«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



02.10.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

«Боҙоҡтар, әшәкеләр һәм кешеләр» фильмы режиссерынан:
– Картинағыҙҙы тө­шөргәндә һеҙҙең өсөн иң ауыры нимә булды? – тип һорауҙарына, ул:
– Иң ҡыйыны ак­терҙар­ҙы табыу булды, – тип яуаплаған.

* * *
– Минең берәй бөйөк кино төшөргөм килә.
– Үткән йылда «Аватар» фильмының премьера­һынан видеокамераң менән бергә ҡыуып сығарыу­ҙары етмәнеме ни һиңә?

* * *
Ике һары сәсле ҡыҙ һөйләшә:
– Мин, – ти береһе, – күптән телевизор ҡа­рағаным юҡ. Бөгөн ҡабыҙғайным, иҫем китеп йығыла яҙҙым, донъя бит бөтөнләй үҙгәргән икән дә баһа.
– Нисек инде? – ти икенсеһе.
– Һуңғы тапҡыр ҡарағанда, тушь керпектәрҙе өс тапҡырға оҙонайта ине, ә хәҙер 12-гә! Прогресс!

* * *
– Әсәй, – тип шылтырата ҡыҙы, – ирем миңә тағы ла бик ныҡ ҡысҡыр­ҙы. Түҙерлек әмәлем ҡалманы, һиңә күсенеп ҡайтам.
– Юҡ, ҡәҙерлем, был хаҡта башыңа ла индермә. Ул үҙ хаталары өсөн түләргә тейеш. Шуның өсөн үҙем һеҙгә күсенеп киләм, – тигән әсәһе.

* * *
Һәр нәмәнең үҙ файҙаһы бар. Бына, мәҫәлән, минең ҡала ситендәге дачам янды… Хәҙер минең бер мөгәрәп бешкән картуфым һәм дүрт йәшник ҡуйыртылған ҡайнатмам бар…

* * *
Экскурсовод:
– Сухумиҙың ботаника баҡсаһы иҫ киткес уникаль ағастарға бай.
– Әйтегеҙсе, – ти бер турист, – ә улар нимәһе менән уникаль һуң?
– Уңыш алыу ваҡыты еткәс, уларҙың бөтәһе лә мандарин бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға