09.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!
ҡатын-ҡыҙҙар нимәһе менәндер диверсанттарға оҡшаш. Улар һәр ваҡыт һеҙҙең маскировкаланған запастағы аэродромығыҙҙы табып, юҡҡа сығарырға тырыша.
* * *
Һынамыштар.
Әгәр ҙә өсөнсө көнгә эшләгегеҙ килмәһә, тимәк, был шаршамбы тигәнде аңлата.
Әгәр ҙә машинағыҙҙа китеп барғанда һеҙгә килеп бәрелһәләр, сығып, шуны ҡарағыҙ: арттан бәрһәләр – аҡсағыҙ артасаҡ, ә инде алдан икән, киреһенсә – аҡсағыҙ ситкә осасаҡ.
Әгәр ҙә ир ҡатынына машина ишеген асһа, был йә яңы машина, йә яңы ҡатын тигәнде аңлата.
* * *
«Быйыл Кипрға бармаясаҡмын. Үткән йыл Тайландҡа, өсөнсө йыл Мысырға барманым. Киләһе йылда ҡайҙа бармаясағымды әлегә белмәйем…»
* * *
– Алло, был Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең аноним телефонымы?
– Эйе, Иҙел.
* * *
«Утһыҙ төтөн булмай» тигән әйтемгә бер ҡасан да турпоходта булмаған кеше генә ышана ала.
* * *
Беҙ суши һәм пицца «Тиҙ ярҙам» машинаһы һәм полицияға ҡарағанда тиҙерәк килеп етә торған илдә йәшәйбеҙ.
* * *
«ҡәләм менән яҙылғанды балта менән сабып ташлап булмай» тигән мәҡәл иҫкергән. Хәҙер: «Клавиатура менән йыйылғанды арматура менән юйып ташлап булмай», – тиҙәр.
* * *
ҡытай календары буйынса киләһе йылда гриптың ниндәй вирусы буласаҡ икән?
* * *
Егет – һөйгән ҡыҙына:
– Бына, мәҫәлән, йөрөгән егетең һиңә хыянат итһә һәм был хаҡта үҙе һиңә әйтһә, уны ғәфү итә алыр инеңме?
– Юҡтыр. Ныҡ асыуыма тейәсәк. Ә ниңә?
– Былай ғына һораным…