«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



11.09.2012 Үәт, ҡыҙыҡ!

Каратэ буйынса «ҡара билбаулы» ҡатын – ул бик бәхетле ғаилә, тәрбиәле балалар, итәғәтле ҡәйнә, яратыусы һәм тоғро ир.

* * *
– Әйт әле, Иҙел, «Һыуһылыу»ҙы кем яҙған?
– Андерсен.
– Ә исеме?
– Памелла…

* * *
«Париж – Мәскәү» араһы – ул сүп! Ә бына эш хаҡы менән аванс араһы – ул ысын мәғәнәһендә ҡот осҡос һынау!

* * *
Балаларҙы – «Бөтәһе лә ҡайҙан барлыҡҡа килә?», ә ололарҙы «Бөтә нәмә лә ҡайҙа була?» – тигән һорау ҡыҙыҡһындыра.

* * *
Үҙ яртыңды табыуың була, шунда уҡ эргә-тирәңдә икенсе яртылар йөрөй башлай һәм һиндә үҙ яртыңа ҡарата шикләнеү тыуҙыра…

* * *
– Табип әфәнде, ауырыуҙы ҡарағыҙ әле!
– Һеҙ нимә, әллә мин ауырыу күрмәгәнме?

* * *
Диеталағы ҡатындың көндәлегенән: «Бөгөн төшөмдә торт күрҙем. Мендәремде тешләп, йолҡҡолап бөткәнмен».

* * *
Бер ир дарыуханаға килә лә:
– Осҡолоҡтан берәй дарыу бирегеҙсе, – ти.
Көтмәгәндә дарыухана хеҙмәткәре ирҙең яңағына тондора.
Ир, асыуланып:
– Нимә эшләйһегеҙ ул, әллә аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы? – ти.
– Бына осҡолоғоғоҙ бөттө лә, – ти ханым, йылмайып.
– Мин бит дарыуҙы ҡатыным өсөн һорағайным, – ти ир.

* * *
Дауаханала ауырыу:
– Табип әфәнде, хәлем бик мөшкөлмө әллә? – тип һорай.
– Ләм ҡулланып ҡарағыҙ, – ти табип.
– Файҙаһы тейәсәкме һуң?
– Тейәме, юҡмы, әйтә алмайым, һәр хәлдә, ергә өйрәнә башлаясаҡһығыҙ.

* * *
Уҡытыусы атай кешегә:
– Улығыҙ географиянан бик йомшаҡ, – ти.
– Йомшаҡ булмай ни, – ти атай кеше, йәне көйөп, – беҙҙең эш хаҡыбыҙ бит аҙбар артына барырға ла етмәй.

* * *
Витаминдарҙың иң күбеһе – ысынлап та, дарыуха­налар­ҙа…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға