07.09.2012 Динис Бүләковтың романдары ТөрөкСӘгә тәржемә ителде
Арабыҙҙан бик иртә киткән, күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы булған Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Килмешәк» исемле романдары Төркиәлә нәшер ителгән.
Яҙыусының «ҡыңғырау сәскә», «Һары һандуғас балаһы», «Иң оҙон төн», «Туҙҙырылған тамуҡ» повесть һәм романдарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте, яратып уҡыны һәм уҡый. Гражданлыҡ, ғәҙеллек, әхлаҡлылыҡ, кешенең рухи тамырҙары идеялары менән һуғарылған «Ғүмер бер генә» әҫәре өсөн Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1993 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде. Яҙыусының китаптарының төрөк телендә баҫылыуы хаҡында БР Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итте.
Динис Бүләковтың ижады Төркиәнең Гази университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Нигяр ҡалҡандың докторлыҡ диссертацияһы өсөн тема итеп һайланған булған. Һөҙөмтәлә был ике романдың стилистикаһы, семантикаһы тикшерелгән ваҡытта улар төрөк теленә тәржемә ителгән.
Романдар Анкараның Этимесгут районы хакимиәте, «Бенгю» Евразия Яҙыусылар союзы һәм ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән берлектә нәшер ителгән.
Л. ТАШБУЛАТОВА.