«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Йоҡоларҙы осорҙо бит, Һай, перепись, перепись»



09.10.2010 «Йоҡоларҙы осорҙо бит, Һай, перепись, перепись»

Һай перепись, перепись,
Ниәттәрең бик изге.
«Рәсәйгә һәр кем мөһим», – тип
Ышандыралар беҙҙе.

Һин дә мөһим, мин дә мөһим,
Ярлыһы ла, байы ла.
Күңелдә өмөт уянды,
Бына сыҡты яйы ла.

«Теүәл һанды белмәй тороп,
Алып булмай йүнәлеш» –
Шулай аңлата хөкүмәт,
Буласаҡ һәр кемгә эш!

Ул яҡҡа ла йүнәләбеҙ,
Был яҡҡа ла атлайбыҙ.
Хужа алмашынды ниһә,
Өр-яңынан башлайбыҙ.

Булғанын да инҡар итеп,
Файҙаһыҙ, тип ташлайбыҙ,
Һуҡыр кеүек һәрмәнәбеҙ,
Һаман юлын тапмайбыҙ.

Ике мең дә икеләге
Перепись мәғлүмәте
Ауылда йәшәүселәрҙең
Бик кәмеүен күрһәтте.

Проблеманы «шәп» хәл итте
Милли программалар.
Ауылдарҙа мәктәп бөтә,
Ситкә китә балалар.

Эшһеҙ ҡалған уҡытыусы
Баҙарҙа ҡатыҡ һата.
Ярай әле һыйыры бар,
Булмағаны буш ята.

Әҙерләйбеҙ, ти хужалар,
Кадрҙарҙы ҡайтанан.
Уң ҡулдағын һулы белмәй,
Баштар сыҡмай хатанан.

«Өҫтөнлөклө» проекттар
Торлаҡ төҙөлөшөндә.
Кемдәр өйлө булды икән,
Кемдең инә төшөнә?!

ҡаш төҙәтеп, күҙ сығарып
Йәшәргә өйрәнгәнбеҙ,
Ниҙәр күрәһеләр ҡалды,
Беҙ кемгә әйләнәбеҙ?

Буш вәғәҙә түгелме икән,
Булһа ине файҙаһы!
Сираттағы ҡытыҡлаумы
Дәүләтебеҙ ҡаҙнаһын?

Йоҡоларҙы осорҙо бит,
Һай, перепись, перепись –
Шикләнеүҙәр тынғы бирмәй,
Иртән торһам, ятһам кис.

Ләлә ҒҮМӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға