«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



18.09.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Аҡсаһыҙ ир – ул әхирәт кенә.

* * *
"ҡатын менән йәшәгәндә, аҡсаны ҡайҙа ҡуйып бөтөрә икән, тип уйлай торғайным.
Айырылыштыҡ. Бер ай яңғыҙым йәшәнем. Хәҙер, ул аҡсаны ҡайҙан алды икән, тип уйлайым".

* * *
– ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – нишләптер иртәнән бирле үҙемә урын таба алмайым.
– Әллә аш-һыу бүлмәһенең ҡайҙа икәнен оноттоңмо? – ти ире.

* * *
Күп ваҡыт Ирек төндә уянып, ҡулындағы никах балдағын һала һәм бер аҙ, мин ирекле, тип шатланып ята. Аҙаҡ яңынан балдағын бармағына кейеп, ҡатынын ҡосаҡлап, йоҡоға тала.

* * *
– Әсәй, атай, мин уйланым, инде хәҙер үҫтем, шуға яңғыҙым йәшәгем килә.
– Маладис, улым, – ти атаһы, ҡыуанып, – мин һинең менән ғорурланам.
– Рәхмәт, һеҙҙең әйбер­ҙәрегеҙ ишек төбөндә…

* * *
– Һеҙҙең комплекстарығыҙ бармы?
– Эйе, бер аҙ…
– Беҙ һеҙҙе бөтә комплекстарығыҙҙан да арындырасаҡбыҙ. Һәм һеҙҙең тормошоғоҙ иҫ киткес яҡшырасаҡ!
– Шикләнәм! Ни өсөн тигәндә нефть һурҙыр­ғыс комплекстарымдан башҡа тормошомдоң яҡшырыуы мөмкин түгел.

* * *
Иртән «Сәләм! Һинең өйөңә ҡаршы ғына йәшәйем. Әллә танышабыҙмы?» тигән смс-хәбәр алдым.
Кисен «Минең йортомдоң ҡаршыһында мәйет­хана. Һәм мин ундай смс-тарҙан ҡурҡам!» тигән яуап яҙҙым.

* * *
ҡатыны иренә шылтырата. Ире:
– Эйе, ҡәҙерлем, сәләм. Аңланым. Мала­дис, һине ҡотлайым.
Трубканы ҡуя ла:
– Былай булғас, бөттөм… Аңра башы менән "право" алған, – ти.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға