«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Бәләкәй бизнес



07.09.2012 Бәләкәй бизнес

Барый бөгөн йәнә бахмурҙан башы сатнарҙай булып ауыртыуҙан уянды. Карауаттан күтәрелә алмайынса уңға-һулға әйләнеп ята бирҙе. Йөрәге лә бына-бына атылып сығырҙай булып тибә. Ярай әле балкондан өргән ел йәненә бер аҙ еңеллек бирә. Былай ҙа шаңҡыған башына ауырлыҡ өҫтәп, залда унынсы йәшен ҡыуған ейәне Кәбир компьютерҙа ниндәйҙер атыш уйынын уйнай.
Барый оҙаҡ иренеп ятмайынса торорға булды. Һәлпәнләп залға килеп сыҡты. ҡатыны Гөлниса эшкә китеп өлгөргән.
– Нимә, олатай, тағы башың ауыртамы? – ти ейәне уға серле экрандан күҙен алмай ғына.
– Ауырта шул, улым, ауырта.
Барый кәйефһеҙ генә тышҡа сығып китте. Подъезд алдында бер кемде лә осратмағас, алпан-толпан атлап, баҙарға юл тотто.
Ана, һыра кибете алдында байтаҡ ир-ат йыйылып киткән. Күптән баштарын йүнәтеп, бер ни булмағандай һин дә мин һөйләшеп баҫып торалар. Башы икегә ярылырҙай булып ауырт­ҡан Барыйға иғтибар итеүсе лә юҡ. Бахмурҙан интеккәндә “Боря” ла “Боря” тип бер стакан һыралыҡ аҡса һорап уның алдында бейегән Иван да бөгөн эре тота үҙен. “ҡәһәр һуҡҡыры, тағы миңә көнөң төшөр әле”, – тине эстән генә Барый, кеҫәһендә бер тин аҡса булмауына йәне көйөп.
Башҡаларҙың кинәнеп һыра эскәненә ымһынып торғанда, яурынына кемдеңдер ауыр ҡулы һалынғанын тойоп, ирҙең йөрәге табанына төшөп китә яҙҙы.
– Боря, сто лет не видал. ҡайҙарҙа йөрөйһөң? – тигән тауышҡа Барыйҙың йәненә йылы йүгерҙе. Янында ихлас йылмайып, күрше йортта йәшәгән танышы Хәким баҫып тора ла баһа.
Тормошта изге кешеләр бөтмәгән икән. Барый танышы менән һөйләшеп, һыйынан ауыҙ итеп алғас, кеше рәтенә инеп, ҡайтыу яғына табан йүнәлде. Подъезына еткәс, эскәмйәгә килеп ултырҙы. Йомшаҡ ҡына йөнлө бер нәмә аяғына һырылыу­ҙан һиҫкәнеп ҡуйҙы. Атаҡ, бесәй ҙә баһа. Кисәнән бирле ошо тирәлә урала. Хужаһын юғалтҡан, ахыры. Былай ябай бесәйгә оҡшамаған. Тоҡомлолар рәтенән күренә. Асыҡҡан, сарсаған һымаҡ та. Барый, йән эйәһен йәлләп, башынан һыйпаштырҙы. Бесәй уның һайын ят кешегә нығыраҡ һыйынды.
Хужа оҙаҡ уйлап тормай, мәхлүкте ҡуйынына ҡыҫтырҙы ла, фатирға алып инде. Кәбир, күптән шуны ғына көткәндәй, компьютерынан айырылып, бесәйгә сат йәбеште.
– Олатай, һин ҡайҙан таптың уны? Был бит настоящий породистый бесәй, – тип, асығып-талсығып бөткән йән эйәһен ҡулына алып, уңлы-һуллы әүәләне.
ҡунаҡ алдына һөтөн дә, итен дә ҡуйҙылар. Ләкин ул береһенән дә ауыҙ итмәне. Унан тамам әлһерәп, карауат аҫтына инеп ятты.
Көн кискә ауышты. Бесәй көн буйына тамағына бер тәғәм ризыҡ ҡапһа ине, исмаһам.
– Олатай, оҙаҡламай бесәйең ятып йән бирәсәк ошонда, – тине Кәбир ололарса етди ҡиәфәттә.
– Ауыҙына ҡайырып һалайыммы ни йәшәмәгерҙең?
– Уға ана шул “Вискас”, “Китекет” кеүек ашамлыҡ кәрәктер инде.
“Вискас”лыҡ аҡсам булһа, сығып һыра алыр инем”, – тигән яман уй килде Барыйға. Кискә ҡәҙәр уның йәнә тамағы кибә башлағайны шул.
– Белдем, шәп идея, – тип ары-бире һуғылды Кәбир. – Хәҙер үк бесәйҙе фотоға төшөрөп, “Нашлась породистая кошка” тигән иғлан яҙып, урамға элеп сығам. Бына, олатай, күреп торорһоң, хужаһы шундуҡ килеп алып китәсәк.
Был арала Барый, ғәҙәттәгесә, хәйләкәр төлкө кеүек йомшаҡ ҡына аҙымдар менән тышҡа сығып китте.
***
Барый йәнә бахмурҙан башы сатнарҙай булып ауыртыуҙан уянды. Атаҡ, ул кисәге мәжлестең нисек бөткәнен дә хәтерләмәй түгелме? Һыра кибете янында танышы Толикты осратҡайны. Ана шунан башланды сираттағы байрам. Аҙаҡ... Аҙаҡ ни менән бөттө һуң? Ғәжәп! Барый бер ни хәтерләмәй. Тимәк, уны танышы фатирына оҙатып ҡуйған.
Барый уйҙарға бирелеп ятты. Өйҙә тып-тын. Берәү ҙә юҡ, буғай. Ейәне Кәбир ҙә иртә менән башты ҡаңғыртып компьютерҙа атыш уйыны уйнамай түгелме? Үәт һиңә хәтер. Барый бөгөн шәмбе икәнен онотоп киткән хатта. ҡатыны ейәнен алып баҡсаға барырға йыйына ине бит. ҡыҙы менән кейәүе, отпускыла булыу сәбәпле, баҡсанан ҡайтып та әйләнгәндәре юҡ. Бәй, отпуск тигәндән, ҡатыны Гөлниса ла бөгөндән башлап ялда ла баһа. Үәт, мәрәкә. Хәҙер Барый фатирҙа яңғыҙы ҡалдымы?
Ул быйыл үҙенә баҡсаға аяҡ баҫмаҫҡа һүҙ бирҙе. Былтырғы ҡоролоҡ бөтә ултыртҡан уңышын көйҙөргәс, күңеле төштө. Аллаға шөкөр, пенсияһы ваҡытында килеп тора. Баҙарҙа йәнең ни теләй, шул һатыла. Әллә уңған, әллә уңмаған картуф, кишер, һуған, кәбеҫтә тип, тәндән – тир, юлға аҡса түккәнсе, баҙарҙан йәшелсә-емештең иң шәбен һатып алыуҙы мең артыҡ һанай Барый. “Ана, йәштәр бил бөкһөн”, – тине. Үҙенә көнөнә бер картуф етә.
Шулай уйҙарға бирелеп торғанда, ишек ҡыңғырауына баҫтылар. Барыйҙың былай ҙа өҙөлә яҙып барған йөрәге жыу итеп ҡалды. Һәлпәнләп килеп ишекте асты. Бына һиңә тағы. Ишек алдында ярым асыҡ күкрәкле, ҡыҫҡа итәктә бер ханым баҫып тора. Барый бер аҙға башы ауыртҡанын да онотоп китте хатта. Туҡтай яҙып барған йөрәге дәртле тибеп, тәнендә ҡаны уйнап ҡуйҙы.
– Һаумыһығыҙ! Мин иғлан буйынса килгәйнем, – тине ханым, серле йылмайып.
– Бәй, ниндәй иғлан?! – тине Барый аптырап.
– “Нашлась породистая кошка” тип һеҙ иғлан яҙып элмәнегеҙме ни? – Ханым бесәй фотоһы төшөрөлгән иғланды хужаға тотторҙо. – Бына бында тап һеҙҙең адрес күрһәтелгән.
– Эйе-эйе... – Барый, кисә ейәненең бесәй табылыуы тураһында иғлан яҙырға йыйынып йөрөүен хәтеренә төшөрөп, башын тотто. – Әйҙә, үтегеҙ, – тип ят ханымды инергә өндәне, ә үҙе күҙен йүгертеп фатир буйлап бесәйҙе эҙләне. Уныһы әлеге лә баяғы карауат аҫтында иҙрәп ята.
– Ой, Васька, Васенька, – тип теге ханым, осаһын йәйеп, ярты кәүҙәһе менән карауат аҫтына тығылды. – Ну, что с тобой они сделали, – тине, бесәйҙе карауат аҫтынан һөйрәп сығарып, бәпес урынына иркәләп.
– Белгегеҙ килһә, бесәйегеҙ бер нәмә лә ашамай, – тип аҡланырға ашыҡты Барый ят ханым алдында.
– Конечно, ул тухлую пищу не будет есть. Уның махсус ашамлыҡтары бар. Һеҙ генә туҡланаһығыҙ ул бесәй ҙә ашамаҫ пакость менән, – тине теге эре генә.
Бесәйҙең хужаһы тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, күркә һынлы булып сыҡты. Быға саҡлы ҡаны ҡайнап ҡуйған Барыйҙың күңеле ҡайтты. ”Үҙ бисәмә етмәй икән барыбер”, – тип уйланды эстән.
– Ладно еще, живой. Ничего, я из тебя сделаю настоящего кота. Будешь лучше любого мужика, – тип бесәйен һыйпаштыра-һыйпаштыра сығыу яғына ыңғайланы ханым. – А, кстати, это – благодарность, – тип, ишек алдында туҡтап, Барыйҙың усына күпмелер аҡса тотторҙо ла, рәхмәт тә әйтмәй сығып китте.
Барый тупһа янында ауыҙына һыу уртлаған әҙәмдәй баҫып тора бирҙе. Көтмәгәндә күктән аҡса килеп төшһөн әле. Телһеҙ ҙә ҡалырһың. Өйҙә бер кем булмаһа ла, ул, ғәҙәтенсә, хәйләкәр төлкө кеүек йомшаҡ ҡына аҙымдар менән тышҡа сығып китте.

***
Тиҙҙән Барый һыра кибете алдында бөгөн иртән нисек кеҫәһенә аҡса килеп инеүе тураһында маҡтана-теттерә тамағын майлай ине. Кеҫә ҡалын булғас, дуҫтар күп инде ул. Әрәмтамаҡтар баштан ашҡас, Барый ҙа артығын төшөрмәне. Ханым бүләгенән бүленгән һый барыһына ла тап-таман булып ҡалды. Төш етеүгә: “Мәңге йәшәһен бай ханымдар!” – тип таралышты барыһы ла.
ҡыҙмасаланып алған Барыйға юл ыңғайында шәп уй килде. Тағы берәйһенең бесәйен сәлдереп, иғлан яҙып элгәндә ҡамасауламаҫ ине. Буштан килгән аҡса эсте тишмәй.
Барый өйөнә тура ҡайтмайынса, күрше йорттар тирәһендә уралды. Эҙләгән – тапҡан, тигәндәй, ҡыуаҡлыҡ төбөндә еҫкәнеп йөрөгән ҡупшы ғына бесәй балаһын ҡуйынына ҡыҫтырып алып ҡайтты.
Бесәй балаһы бигерәк шуҡ булып сыҡты. Барыйҙың аяҡ аҫтында уралһынмы, килеп ҡорғанға аҫылынһынмы, балаҫты йә ҡиммәтле обойҙы тырнаһынмы. Бер килке хатта Гөлнисаның тәҙрә тупһаһындағы яратҡан гөлөн төртөп йыҡты, ә икенсеһенең төбөнә эшен бөтөрөп китергә лә өлгөр­ҙө. Был шайтан алғырынан тиҙерәк ҡотолоу сараһын күреү өсөн, Барый күҙ бәйләнеү менән, бесәй балаһы табылыуы тураһында ҡулдан матур итеп иғлан яҙып, ҡала урамдарына элеп сыҡты.
***
Барый яман әсе тауышҡа тертләп уянды. Бәй, был ни хикмәт? Иртән иртүк ҡатыны менән ейәне ҡайтып ингәнме әллә? Хужа иҫнәй-иҫнәй һәлпәңләп залға сыҡты. Теге бесәй балаһы, шуны ғына көткәндәй, йүгереп килеп уның аяғы менән уйнай башланы.
– Китәле бынан, – тип Барый йән эйәһен тибеп осорҙо. Уның уңайына бесәйҙең аяҡ менән шаярыу дәрте артты ғына. – Сәбәләндең бит, ә, – тине хужа, йоҡомһорап. Ниндәйҙер әшәке еҫ танауын ярып ингәс, йоҡоһо асылып киткәндәй булды. Бәй, бесәй балаһы яңы алған кейеҙҙәрен “ҡотларға” ла өлгөргән. Ләкин зал уртаһында ватылып ятҡан вазаны күргәс, йоҡоһо тамам асылды. – ҡәһәр һуҡҡыры, шайтан алғыры, алйот, ташбаш, бүкән күҙ... Барый үҙе белгән “блатной” һүҙҙәрҙең барыһын да теҙеп сыҡты. Уларҙы ярты көн буйына дауам итергә булыр ине, әммә ишектәге ҡыңғырау тауышы хужаның бысраҡ һүҙҙәр ятлағаны өсөн ауыҙына ус менән сәпәгәндәй булды. Барый ғәйепле әҙәм кеүек ишек алдына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. ҡыҙып алғанлыҡтанмы, ҡулдары үҙҙәренән үҙҙәре, уны тыңламайынса, ишекте шар итеп асып ебәр­ҙе.
– Ғәфү үтенәм, хужалар, иртә менән борсоғаным өсөн. Мин иғлан буйынса бесәйемде алыр­ға килгәйнем, – тип ишек артында оялсан ғына бер ҡатын баҫып тора.
– Ә, бесәйме? Алығыҙ, алығыҙ. ҡуш ҡуллап бирәм. Донъяның аҫтын өҫкә әйләндереп бөтөрмәҫ борон алып китә һалығыҙ. Ана, ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ күрегеҙ, ҡатынымдың яратҡан вазаһын төшөрөп ватҡан, – тип теҙеп һалды Барый.
– Уй-уй, ғәфү итегеҙ, зинһар. Мин немедленно ущербты ҡаплайым. – Бесәйҙең хужаһы кеҫәһенән янсығын сығарып, аҡса һанай башланы. Быға саҡлы йөҙө боҙолған Барыйҙың бит алмалары янып, күҙҙәре ялтырап китте.
– Ярай, ерунда ул. Тик хәҙер ҡатынға яңы ваза алып бирергә кәрәк шул. Юғиһә, яратҡан вазаһының ватылғанын күреп, былай ҙа сирләшкә генә бисәмдең йөрәгенә приступ булып ҡуйыуы ихтимал.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡатын, ҡалтырана төшөп, янсығынан аҡсаһын күберәк көрәне.
– Асыулана күрмәгеҙ берүк. Ғәйебемде мотлаҡ таныйым.
– Нисауа, ҡайҙа асыуланыу, ти. Үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙы бит, – тип ҡатынға йылы ғына ҡарап, усына төшкән аҡсаны ҙур ҡәнәғәтлек менән йомарлап, кеҫәһенә тыҡты Барый.
Шул көндө ул ваза аҡсаһын һыра кибетендә сарыф итеп, лаяҡыл иҫереп ҡайтты. Хатта, фатирын асып инеп, карауатына нисек барып ятҡанын хәтерләмәй. Бынан һуң өс көн айыҡ йөрөнө. Һыра кибетенә яҡын да барманы. Ғөмүмән, тышҡа сығып та әйләнмәне. Өйҙә ваҡ-төйәк эштәр менән булды. Күптән рәткә килтерергә йыйынған балконды ремонтларға тотондо. Материалдар әллә ҡасан әҙер. Тик быға саҡлы ҡулы ғына етмәй торҙо.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.
(Дауамы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға