«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үпкәләр һәм шатлыҡтар хаҡында



18.09.2012 Үпкәләр һәм шатлыҡтар хаҡында

Ике яҡын дуҫ бик оҙаҡ сүллектән бара. Көт­мәгәндә улар бәхәсләшеп китә һәм береһе икенсеһенең яңағына сабып ебәрә. Егет ауыртыуҙы тоя, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә ҡомға: «Бөгөн иң яҡын дуҫым минең яңағыма сапты!» – тип яҙып ҡуя. Егеттәр юлын дауам итә. Бына улар матур, таҙа һәм бик тәрән күлгә барып сыға. Бынан файҙаланып ҡа­лыр­ға уйлап, арыу-талыу­ҙарын бер аҙ баҫыр өсөн һыу инергә булалар. Шул саҡ яңағына сабылған егет һыуға бата башлай. Икенсеһе, үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны ҡотҡара.
Батыусы егет, аңына килгәс, ҙур ташҡа: «Бөгөн яҡын дуҫым мине ҡот осҡос үлемдән ҡотҡар­ҙы!» – тип яҙып ҡуя.
Дуҫы унан:
– Мин һине рәнйеткәндә ҡомға яҙғайның, ә хәҙер ғүмереңде ҡотҡар­ғас, ни өсөн ташҡа яҙаһың? – тип һорай.
– Рәнйетһәләр, ҡом һепереп алып осорһон өсөн беҙ унда яҙырға тейешбеҙ. Ә инде кемдер изгелек, яҡшылыҡ ҡылһа, бер ваҡытта ла ел дә, ямғыр ҙа, буран да осормаһын, юймаһын өсөн ташҡа яҙырға тейешбеҙ, – ти егет.
Рәнйетеүҙәрҙе, үпкәләшеүҙәрҙе – ҡомға, ә һөйө-нөс, шатлыҡ-ҡыуаныстар­ҙы, изгелек һәм игелектәрҙе ташҡа яҙырға өйрәнегеҙ, ҡан ҡәрҙәштәр! Бынан һеҙгә еңел һәм рәхәт буласаҡ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға