«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



14.09.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

– ҡәҙерле будильник, башҡаса иртәнсәк миңә шылтыратмауыңды һорайым! Беҙҙең арала бер нәмә лә ҡалманы.

* * *
ҡатын-ҡыҙ менән бәхәсте тиҙерәк тамамлауҙың иң яҡшы ысулы – үлгән булып ҡыланыу.

* * *
– Тиҙ генә әйткән һүҙҙәреңде кире ал!
– Яҡшы, ҡәҙерлем, алам. Тик башҡа, бынан да ауырыраҡтарын әйтәсәкмен.

* * *
– Миңә, оятың юҡ, тиһегеҙ, бар ул миндә. Тик беҙҙең уның менән көн тәртибебеҙ генә бер түгел.

* * *
Биш-алты йыл элек мәктәпте тамамлаған ике синыфташ осрашып, дуҫтарын иҫкә ала:
– Иректе күргәнең юҡмы?
– Төрмәгә эләкте!
– Һин нимә? Нимә булды?
– Өйләнде, ә ҡәйнәһенең баҡсаһы ике гектарҙан ашыу.

* * *
– Шунан, теш ҡуйҙыра алдыңмы?
– Юҡ. Табип миндә бик етди тотҡарлыҡтар тапты.
– Ниндәй?
– Кәрәгенсә аҡса юҡлығын!

* * *
Ире шифаханаға бер үҙе генә китә. Бер аҙнанан һуң ул ҡатынына: «Барыбер тик һине генә яратам!» – тигән смс-хәбәр ебәрә. ҡатыны: «Әлегә һин дә иң яҡшыһы!» – тигән яуап яҙа.

* * *
Хәйерселек дауаланмай. Быны бушлай медицина иҫбатлаған.

* * *
Бер ир бесән урлап эләгә. Уға:
– Партия ағзаһы башың менән нисек урлашып йө­рөй­һөң? – тиҙәр. Ул:
– Минең һыйырым бит партия ағзаһы түгел, – тип яуаплай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға