунаҡтары алдына ҡуйҙы, ҙур эсле еҙ самауырына һыу тултырып, үҙәгенә ҡуҙ төшөрөп терелтеп күтәрмәгә сығарҙы. Үҙ хәле үҙенә саҡ Мөхәммәт тә, ятҡан урынын йыйыштырып, ауылдаштарының күңелен күрергә тотондо. Табын оҙон көнгә һуҙылды, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та әле һайманды йыуып урынлаштырғансы эңер төштө. Кәртә-ҡура тирәһен ҡараштырғандан һуң уйнарға сығып шылған Сәғит менән Фәриҙә ҡайтып инеп, китап-дәфтәрҙәрен сығарып дәрес әҙерләргә керешеп китте. Ишек ауыҙында Сәғиҙә күренде лә, сисенеп, ҡурсаҡтары менән уйнай башланы, йәнәһе, өйҙә нимә булғанлығын күрмәгән дә, белмәй ҙә. Киске сәйгә ултырғас, аҡыл керә башлаған Фәриҙә һеңлеһен ҡыҙҙырып ташланы: «Атай ауырып ятҡанда ҡунаҡ ҡайғыһы бармы?» «Дөрөҫ эшләне ҡыҙым, күрше-тирәне йыйғас, хәл инеп, йәшәгеләр килеп китте әле», – Мөхәммәте һүрәнке йылмайҙы, ә һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән Сәғиҙә, тантаналы йылмайып, ҡаш аҫтынан ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде. Шул саҡ ҡыҙы хаҡлы инеме, әллә хата ебәрҙеме, әле хәҙер ҙә аңлата алмай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, елғыуар Ришатҡа кейәүгә сыҡты Сәғиҙә, хәҙер, ана, йонсоп көн итә, көнитмештәренең шыпа ғына ла рәте күренмәй.

Хәйҙәр Тапаҡов
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға