«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый



05.10.2012 Лилиә Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый

Киләсәкте бөгөн ҡайғыртайыҡ!
Лилиә  Һаҡмар: Ҡар өҫтөндәге сабый
Заманалар үҙгәрә, әммә кеше һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға бурыслы. ҡасандыр атайһыҙ бала табыу оло гонаһ һаналып, ундайҙар йәмғиәттән ситләштерелһә, бөгөн барыһы ла ҡанун сиктәренә индерелгән кеүек. Хатта кемдәрҙер “аҡса өсөн” дә (әлеге шул хәйерселек инде) бала таба башлаған аңлайышһыҙ заман. Ни булһа ла, ете ағзаһы теүәл һәм атайлы-әсәйле сабыйҙар күбәйһен. Башҡортостаныбыҙҙа тыуымдың үлем нисбәтенән артып китеүе лә ҡыуаныслы хәл. Тимәк, кешелек донъяһы бөтмәйәсәк, тик кешелек сифаттары ғына бөтмәһен. Тап ошондай уйҙар менән йәшәгәндәр һәм илебеҙ, еребеҙ, милләтебеҙ киләсәген иртәгә түгел, бөгөн ҡайғыртыусылар һаны артһын тигән теләктәмен.
Был әҫәрем бынан тиҫтә йылдар элек яҙылһа ла, ижадымды яратыу­сыларҙың барыһы ла уны уҡыған, тип әйтә алмайым (китаптар үтә аҙ тираж менән баҫыла, ә ваҡытлы баҫмаларҙың “майҙаны” бәләкәй). Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында бик күп уҡытыусы, өлкән синыф уҡыусылары, тәрбиәселәр уны үҙҙәре яратып уҡыған “Йәшлек” гәзитендә баҫтырыуҙы һораны. ҡаршы килмәгәне өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдереп, бөгөн уны һеҙгә тәҡдим итергә теләйем.
Автор.

“Дөйөм ятаҡта йәшәүсе студентка бәҙрәфтә баланан бушана һәм сабыйын бишенсе ҡаттан тимер рәшәткәле тәҙрәнән ҡарға ырғыта. Тикшереүҙәрҙән шул асыҡлана: бала ир енесенән булып, етлегеп тыуып, ике сәғәт үткәс, туңып үлгән…”
(Гәзиттәрҙән).

Сабый монологы
1
Миңә тынсыу, миңә һауа етмәй,
Тар ҡарындан килә ҡотолғом.
Әсәм кендегенән аҙыҡ ейеп,
Нисәмә ай бында ултырҙым.
Үҙ күҙҙәрем менән күргем килә
Яҡты ҡояш, йәшел үләнде…
Ауырмындыр.
Мин донъяға килгәс,
Әсәкәйем генә үҙгәрһен.

Төндәр буйы, бәлки, иламаҫ ул
(ҡыйын ине әсәм илаһа).
Ул йылмайыр, тулап, тибешеүсе
ҡарынында үҙем булмаһам.

Мин әҙермен фани донъялыҡта
Әҙәм кеүек ғүмер итергә,
Үҙ юлымдан, үҙ яҙмышым менән
Тормош йомғаҡтарын һүтергә.
Әсәйемә ауыр мәлдәрендә
Терәк булыр инем, валлаһи,
Мине күргәс, бәлки, атайым да
ҡосағына килер алаһы…
* * *
Алға, алға! Әсәй, ярҙам итсе,
Сығар мине яҡты донъяға.
Аһ! Ысҡындым бына, хәҙер,
хәҙер
Тар ишектән ҡалды үтәһем,
Башым ғына һыйһын, кәүҙәм
һыйыр.
Әсәкәйем, мине көтәңдер!

Бына йомшаҡ ҡулдарыңа алып,
Йылы күкрәгеңә ҡыҫырһың,
Иламасы, әсәй, мин тере бит!
ҡыуанырһың әле ҡысҡырһам.

Ах, бына ул ирек!
Сыҡтым!
Сыҡтым!
Һалҡын икән.
Әсәй, өшөнөм!
Ал тиҙерәк йылы ҡулдарыңа!
ҡаҡ иҙәнгә ҡуйма төшөрөп.
Тәүге һулыш
Яра күкрәгемде.
Ауыртыуға түҙмәй яр һалам.
Әсәкәйем ниңә ауыҙыма
ҡанлы сепрәк тыға ҡарһалан?
Йоҡа ғына сепрәк киҫәгенә
Ураны ла, алды ҡулына…
Һин илама, әсәй, мин теремен,
Бер һоҡланып баҡсы улыңа!
* * *
Тын алыуы ауыр, һаҫыҡ еҫтән
Баш әйләнә, күңел болғана.
ҡалтыранам.
Әсәй, ура мине
Йылы ғына йомшаҡ юрғанға.

Мин кешесә әйтә белмәйем
шул,
Илар инем – сепрәк ауыҙҙа,
Донъя был тиклем дә һалҡын,
тиеп
Уйламаған инем ҡарында.

Һалҡын икән фани был
донъя­лар,
Әсәй ҡосағы ла юҡ икән…
Осам, осам һалҡын ҡотоптарға,
ҡотоп төбө ҡайнар ут микән?!
Аҡ күбеккә сумдым.
Боҙ күбеккә.
Туңа ҡулым.
Туңа аяғым.
Мең энәләр менән
сәнскеләйҙәр…
Тормош тигәндәре аяуһыҙ!
Тар булһа ла, ҡарын эстәрендә
Йылы ине.
Килә йәшәгем!
Үҙең тыуҙырҙың да
Үҙең ниңә
ҡарға аттың мине, әсәйем?!

Мин бит тере инем, әсәкәйем,
Туҡтап бара инде йөрәгем.
Шатлыҡ бирәм, тиеп, тыуған
инем,
Артыҡ бер йән булдым, күрәһең.
* * *
Ете ағзам теүәл генә ине,
Ете көн дә йәшәй алманым.
ҡотҡарығыҙ!
Мин кешелек ҡото!
Минең йәндә – ырыу тамғаһы.
Ата-бабаларҙың изге ҡаны
Туңып селпәрәмә килә бит!
Милләтемдең ырыу имәненең
Тамырҙары ҡорой, кибә бит!

Үҙ халҡымдың бер тамсыһы
инем,
Йондоҙ булыр инем күгендә,
Инде бына һалҡын сикәм буйлап
ҡайнар йәшем ҡарға түгелә.

Һуңғы һулыш!
Ике сәғәт буйы
ҡар һыуығын ғына һуланым.
Белмәгәйнем ғәзиз
ғүмеремдең
Ике сәғәт кенә булырын.

Әммә…
Ике сәғәт кенә йәшәһәм дә,
Кеше инем!
Тормош яраттым.
Гонаһ ҡылып әле өлгөрмәнем,
Гонаһтарҙан ғына шаҡ ҡаттым.

Гонаһтарҙан боҙло ҡар ҡосағын
Түшәк итеп йәйҙе фанилыҡ,
Гонаһтарҙан
Әсәм йөрәгендә,
Юҡ, ҡан түгел, бары ҡар тулы.

2

Боҙ иттеләр уның саф йөрәген –
Уйынсыҡтай күреп хистәрен.
Уйнап туйғас, атай ташлап китте,
Белгәс улы тыуыр икәнен.
Эй иланы әсәй атай киткәс,
Уға ҡушылып мин дә һыҡтаным.
Хәтеремдә, йән асыуы менән
Минең “башҡа” уның һуҡҡаны.

Хәтеремдә, ауылына ҡайтып,
Апаһына ниҙер әйткәне,
Аҙаҡ кейемдәрен йыйып алып,
Өйҙән бойоҡ сығып киткәне…
Белә ине бит ул,
Үҙ әсәһе,
Һиҙеп ҡалһа минең барлыҡты,
Сәстәренән аҫып ҡуйыр ине.
“Эй, өләсәй!” – тауыш ҡарлыҡты.
Тауыш юҡ шул.
Ул саҡ өләсемә
Әйтер инем, аңла ҡыҙыңды,
Былай ҙа бит күпме йәшен түкте,
Минең өсөн йәне һыҙылды.

Был ауылға башҡа ҡайтманыҡ
беҙ.
Хаҡлы инем әммә йәшәүгә,
Кәрәк инем бит мин кешеләргә,
Кәрәк булманым тик әсәйгә.
* * *
Суд килә, суд!
Аяҡ үрә баҫып,
Беҙҙе бөгөн ҡаршы алығыҙ.
Булған,
Буласаҡты
Йәшермәйсә
Ғәм алдына теҙеп һалығыҙ!
Иң-иң ғәҙел судья –
НАМЫҪ бөгөн,
Ә мин ҮҘЕМ – зыян күреүсе.

Таныш түгел йөҙҙәр һүҙ алырға,
Ана, сират баҫҡан түгелме?
Ғәйепләнеүсе кем?
Эйе, ӘСӘМ.
Ул ғүмерен ҡыйҙы сабыйҙың.
Суд залында
Гонаһ ҡылыусыға,
Бәлки, ғәҙел яза табылыр.

Түлһеҙ ҡатын һүҙе

Бер көн бесәй балаланы –
Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ…
Һыйпай-һыйпай иркәләнем –
Бына рәхәт, күмәк булғас!
Ирем кисен эштән ҡайтҡас,
Эй ҡыуаныр һеҙҙе күреп.
“Балаһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман”.
Еңел түгел быға күнеү.

Ана, кемдер инеп килә.
Күрше ҡатын килгән икән,
“Бесәйегеҙ балалаған!
Һөйөнөстәр күмгән икән!”
Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ –
Тере йәндәр йәмдәр бирә.
Йорт эсенә ҡояш ингән!
Ана, ирем ҡайтып килә.
Икәүләшеп бик һаҡ ҡына
Кескәйҙәрҙе күҙәтәбеҙ,
Тегеләй тот, былай тот, тип,
Бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ.
Әйтерһең дә, бесәй түгел,
Ә бер сабый бала тыуған!
Өйләнештек.
Тик бала юҡ.
Инде биш йыл ғүмер уҙған…

* * *
Күрше ҡатын иртәгәһен
Ни өсөндөр килгән ине.
Мине түгел, ә иремде
Күреп ниҙер әйткән ине…

Ғәзиземдең йөҙө бойоҡ,
ҡояш ҡасты болоттарға,
Йылы һүҙҙәр ауыҙында
Шарт бикләнде йоҙаҡтарға.
Кискә “тейәп” ҡайтҡан ине –
Төнө буйы –
ҡара мәхшәр…
“Бесәй генә балалатып
Ятаһың һин ниңә?” – тигән
Күрше ҡатын.
Ни хәл итеп
ҡыҫҡартаһың халыҡ телен?
Түлһеҙлектән ғаиләбеҙ
Тарҡалырға тейешме ни?
* * *
Көтөүлектән һыйыр ҡыуып
ҡайтыуыма – өйҙә бәлә!
Өс йомарлаҡ, ҡанға туҙып,
Үлеп ята көлдөксәлә…
Ә өрлөктә – инә бесәй
Аҫылғайны…

Ир ҡулында бер баланың
Йомшаҡ йылы ҡурсағындай.
Әйтерһең дә, минең йәнем
ҡалды арҡан ҡоршауында,

Юҡ икән, юҡ!
Бала ла юҡ!
(Бер ауырға ҡалһам икән?)
Тимәк, хоҙай теләмәгән.
Нисек кенә ҡалмаҡ һаман
Был йыртҡыслыҡ уртаһында?
Ә ғаилә?!
Ул бит изге.
«Йә алырбыҙ берәй сабый,
Сабыр итеп…»
Һүҙҙәремде
Тыңламаны ирем.
Ахыры,
Күп тә тормай, бар мөлкәтем –
Кейемемде күтәрҙем дә
Киттем.
Һары һағыш ята
Һаман минең күҙҙәремдә.

Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ,
Һеҙ ғәйепле түгелһегеҙ,
Ғәйеп бары тик үҙемдә –
Хоҙай биргән түлһеҙлегем.
Әгәр шунда,
Эй, һылыу ҡыҙ,
Юлдарымда осрар булһаң…
Һинең улың – минең улым
Булыр ине.
Гөл шикелле
Ғаиләбеҙ шиңмәҫ ине,
Юҡ, мин уны ер гүренә
Һис ҡасан да бирмәҫ инем.
Уға әсәй булыр ине,
Уға атай булыр ине,
Өс йомарлаҡ урынына
Бер сабыйҙы һөйөр инек…

ҒӘЙЕПЛӘЙЕМ һине, һеңлем,
Бар түлһеҙҙәр исеменән,
Шул сәбәптән емерелгән
Ғаиләлеләр йәше менән.
Моронлап та өлгөрмәйсә
ҡан эсендә тонсоҡҡандар,
Изге ниәт,
Алһыу бәхет,
Зәңгәр хыял исеменән,
Арҡандарға аҫылған йән,
Өс йомарлаҡ исеменән!

Улын юғалтҡан оло ҡатын һүҙе

Нисәнсе ҡат бағам күҙҙәреңә –
Һин фотола һаман йәш көйө,
Йылмаяһың, үҙең ҡабатлайһың:
“ҡаршылама мине йәш ҡойоп.
Тиҙҙән осрашырбыҙ.
Ялға ҡайтам.
Бик һағындым һине.
Көт, әсәй!”…
Һуңғы хатыңдағы шул һүҙҙәрҙе
ҡайҙа барһам, шунда ятлайым.
Нисәнсе йыл һағыш тамуғынан
ҡотолорға сара тапмайым.

…Туҡта, ул көн бөтә ауыл көттө
Ғәзиз улҡайының ҡайтырын.
Һәр бер өйҙә бәлеш
бешерҙеләр,
Бәйләнеләр тыуса һарыҡты,
Байрам күлдәктәре түргә сыҡты
Йылдар буйы ятҡан һандыҡтан…
Берәй эше сығып һуңлағандыр.
Аҙна үтте килер көнөнән…
Йәш һалдаттың ялға
ҡайтыу мәлен
Ауыл һаман көттө төңөлмәй.

Әсә йөрәге бик һиҙгер була –
Таңдан үҙемә урын тапманым…
Хәтеремдә, улым бүләк иткән
Аҡ кәсәне төшөрөп ватҡаным.
“Хәйерлегә!” – тигән
булдым үҙем
Ап-аҡ ярсыҡтарҙы йыйғанда,
Ә йөрәгем һулҡып-һулҡып алды,
Хәүеф-хәтәр барын тойғандай.
Ап-аҡ конверт – аҡ кәфенлек
төҫө,
ҡалтырана ҡара хәрефтәр,
“Батырҙарса” тигән
һүҙҙәрҙән һуң
Кем әсәгә бөгөн хәл өҫтәр?
Ирем килеп сыҡты күтәрмәгә,
Йөрәгенә ҡапты ут-хәбәр!
Бар ауылды йәшен аттымы ни?!
Һәр күңелдә бөгөн ут-хәнйәр.
Улым урынына табут ҡайтты…
Тимер йәшник кенә ни бары.
Афған, Чечня, Тажик, Кавказ аша
Башҡортостан тыңлай ил зарын.
Фоторәсем ҡалды иҫтәлеккә.
Нисәнсе ҡат уға ҡарайым.
Бер ни уңалта алмаҫ
Әсәләрҙең
Йөрәгендә ятҡан яраны.

Бер мин түгел, күпме әсә бөгөн
Рәсемдәргә ҡарап йәш түгә,
Күпме йәшәлмәгән йылдар
ҡалған,
Күпме хыял, күпме йәш теләк?!
Аҫыл башҡорт егетенең эшен
Дауам итер бала тыуһана!

Мин илайым.
Бер диуана ҡатын
“Балам үлде” тиеп ҡыуана.

ҒӘЙЕПЛӘЙЕМ һине,
йәш ҡыҙ-әсә,
Улым киләсәген үлтерҙең.
Яндырғаның өсөн быуындарҙы
Тоташтырған изге күперҙе.
Йәш сабыйҙы улы итер өсөн
Күпме ҡатын баҫҡан сиратҡа,
Сабыйыңды беҙгә бирер инең?!
Хәйер,
Уйламаның инде ул хаҡта.

Эй, ҡатындар, һеҙгә өндәшәмен,
Улым кире ҡайтмаҫ, беләмен,
Бәлки, улым кеүек бер сабыйҙы
Бирерһегеҙ миңә?
Берәре
яңылыштан тыуған сабыйын
Берүк үлтермәһен!
Ана, улым
сәңгелдәктә ята,
ҡарағыҙ…
Улым ҡайтҡан икән…
Яраһыҙ…
(Дауамы бар).








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға